Алтай крайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Алтай крайы Край
рус. Алтайский край

Алтай крайҙың флагы Алтай крайҙың гербы

Административ үҙәк

Барнаул

Майҙаны

22-й

- Барлығы
- һыу өҫтө %

167 996 км²
1,6

Халҡы

22-й

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

2 376 774[1] (2016)

14.15 чел./км²

ТТП

35-й

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

299,7[2] млрд. һум (2010)

107,4 мең һум

Федераль округ

Себер

Губернатор

Карлин Александр Богданович

РФ субъекты коды

22

ISO 3166-2 коды

RU-ALT

Сәғәт бүлкәте

KRAT[d]

Алта́й крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына керә. 1937 йылдың 28 сентябрендә ойошторолған. Административ үҙәге — Барнаул ҡалаһы.

Физик-географик характеристика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтай крайы Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығышында 50 — 55 градус төньяҡ киңлек һәм 77 — 87 көнсығыш оҙонлоҡта урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо 600 км, төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 400 км самаһы. Барнаулдан Мәскәүгә тиклем тураға 2940 км, автомобиль юлы буйлап 3400 км.

Көньяҡтан һәм көнсығыштан Ҡаҙағстандың Павлодар һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәләре менән сиктәш. Төньяҡтан Новосибирск, Кемерово өлкәләре һәм Алтай Республикаһы менән сиктәш.

Сәғәт бүлкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтай крайы Омск ваҡыты сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытынан +6:00 сәғәткә алдараҡ. Мәскәү ваҡытынан 3 сәғәткә алдараҡ һәм MSK+3 тип билдәләнә.

Рельеф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Край биләмәһе ике физик илгә ҡарай — Көнбайыш-Себер тигеҙлеге һәм Алтай-Саяндар. Крайҙа Рәсәйҙә булған бөтә тәбиғәт зоналары бар — дала һәм урман дала, тайга һәм тауҙар.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтай крайының климаты бер төрлө генә түгел, был тәбиғәт шарттарының күплеге менән бәйле. Тау яны һәм Объ буйында Атлантика, Арктика, Көнсығыш Себерҙән һәм Урта Азиянан килеүсе үҙгәреүсән һауа массалары йоғонтоһонда континенталға күсеүсе уртаса климат. Һауа температураһының йыллыҡ амплитудаһы 90—95 °C. Уртаса йыллыҡ температура 0,5—2,1 °С, июль айында уртаса йыллыҡ температура +26…+28 °C, экстремаль температура +40…+42 °C. Уртаса минималь температура −20… −24 °C, абсолют ҡышҡы минимум −50… −55 °C. Туң осор 120 көн дауам итә[5][6]. Крайҙың көнбайыш өлөшө ҡоро һәм эҫе тип тасуирлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мурзаев Э. М. Словарь народных географических терминов. 1-е изд. — М., Мысль, 1984.
  • Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия. — М., Вост. лит., 1996.