Аверьянов Вячеслав Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аверьянов Вячеслав Юрьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 сентябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө летчик-һынаусы
Уҡыу йорто Ейск юғары хәрби авиация институты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы лётчигы

Аверьянов Вячеслав Юрьевич (15 сентябрь 1959 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, I класлы лётчик-һынаусы. Капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Рәсәйҙең атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вячеслав Юрьевич Аверьянов 1959 йылдың 15 сентябрендә Белорет ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Рус. 1976 йылда Белорет ҡалаһында 5-се урта мәктәпте тамамлай.

1976 йылдан Совет Армияһында. 1980 йылда В. М. Комаров исемендәге Ейск юғары хәрби авиация училищеһын тамамлай, ә һуңынан ошо уҡ училищела лётчик-инструктор вазифаһында хеҙмәт итә. 1985 йылдан капитан В. Ю. Аверьянов — запаста.

1986 йылда СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Летчик-һынаусылар мәктәбен тамамлай. Шунан һуң 1989 йылға тиклем Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында Ю. А. Гагарин исемендәге Авиация заводында осоу-һынау эштәрендә[1].

1989 йылдан В. Ю. Аверьянов — П. О. Сухой исемендәге тәжрибә конструктор бюроһында эшләй (ОКБ) (Мәскәү), унда яңы авиация техникаһы өлгөләрен үҙләштереүҙә һәм эшләп бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша, Рәсәйҙең иң яҡшы лётчик-һынаусыларының береһе.

П. О. Сухой исемендәге тәжрибә конструктор бюроһының самолеттарын (Су-30, Су-35, Су-33 һәм Су-30МК) Бөйөк Британия (Фарнборо), Франция (Париж), Һиндостан (Бангалор), Индонезия (Джакарта), Перу (Лим), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (Дубай) һәм башҡа илдәрҙә халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күрһәтә.

1999 йылда Ле Бурже халыҡ-ара авиасалонда һынаусы-лётчик Вячеслав Аверьянов һәм штурман-һынаусыһы Владимир Шендрик идаралығы аҫтында һынау истребителе Су-30МКИ ҡойроҡ өлөшө менән ергә тейә һәм яна башлай. Машинаны ҡотҡарыу мөмкин түгеллегенә һәм уның ергә ҡолауы ерҙәге кешеләрҙең ғүмеренә янамағанына ышанғас, экипаж катапультлана.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2001 йылдың 29 сентябрендәге 1160-сы номерлы указы менән (2001 йылдың 1 октябрендәге Рәсәй Федерацияһы закон сығарыу йыйылышы, № 40, 3834 статья) авиация техникаһын һынауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, Аверьянов Вячеслав Юрьевичҡа «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.

Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәй. «Иркут» корпорацияһының осоу-һынау станцияһында эшләй.

Улы — Евгений Вячеславович Аверьянов — атаһы менән бергә лётчик-һынаусы булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2001: Рәсәй Федерацияһы Геройы;
  • 1996: Батырлыҡ ордены;
  • 2006: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы[2]
  • Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2015).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с.: илл. 978-5-295-06554-5.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аверьянов Вячеслав Юрьевич // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. Александр Николаевич Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 16. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  2. Сайт «Герои Страны»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]