Вышкув

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вышкув
пол. Wyszków
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1203[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Wyszków
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Польша
Административ үҙәге Вышкувский повет[d]
Административ-территориаль берәмек Вышкув[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Западный Буг[d]
Халыҡ һаны 26 349 кеше (31 март 2021)[2]
Ир-егеттәр 12 705[3]
Ҡатын-ҡыҙҙар 13 644[4]
Майҙан 21 км²[1]
Почта индексы 07-200
Рәсми сайт wyszkow.pl
Карта
 Вышкув Викимилектә


Вышкув (пол. Wyszków) — Польша ҡалаһы. Польшаның Мазовецкий воеводствоһының Вышкувский повятына инә. Ҡала-ауыл гминаһы статусына эйә. вышкув ҡалаһы 20,78 квадрат километр майҙанды биләй. Вышкув ҡала халҡы — 26 948 кеше (2004 йыл). Бер квадрат километрҙа халыҡ тығыҙлығы — 1296,8 кеше тәшкил итә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вышкув ҡалаһы Польшаның көнсығышында Көнбайыш Буг йылғаһы ярында урынлашҡан, Мазовецкий воеводствоһының Вышкувский повяты составына инә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вышкув тураһында беренсе тапҡыр иҫкә 1203 йылда алына. Вышкув ҡалаһына 1502 йылда нигеҙ һалына. 1528 йылда ҡала янындағы Көнбайыш Буг йылғаһы аша күпер төҙөлә, шунан һуң ҡала үҫешен ныҡ тиҙләтә.

Төньяҡ һуғышы барышында, 1655 −1660-сы йылдарҙа, Вышкув ҡалаһы емерелә.

1870 йылдың 19 майына Вышкув ҡала статусын юғалта һәм уны 4 февраль 1919 йылда кире ала.

1897 йылда Вышкув ҡалаһында тимер юл төҙөлә һәм был ҡаланың сәнәғәте үҫешенә ныҡ булышлыҡ итә.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан алда ҡалала иң ҙур йәһүд общинаһы була. Общинала 9000 тирәһе кеше иҫәпләнә, һуғыш ваҡытында улар немецтар тарафынан тулыһынса юҡ ителә. 1997 йылдың 14 сентябрендә Вышкув ҡалаһының Холокост ҡорбандарына һәйкәл асыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://encyklopedia.pwn.pl/haslo/Wyszkow;3999106.html
  2. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/071422635054-0966470?var-id=1639616&format=jsonapi
  3. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/071422635054-0966470?var-id=1639617&format=jsonapi
  4. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/071422635054-0966470?var-id=1639618&format=jsonapi