Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
24 апрель юбилярҙары
тулы исемлек
Андрианов Андрей Андрианович (1939—16.04.2010), театр актёры . Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989). Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
Йәрмөхәмәтова Миңлебикә Кинйәбай ҡыҙы (1939), малсы , йәмәғәтсе. Архангел районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР‑ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
Ғәлимов Дамир Мәзит улы (1944), режиссёр, 1987 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы . Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
Илизаров Борис Семёнович (1944), тарихсы -ғалим . 1973 йылдан Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ғилми-тикшеренеү институтының, 1979 йылдан — Мәскәү тарих-архив институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1995 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (1949—3.06.2005), агроном -ғалим, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1996—2005 йылдарҙа Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).