Баня-Лука

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Баня-Лука
сер. Бања Лука, Banja Luka
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Босния һәм Герцеговина

Сообщество

Республика Сербская

Регион

Баня-Лука

Община

Баня-Лука

Координаталар

44°46′ с. ш. 17°11′ в. д.HGЯO

Градоначальник

Слободан Гавранович

Майҙаны

1239 км²

Рәсми теле

 *

Халҡы

150 997[1] кеше (2013)

Этнохороним

бани́ец, бани́йцы[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+387 51

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

banjaluka.rs.ba
 (серб.) (инг.)

Баня-Лука (Босния һәм Герцеговина)
Баня-Лука
Баня-Лука
Крайине майҙаны һәм ҡала паркы

Ба́ня-Лу́ка (сер. Бања Лука, Banja Luka) — Босния һәм Герцеговиналағы ҡала, 1995 йылдан Серб Республикаһының баш ҡалаһы.

1995 йылда Дейтон һәм Париж килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Серб Республикаһы баш ҡалаһы Пале ҡалаһынан (Босния һәм Герцеговина) Баня-Лукаға күсерелә. Ул серб Боснияһының иң эре эшлекле һәм иҡтисади үҙәге һанала, халыҡ һаны 218 мең кеше (1996 йылда Серб республикаһы халҡының яҡынса 16%-ы) тәшкил итә.

Топоним серб теленән тәржемә ителгәндә бан (титул) пристань тигәнде аңлата.

Панорама города

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баня-Лука Врбас йылғаһының ике яҡ ярында, уға Врбаня йылғаһының ҡойған ерендә урынлашҡан Серб Республикаһында Баня-Лука иң ҙур, республика сиктәренән сағыштырмаса алыҫ булған ҡала. Уларҙың һәр ҡайһыһына 30 саҡрымдан да кәм түгел, был иһә республиканың тотороҡһоҙ шарттарында ѳҫтәлмә ѳҫтѳнлѳктәр булдыра. Баня-Луканың урынлашҡан ере буйынса ѳҫтѳнлѳгөнә уның балҡандың ѳс баш ҡалаһы ѳсмѳйѳшѳндә үҙәк урынды алыуы ла инә. Белградтан ҡаланы 320 саҡрым, Загребтан 200, Сараевонан— 240 саҡрым айырып тора Үҙәктән көньяҡҡа ҡарай 4 саҡрым алыҫлыҡта, Баня-Лука һәм уның тирә-яғында йәшәгән халыҡтың ял итергә яратҡан урыны — Бьелявина тауы бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баня-Лука — боронғо тарихҡа эйә булған ҡала. Уны тәүге тапҡыр телгә алыу XV быуат аҙағы йылъяҙмаһы сығанағында осрай. 1995 йылда ҡала рәсми рәүештә үҙенең биш йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй. Үҙенең тәүге дүрт быуатында Баня-Лука Ғосман империяһы хаҡимлығы аҫтында була. Ул ваҡытта ҡала тирә-яҡ босния ерҙәренең административ үҙәге һанала. 1878 йылда Босния һәм Герцеговинаның Австро-Венгрия тарафынан оккупацияланыуы ҡаланың иҡтисади яҡтан дәррәү үҫеүенә килтерә. 1908 йылда ул, ҡалған бөтә Босния һәм Герцеговина менән бергә, рәсми рәүештә Австро-Венгрия составына индерелә. 1918 йылдан буласаҡ Югославияның сербтарҙың, хорваттарҙың һәм словендарҙың Югославия короллеге, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында «Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте» составына инә

Храм Христа Спасителя

1969 йылда ҡала ер тетрәүе арҡаһында емерелә, әммә Югославия Социалистик Федератив Республикаһы властары элекке Баня-Луканы тергеҙеп кенә ҡалмай, ә яңы тораҡ һәм сәнәғәт кварталдары төҙөүгә лә ирешә. 1992—1995 йылдарҙағы Босния һуғышы ваҡытында Баня-Лукаға һуғыш-хәрәкәттәре ҡағылмай һәм ул элекке Югославияның ҡайһы бер күп кенә ҡалалары кеүек емерелеүгә дусар ителмәй. Шул сәбәпле унда, эре һәм заманса ҡалала, Хорватия, Босния һәм Герцеговинаның көньяҡ һәм үҙәк төбәктәренән килгән ҡасаҡтарҙы урынлаштыралар. Улар ҡаланы ташлап киткән хорваттар һәм боснийҙарҙың торлағын һәм эш урынын ала. 1992 йылда Баня-Лукала яңы тыуған 12 баланың үлем инциденты була

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Месяц янв фев мар апр май июнь июль авг сен окт ноя дек годовые
Средные максимальные дневные

температуры (°C)

3,4 6,6 12,0 17,1 21,9 25,0 27,0 26,6 23,0 17,2 10,9 4,8
16,3
Средные минимальные

дневные температуры (°C)

−4,9 −2,4 0,9 4,6 8,9 12,5 13,4 13,2 10,0 5,3 1,8 −2,8
5,0
Средная месячная сумма осадков (в мм) 73,25 68,46 75,5 89,83 96,92 113,87 96,71 98,17 86,63 71 91,45 82,79
1044,58
на период: 1961—1985.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡала халҡы 997, Баня-Лука общинаһында 191 кеше тәшкил итә[1]. Югославия тарҡалыр алдынан Баня-Лука ҙурлығы буйынса илдә унынсы урында тора һәм Сараевонан һуң икенсе булып, Босния һәм Герцеговинаның ҡала үҙәге тип иҫәпләнә. 1991 йылғы иҫәп алыуҙар буйынса Баня-Лукала яҡынса 150 мең кеше йәшәй[3]. Уларҙың яртыһы тиерлек (49%-ы) сербтар. Хорваттар һәм боснийҙарға ҡала халҡының 11%-ы, югославтарға 16%-ы тура килә. Әлеге ваҡытта халыҡтың күбеһен сербттар тәшкил итә, бынан тыш ҡала халҡының өстән бер өлөшөн ҡасаҡтар һәм мәжбүри күскенселәр алып тора.

Милли состав (1991 йыл) 1991 йылдағы иҫәп алыу буйынса, халыҡтың этник составы түбәндәгесә:

  • Сербтар— 70 155 (49,03 %)
  • Мосолмандар— 27 689 (19,35 %)
  • Хорваттар— 15 700 (10,97 %)
  • Югославтар— 22 645 (15,82 %)
  • ҡалғандар, билдәһеҙҙәр һәм танылмағандар— 6890 (4,81 %)

бөтәһе: 143 079

Тыуып үҫкән һәм йәшәгән билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иван Мерц (1896—1928)— католик изгеһе.
  • Платон (Баня-Лука епискобы) (1874—1941)— серб православ изгеһе.
  • Невин Суботич— Дортмунд Боруссия футболисы.
  • Душан Шестич — композитор. Босния һәм Герцеговина Дәүләт гимны музыкаһы һәм һүҙҙәре авторы.

Власть органдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баня-Луканың власть органдары булып:

  • ҡала скупщинаһы
  • ҡала начальнигы һанала.

Скупщина 31 депутаттан тора. Депутаттар йәшерен тауыш биреү юлы менән 4 йылға һайлана. Үткән һайлауҙа социал-демократтарҙың бойондороҡһоҙ союзы партияһы еңеп сыға. (сер. Савез независних социјалдемократа), СНСД.

Панорама Бани Луки
Панорама Бани Луки
Панорама Бани Луки
Панорама Бани Луки

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баня-Лука—мөһим сәнәғәт үҙәге. Бында электроника, туҡыу сәнәғәте, химик сүс, күн аяҡ-кейеме, целлюлоза һәм ҡағыҙ етештереү үҫеш алған


Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала Сараевоға һәм Загребҡа поездар ебәреүсе тимер юл станцияһы бар

Иҫтәлекле урындр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баня-Луканың ҡала палатаһы
  • Серб Республикаһының хәҙерге сәнғәт музейы

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телекомпаниялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Серб Республикаһының радио һәм телевидениеһы (РТРС, сер. Радио-телевизија Републике Српске)— Серб Республикаһы телевидениеһы[4]
  • Альтернатив телевидение (сер. Алтернативна телевизија)[5]
  • Бел канал
  • Симич телевидениеһы (сер. Телевизија Симић)[6]
  • Виком[7]

Радиостанциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Серб Республикаһының радио һәм телевидениеһы (РТРС)— Серб Республикаһы радиоһы[4]
  • Биг радиоһы[8]
  • Уно радиоһы[9]
  • Нес радиоһы[10]
  • ТМК/Оксиген[11]
  • һәм башҡалар

Матбуғат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Глас Српске[12]
  • Независне новине[13]
  • Прес (газета)|Пресс[14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Попис становништва, домаћинстава и станова у Босни и Херцеговини 2013 на територији Републике Српске — Прелиминарни резултати, Републички завод за статистику, Бања Лука, 2013. 2014 йыл 24 ғинуар архивланған.
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Баня-Лука // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 41. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. 2003 йыл 24 ноябрь [https://web.archive.org/web/20031124173541/http://www.banjaluka.rs.ba/_c/default.aspx?pg=istorija%2Fnovija_istorija.html&newsCat=43&forumCat=&nodeNum=1&type=plain архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. 2003 йыл 24 ноябрь архивланған. Официальный сайт города Баня-Лука  (серб.)] 2003 йыл 24 ноябрь архивланған.
  4. 4,0 4,1 Radio-Televizija Republike Srpske
  5. ALTERNATIVNA TELEVIZIJA — Prva strana
  6. IIS7 2008 йыл 29 февраль архивланған.
  7. *** Vikom Radio Televizija— Banja Luka ***
  8. Big Radio — Big Radio
  9. RADIO UNO, banja luka — 107,5 FM — PRVA STRANA
  10. Nes Radio — Naslovna
  11. oksigenfm.com 2017 йыл 2 октябрь архивланған.
  12. Glas Srpske — Banja Luka
  13. Nezavisne novine
  14. http://www.novinepress.co.yu/ 2008 йыл 2 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Босния и Герцеговина в темах Ҡалып:Административное деление Боснии и Герцеговины