Вена (анатомия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вена
Ҡайҙа өйрәнелә Флебология[d]
Развитие анатомической структуры venous blood vessel development[d]
Нимә менән тоташа венулы[d] һәм йөрәк
Содержит Венозная кровь[d]
Код NCI Thesaurus C12814
Ҡапма-ҡаршыһы артерия
 Вена Викимилектә
Кешенең веноз системаһы схемаһы

Вена — ҡанды йөрәккә алып килеүсе ҡан тамыры. Веналарға ҡан капиллярҙарҙан йыйыла. Веналар ҡан тамырҙарының веноз системаһына берләшә. Йөрәктән ҡанды алып китеүсе ҡан тамырҙары артериялар тип атала.

Бөтә веналар буйлап та веноз ҡан ғына аҡмай. Мәҫәлән, үпкә веналары буйлап йөрәккә кислородҡа байыған артериаль ҡан килә. Шулай уҡ, бөтә артериялар эсендә артериаль ҡан булмай. Упкә артериалары буйлап үпкәләргә веноз ҡан бара. Толҡаттың кендек венаһы аша ла артериаль ҡан аға.

Ҡан тамырҙары системаһында веналарҙың да капиллярҙар селтәре барлыҡҡа килтереп айырылыуы һәм кире йыйылыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, бауырҙың порталь системаһында (ҡапҡа венаһы) һәм гипоталамуста.

Иң мөһим веналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң мөһим веналар:

  • Яремный вена (барлау венаһы)
  • Үпкә венаһы
  • Ҡапҡа венаһы
  • Өҫкө ҡыуыш веналар
  • Аҫҡы эсе ҡыуыш веналар
  • Бағым (подвздошная) венаһы
  • Бот веналары
  • Тубыҡ аҫты веналары
  • Аяҡтың ҙур тире аҫты венаһы
  • Аяҡтың йәшерен кесе венаһы

Флебология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медицинаның вена тамырҙарын өйрәнеү бүлеге флебология тип атала.. Вена ҡан тамырҙарының төҙөлөшөн, функцияларын, уларҙың сирҙәрен һәм патологик торошон, уларҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын өйрәнә

Веналарҙың көбө, артерия һымаҡ уҡ, бер нисә ҡатламдан тора:

  • эндотелий (эске ҡатламы),
  • йомшаҡ тоташтырғыс ҡатлам (артерияларҙа уның урынына фиброз ҡатлам),
  • мускул һәм тығыҙ тоташтырғыс туҡыма.

Йөрәктән ҙур баҫым менән этеп сығарылған ҡанды ҡабул итеүсе артерияларға ҡалын, ныҡлы һәм һығылмалы көп (стена) кәрәк. Ә веналарҙың, киреһенсә, көптәре (стеналары) йоҡа була. Йыш ҡына уларҙа ҡандың хәрәкәте менән проблемалар барлыҡҡа килә. Сөнки йөрәктән алыҫайған һайын ҡан баҫымы түбәнәйә. Капиллярҙарҙа ҡан баҫымы атмосфера баҫымы менән тигеҙ тиерлек.

Шуға веналар буйынса: ҡан ағымын булдырыу өсөн әллә күпме ҡулайламалар системаһы бар:

  • Беренсенән, веналарҙа ҡанды бер йүнәлештә генә — йөрәк яғына ғына үткәреүсе клапандар була
  • Икенсенән, вена тамырҙарындағы мускул туҡымалары ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә күпмелер дәрәжәлә махсус веноз пульсы (вена ҡыҫҡарыуҙары тулҡыны) барлыҡҡа килә.
  • Диафрагма ҡыҫҡарғанда үпкәләрҙең һуҙылыуы менән бер үк ваҡытта, өҫкө һәм аҫҡы ҡыуыш веналар ҡул һәм аяҡ ослоҡтарындағы тамырҙарҙан ҡанды һурып алалар. Шуға ла, ҡайһы берҙә диафрагманы веноз йөрәк тип тә атайҙар.

Баш һәм муйын өлкәһендәге веналарҙа клапандар аҙыраҡ. Уңайһыҙ торошта (поза) веналарҙа ҡан ағымы әкркенәйергә һәм кәрәгенән артыҡ йыйылырға мөмкин. Һөҙөмтәлә вена тамыры киңәйә бара. Таз веналарындағы киңәйеү геморрой тип атала.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гемодинамика
  • Венаның варикоз киңәйтеү
  • Веналарҙың тәрән тромбозы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]