Бәләкәй Мәҡсүт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәләкәй Мәҡсүт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°25′11″ с. ш. 56°18′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 860 005

ОКТМО коды

80 631 460 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бәләкәй Мәҡсүт (Рәсәй)
Бәләкәй Мәҡсүт
Бәләкәй Мәҡсүт
Бәләкәй Мәҡсүт (Башҡортостан Республикаһы)
Бәләкәй Мәҡсүт
Бәләкәй Мәҡсүт (Ишембай районы)
Бәләкәй Мәҡсүт


Бәләкәй Мәҡсүт (рус. Маломаксютово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. Районда башлыса рәсми булмаған исеме Ҡарлар ҡулланыла. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 207 кеше[1]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453222, ОКАТО коды — 80231860005.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға XVIII быуат уртаһында Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Стәрлетамаҡ районы) Юрматы улусы Азнай түбәһе Мәҡсүт ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалғандар.

Тарихсы ғалим, тарих фәндәре кандидаты Ә. З. Әсфәндиәров былай тип яҙа:

XVIII быуат аҙағында 40 кеше йәшәгән 10 ихатанан тора. VIII ревизия буйынса 6 йорт хужалығы һәм 52 кеше була. XX быуат башында халыҡ милли ҡатнашҡа әйләнә. 50 йортта башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән, бөтәһе 288 кеше. Халыҡ — малсылар. 52 башҡорт йәшәгән 6 йорт хужалығында 114 ат, 77 һыйыр, 80 һарыҡ, 11 кәзә була. Уларҙың 100 умартаһы булған. Иген үҫтереү көс менән индерелә: 30-сы йылдарҙа. XIX быуатта губерна властары бер кешегә кәм тигәндә өс бот сәсеүҙе талап итә. Был ауылда йәшәүселәр бер кешегә 6,6 бот иген сәскән булған.

Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.126

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[2].

Ауыл бөгөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 207 104 103 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл Советының төп юлы урман утары Кәшәләкбаш менән тоташтыра (ҡарағыҙ. п.119 Автобус хәрәкәте расписаниеһы[3].

Алыҫлығы:[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һайран): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 40 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[5]:

  • Ҡаран-йылға урамы (рус. улица Каран-елга)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • Яңы ауыл урамы (рус. улица Новостройки)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Деревня Маломаксютово. Энциклопедия Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
  3. Пригородные маршруты(недоступная ссылка)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Бәләкәй Мәҡсүт ауылы