Гидрология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гидрология (грек. Yδρoλoγια, от бор. грек. ὕδωρ — һыу + λoγoς — һыу + λoγoς — һүҙ, тәғлимәт) — тәбиғәттәге һыуҙы, уның атмосфера һәм литосфера менән тәъҫир итешеүен, шулай уҡ уның менән бәйле процесстарҙы (парға әйләнеү, туңыу кеүек) өйрәнә торған фән.

Өйрәнеү предметы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидросферала булған һыуҙың бөтө төрҙәре: океан, диңгеҙ, йылға, күлдәр, һыу һаҡлағыстар, һаҙлыҡтар, тупраҡтағы дым һәм ер аҫты һыуҙары.

Нимә менән шөғөлләнә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • тәбиғәттә һыу әйләнешен өйрәнә, уға кеше эшмәкәрлегенең йоғонтоһон һәм объекттарҙың һыу режимы, айырым территорияларҙың һыу режимы менән идара итеүҙе өйрәнә
  • айырым территорияларҙа гидрогеологик элементтарҙы һәм дөйөм Ерҙе анализлай.
  • география, физика һәм башҡа фәндәрҙә ҡулланылған алымдарҙы ҡулланып һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм торошо тураһында баһа бирә.

Бүлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гидродинамика хәҙерге заман информатика алымдарын ҡулланып гидрология мәсьәләләрен хәл итә.
  • Изотоп гидрологияһы һыуҙың изотоп үҙенсәләген өйрәнә.
  • Ҡоро ер гидрогеологияһы ер өҫтөндә барған гидрогеологик процесстарҙы өйрәнә.
    • Гидрометрия төрлө һыу объекттарының һәм уларҙың режимының миҡдарын иҫәпләү ысулын өйрәнә.
    • Гидрохимия тәбиғәт һыуҙарының химик үҙенсәлеген өйрәнә.
    • Гидробиология һыуҙа барған тормош һәм биологик процесстарҙы биология менән сиктәш өйрәнә.
    • Гидрогеология ер аҫты һыуҙары ятҡылығы, составы һәм хәрәкәт итеү закондарын өйрәнә.
    • Гидрометеорология һыу өҫтөндә һәм атмосфераның түбәндәге ҡатламдарында барған алмашыныу процесстарын өйрәнә.
    • Гидрография йылға, күл, һыу һаҡлағыстар һыуҙарын хужалыҡта файҙаланыуҙа физик-географик шарттарҙы өйрәнә.
    • Гидрофизика гидросферала барған физик процесстарҙы өйрәнә.
    • Тупраҡ гидрогеологияһы тупраҡтың һыу режимын тупраҡ өйрәнеү фәне булараҡ өйрәнә.
    • Инженер гидрологияһы гиротехтик ҡоролмалар төҙөгәндән һуң һыу режимының миҡдары һәм сифаты үҙгәреүен өйрәнә.
  • Лимнология күл һәм башҡа сөсө һыу ятҡылыҡтарынын физик, химик һәм биологик характеристикаһын өйрәнә.
  • Океанология ҙур һыу массаһы характеристикаһын өйрәнә.
  • Потамология йылға характеристикаларын өйрәнә.
  • Гляциология ер өҫтөндәге, атмосфералағы һәм литосфералығы боҙҙо өйрәнә.

Тикшереү нәтижәләрен ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ гидрологияһы мәғлүмәттәрен һыу өҫтө корабльдәрә һәм һыу аҫты кәмәләре йөҙгәндә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡуллана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Михайлов В.Н., Добровольский А.Д. Гидрология. — 3. — Высшая школа, 2008. — 463 с. — ISBN 978-5-06-005815-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]