Венгр фольклорында шаманлыҡ ҡалдыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгр фольклорында шаманлыҡ ҡалдыҡтары
Рәсем
Дәүләт  Венгрия

Венгрия фольклорында шаманлыҡ ҡалдыҡтары — венгр этносы вәкилдәренең мифологик аң рудименттары, улар теге донъя көстәре, шулай уҡ венгр бағымсылары, имселәре һәм күрәҙәселәренең тылсымлы-ритуаль атрибутикаһы ярҙамында объектив ысынбарлыҡҡа йоғонто яһау мөмкинлегенә ышаныуына бәйле. Венгр шаманлығы проблемаһын һәм уның менән бәйле булған себер [шаманлығы проблемаларын Габор Сенткатолнаи, Бенедек Баратоши-Балог, Енё Фазекаш (венгрса. Fazekas Jenő), {Вильмош Диосеги өйрәнгән. Хәҙер Венгрияла был теманы Михай Хоппал[hu] тикшерә.

Шаманлыҡтың сығанаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгр шаманлығы тәбиғәте, ғөмүмән, венгр мифологияһы кеүек үк, венгрҙарҙың этнос булараҡ килеп сығышы менән тығыҙ бәйле. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ урталарына тиклем венгрҙарҙың ата-бабалары фин-уғыр халҡының бер өлөшөн тәшкил итә, унда шаманлыҡ (им-том итеү) дини-мифологик практиканың мөһим өлөшө булып тора. Шулай уҡ венгр тәржемәләренән дә фин-уғыр донъяһында киң таралған галлюциноген бәшмәктәрҙе им-том өсөн ҡулланыу билдәле.

Әммә, тайгала ҡалған ханттар һәм манси туғандарынан айырмалы рәүештә, мадьярҙар урманлы далаларға күсеп килә, унда төркиҙәр йоғонтоһона эләгә. Оҙаҡ ваҡыт болғарҙар һәм хазарҙар хакимлығы аҫтында йәшәй, тулыһынса күсмә йәшәү рәүешенә күсеп, улар үҙҙәренең дала күршеләренә оҡшай башлай (Константин Багрянородный венгрҙарҙы «төрөктәр» тип атай). Билдәле булыуынса, венгрҙарҙың башҡорттар[1] менән генетик ҡәрҙәшлеге бар. «Тыуған илдәрен» яулап алғандан һуң мадьярҙар күсмә хәлдә йәшәгән каварҙар һәм өлөшләтә ҡыпсаҡтар менән ассимиляцияға инә.

Төркиҙәрҙән тыш, венгрҙарҙың дини-мифологик донъяға ҡарашына шулай уҡ далала көн иткән иран телле яса халҡының ҡалдыҡтары йоғонто яһағандыр, күрәһең. Моғайын, нәҡ уларҙан юғары ҡатлам уғырҙарын аттары менән бергә ерләү йолаһы ҡалғандыр.

Әммә, тикшеренеүселәр билдәләүенсә, венгр фольклоры нәҡ төрки фольклорына оҡшаш. Ғәрәп сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, венгрҙарҙа тәңрелеккә оҡшаш дин һәм утҡа табыныу йолаһы була[2]. Венгрҙар Юғары Аллаһты элек-электән иштен тип йөрөтә, унда «тәң» киҫәксәһе төрки телендәге «тәңренән» килеп сыҡҡан. Уғыр-төрки мифологик донъяға ҡарашына донъя ағасында Ғаләмдең өс ҡатҡа бүленеше (юғарығы ҡатлам, кеше һәм ер аҫты донъяһы), бетяриялар —бәһлеүәндәр (төрки. батыр) тураһындағы риүәйәттәр хас.

Талтоштар ̆— венгр сихырсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, католик дине ҡабул ителгәндән һуң да венгрҙар араһында талтоштар (венг. táltos) тип аталған ҡанебабалар төркөмө айырылып сыҡҡан. Талтоштың үҙенсәлекле һыҙаттарына түбәндәгеләрҙе индерәләр:

  • ҙур тештәр менән йәки сәсле булып тыуыу;
  • ете йәшендә талтош юҡҡа сыға. Был ваҡытта күктәге оло сихырсылар уға үҙҙәренең белемен тапшыра, тип иҫәпләнә;
  • көндөҙ йоҡлай һәм күҙгә күренмәҫ донъяға сума, ҡайтҡас, эсергә һөт һорай;
  • ышаныуҙарға ярашлы, башҡа йән эйәләренә, йышыраҡ үгеҙгә әйләнеүе ихтимал.

Михай Хоппал 1980-се йылдарҙа Венгрияның төпкөл ауылдарында бер нисә талтош-көтөүсенең шаман практикаһын күрһәтеүен тасуирлай.[3]

Талтошҡа мотлаҡ рәүештәге хас билдә — дөңгөр, ул ҙур арҡыры рәшәткәләрҙән эшләнә. Дөңгөрҙең мөғжизәле үҙенсәлектәре венгр балалары йырҙарында теркәлгән, унда бер малай дөңгөр ярҙамында яралы ҡауҙыны дауалай. ТалтошЮ дөңгөргә һуғып, киләсәккә күрәҙәлек итә, ауырыуҙарҙы дауалай, улар менән малдарҙы кәрәкле йүнәлештә ҡыуып сығара ала.[4]

Босоркани ̆— венгр сихырсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Классик себер шамандарынан айырмалы рәүештә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа талтош була ала. ХVI-XVIII быуаттарҙа босоркандар — венгр сихырсылары өҫтөнән суд процестары була (венг. boszorkány, boszorka) мадьярса  boszorkány, boszorka . Ышаныуҙарға ярашлы, сихырсылар Иванов көнөндә зыян килтерә. Ғәйепләнеүселәр, киреһенсә, үҙҙәренең сихыр менән шөғөлләнеүен инҡар итә, үҙҙәрен талтоштар тип атай[5]. Был төшөнсә, һүҙ байлығы кеүек үк, күрше славян халыҡтары (мәҫәлән, словактарҙа) мәҙәниәтендә лә сағылыш таба. Атап әйткәндә, бойков һөйләштәрендә «босурканя» — сихырсы-күрәҙәсе. Көнсығыш мәҙәниәте буйынса белгес В. Бушаков, boszorka төрки телдәренән килеп ингән, тип фаразлай. Гоголь әҫәрендәге басаврюктың (кеше ҡиәфәтендәге шайтан) килеп сығышы шундай уҡ[6].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Дьёни Габор. ПРОТОВЕНГРЫ НА УРАЛЕ В ПЕРВОМ ТЫСЯЧЕЛЕТИИ НАШЕЙ ЭРЫ В РОССИЙСКОЙ И ВЕНГЕРСКОЙ ИСТОРИОГРАФИИ 2018 йыл 16 апрель архивланған.. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук (на правах рукописи). — Екатеринбург, 2007. — с. 22-23.
  2. István Zimonyi, Muslim Sources on the Magyars in the Second Half of the 9th Century: The Magyar Chapter of the Jayhānī Tradition. (East Central and Eastern Europe in the Middle Ages, 450—1450, 35.) Leiden and Boston: Brill, 2016. — S. 330—334. ISBN 978-90-04-2143-78.
  3. Михай Хоппал. Зазн. праця С. 101—106
  4. Михай Хоппал. Зазн. праця С. 107—108
  5. Петрухин, В. Я. Шаман-талтош // Мифы финно-угров. — М.: АСТ, Транзиткнига, 2003. — ISBN 5-17-019005-0.
  6. Бушаков В. А. Бушаков В. А. Образ Басаврюка вповісті M.B. Гоголя «Вечір проти Івана Купала» / В. А. Бушаков // Slavica та baltika в ономастиці України.- Київ, 1999. — С. 71-73.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хоппал, Михай. Шаманы, культуры, знаки / Михай Хоппаль; [мөхәррире һәм төҙөүсеһе Николай Кузнецов; серия мөхәррире Маре Кыйва; тәржемәһе Николай Кузнецов; дизайн: Андрес Куперьянов] ; Фәнни нәшриәт ЭЛМ. ➜ Тарту : Фәнни баҫма ЭЛМ, 2015. Әсә (Сәҙер, ISSN 1406 2011 ; 14). ISBN 978-9949-544-45-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]