Бисмиллаһ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бисмиллаһ
ғәр. بِسْمِ اللهِ الرَّحْمٰنِ الرَّحِيْمِ
ғәр. بسملة‎‎
Рәсем
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
 Бисмиллаһ Викимилектә
Армыт рәүешле итеп яҙылған Бисмиллаһ

Бисмиллаһ (ғәр. بسم الله‎), тәсмиә (ғәр. تسمية‎), бәсмәлә (ғәр. بسملة‎) — Ҡөрьәндең туғыҙынсы Әт-Тәүбә сүрәһенән ғәйре һәр сүрәнең башында торған кәлимә : «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» өсөн мосолмандар ҡулланған термин (ғәр. بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ‎ — Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ Исеме менән). Уны һәр доғала, намаҙҙа, ниндәй булһа ла хәләл эш башлағанда, мосолмандар яҙған һәр документта (хаттар, килешеүҙәр, мөрәжәғәттәр, васыяттар һәм башҡалар) ҡулланалар[1].

Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән сүрәләрендә бисмиллаһ айырым аят итеп иҫәпкә алынмай. Беренсе сүрә — Әл-Фатихала ғына беренсе аят булып бәсмәлә тора. Был сүрә тураһында Әл-Хижер сүрәһенең 87-се аятында, Әл-Фәтихала ете аят, тип әйтелгән, тимәк, Бисмиллаһ — уның беренсе аяты булып тора[2]. Был ғибәрә шулай уҡ ән-Нәмл («Ҡырмыҫҡалар») сүрәһенең 30-сы аятында ла әйтелә. Ҡыҫҡа ғына «бисмиллаһ» (Аллаһ хаҡына) Һуд сүрәһенең 41-се аятында осрай (11:41)[3]. «Һеҙҙең Аллағыҙ хаҡына» (би-сми-раббикә) ғибәрәһе Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр, «данларға»,[4] йәки «уҡырға» тигән бойороҡтан һуң килә[5]. Аллаһ Исемензекер) итеү 13 тапҡыр, ә Әр-Рәхман (Шәфҡәтле) сүрәһенең 78-се аятында[6] Аллаһ Исемен тәбрикләү тураһында әйтелә (тәбәрәкә- смү- раббикә)[7].

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәптәргә Ислам дине иңгәнсе, яһилиәт осоронда, улар төрлө илаһтарға, һындарға табынғандар. Шуға күрә берәй шулар исеме менән, Бисмил-Лат һәм Бисмил-Ғүззү, тип эшкә тотонғандар.

Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Рисаләт иңгәс, ул Бисмиллаһ (Аллаһ исеме менән) тип әйтә торған булған. Мәгәр Ән-Нәмл сүрәһе иңгәндән һуң Ул тулы итеп «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» тип әйтә башлаған һәм Ҡөрьәндә шулай итеп нығынған[8].

Каллиграфия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бисмиллаһ кәлимәһе Ислам, ғәрәп каллиграфияһында бик яратып һәм йыш ҡулланыла.

Мал салыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малды һуғымға салыр алдынан Бисмиллаһ тип әйтеү итте хәләл итә. Әммә Ислам ҡағиҙәләре буйынса харам тип һаналған малды (мәҫәлән, сусҡаны) Бисмиллаһ тип салыу уны хәләл итмәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ньюби, 2007, с. 62
  2. Ҡөрьән/һылтанма|15|87
  3. Ҡөрьән/һылтанма|11|41
  4. Ҡөрьән/һылтанма|56|74, Ҡөрьән/һылтанма|56|96, Ҡөрьән/һылтанма|69|52, Ҡөрьән/һылтанма|87|1.
  5. Ҡөрьән/һылтанма|96|1.
  6. Ҡөрьән/һылтанма|55|78.
  7. William A. Graham Basmala (Supplement 2016) // Encyclopaedia of the Qurʾān, General Editor: Jane Dammen McAuliffe, Georgetown University, Washington DC.
  8. Şamil İslam Ansiklopedisi

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
Бисмиллаһ тип яҙылыш
Бисмиллаһ тип яҙылыш