Голенкин Михаил Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Голенкин Михаил Ильич
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 9 (21) февраль 1864[2]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3][2]
Вафат булған көнө 15 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[3][2] (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[3][2]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ботаник, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө ботаника[4], Үҫемлектәр морфологияһы[4] һәм систематическая ботаника[d][4][4]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Ғилми дәрәжә тәбиғәт фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Алёхин, Василий Васильевич[d]
Кемдә уҡыған Горожанкин, Иван Николаевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Голенкин Михаил Ильич  (18641941) — Рәсәй һәм СССР ботанигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1929), систематика һәм үҫемлектәр морфологияһы кафедраһы буйынса Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры, Мәскәү университетының ботаника баҡсаһы директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Ильич Голенкин 1864 йылда Санкт-Петербургта дворян ғаиләһендә тыуған. Тыуған көнө датаһы сығанаҡтарҙа йә 1864 йылдың 4 (16) феврале, йә 1864 йылдың 9 (21) феврале күрһәтелә[5]. Атаһы Диңгеҙ министрлығы чиновнигы була.

Урта белемде шәхси Петербург гимназияһында ала. 1882 йылда Император Санкт-Петербург университетына уҡырға инә, әммә 1884 йылдан Мәскәү университетының физика-математика факультетында уҡый, уны 1887 йылдың октябрь айында кандидат дәрәжәһендә тамамлай. Башта химия буйынса махсуслаша, әммә аҙаҡ ботаника менән мауыға; И. Н. Горожанкин уҡыусыһы. Уны университетта профессор исеменә әҙерләү өсөн ҡалдыралар[6].

1891 йылдан — приват-доцент; 1892 йылда Петербург ботаника баҡсаһында тикшеренеүҙәр үткәрә; 1893—1894 йылдарҙа сит илдә командировкала — Мюнхенда Геббелдә, Боннда Э.Страсбургерҙа, Женевала Р. Шодта, Парижда Ф. ван Тигемда, шулай уҡ Неаполитан зоология станцияһында була. 1896 йылда «Материалы для характеристики соцветий крапивоцветных» темаһына диссертация яҡлап, ботаника магистры дәрәжәһен ала һәм ботаника буйынса лекциялар уҡый башлай. Горожанкиндың ассистенты сифатында студенттар менән үҫемлектәр анатомияһы буйынса практик дәрестәр алып бара. 1904 йылда «Морфологические и экспериментальные исследования над печёночниками» темаһына диссертация яҡлап, доктор дәрәжәһен ала.

1902 йылдан 1930 йылға тиклем Мәскәү университетының Ботаника баҡсаһы директоры була. Мәскәү аквариум һәм бүлмә үҫемлектәре яратыусылар йәмғиәте ағзаһы[7].

1904—1905 йылдарҙа Фәндәр академияһы аҡсаһына М. И. Голенкин Ява утрауына сәйәхәт ҡыла, унда Бейтензор ботаника баҡсаһында эшләй. Сәйәхәттән ботаника баҡсаһы өсөн яңы фәнни материал, уҡыу экспонаттары, һирәк осрай торған тропик үҫемлектәрҙең орлоҡтарын алып ҡайта.

1905—1930 йылдарҙа — профессор; үҫемлектәр систематикаһы һәм морфологияһы кафедраһын етәкләй, 1918 йылдан — юғары үҫемлектәр систематикаһы һәм морфологияһы кафедраһын етәкләй. Мәскәү университетының экстраординар ботаника профессоры (1905), ординар профессор (1910). Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры (1916).

1922—1927 йылдарҙа Мәскәү университеты ҡарамағында ботаника ғилми-тикшеренеү институтының директоры була. 1930 йылда пенсияға сыға.

М. И. Голенкиндың хеҙмәттәре морфология, систематика һәм ботаник географияға арналған. Үҙенең морфологик эштәрендә Голенкин ылымыҡтар, кесерткән сәскәләренең һәм сәскәлектәренең онтогенезын өйрәнә. Эксперименталь морфология өлкәһендә ҙур эш үткәрә, бауыр төрө мүгенең вегетатив органдарының тышҡы шарттар тәьҫирендә үҙгәреүе һәләтен асыҡлай.

1927 йылда «Победители в борьбе за существование» хеҙмәтендә Ер тарихының аҡбур дәүере уртаһында ябыҡ орлоҡло үҫемлектәрҙең ергә күсеп ултырыу сәбәбе тураһында яңы теорияны үҫтерә һәм эволюция барышында ябыҡ орлоҡло үҫемлектәрҙең вегетатив органдарының тышҡы үҙгәреүсән шарттарға яраҡлашыуын иҫбатлай.

Уның «Курс высших растений» (1937) курсы киң билдәле. Шулай уҡ «Рәсәй фармакопеяһы»н төҙөүҙә ҡатнаша.

МОИП (Тәбиғәтте өйрәнеүселәрҙең Мәскәү йәмғиәте (1888 йылдан) эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. МОИП-тың почетлы ағзаһы (1921), МОИП-тың вице-президенты (1930—1932); йәмғиәткә үҙенең бай китапханаһын тапшыра[6].

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә[8].

М. И.Голенкин хөрмәтенә үҫемлектерҙәң бер нисә төрө һәм төрсәһе аталған.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Материалы для флоры юго-восточной части Калужской губернии // Материалы к познанию фауны и флоры Российск. имп. Отд. бот. — 1890. — Вып.1. — С.171-231.
  • Материалы для характеристики соцветий крапивоцветных // Учен. зап. Моск. ун-та. Отд. естественно-исторический. — 1896. — № 12. — 80 с.
  • (Перевод). Страсбургер Э., Нолль Ф., Шенк Г., Шимпер А. Ф. Учебник ботаники для высших учебных заведений. — М., 1898. — 410 с.
  • Голенкин И. И., Ростовцев С. И. (Перевод). Е. Варминг. Систематика растений. 2-е изд. — М., 1898. — 840 с.
  • Морфологичесжие и экспериментальные исследования над печеночниками // Учён. зап. Моск. ун-та. Отд. естественно-историч. — 1904. — Т.21. — С.1-120.
  • Пособие для изучения растительной фармакогнозии. — М., 1905. — 92 с.
  • Конспект лекций по низшим растениям. — М.,1908. — 29 с.
  • Путеводитель по Ботаническому саду Московского университета. — М., 1908. — 66 с.
  • Программа экскурсионного ботанико-географического исследования Московской губернии // В кн.: Мат-лы по разработке плана организации бот.-геогр. иссл. Моск. губ. — М, 1914. — С. 5-22.
  • (Перевод, дополнения) Гребнер М. География растений. — М., 1914. — 423 с., илл.
  • О культурах лекарственных растений в России. — М., 1915. — 21 с.
  • Профессор Иван Николаевич Горожанкин // В кн.: Тр. Бот. лабор. Моск. ун-та. — 1916. — С. 7-12.
  • О дикорастущих русских растениях как источнике пищевых веществ на зиму. — М., 1921. — 31 с.
  • Растительный мир как производственная сила природы. — Л.-М., 1924. — 119 с.
  • Победители в борьбе за существование. Исследование причин и условий завоевания земли покрытосеменными растениями в середине мелового периода // Тр. Бот. ин-та I МГУ. — М., 1927. — 101 с.
  • Ботанический сад Московского университета: Путеводитель. — М., 1928. — 17 с.
  • Методы систематики покрытосеменных // Изв. Ассоц. научно-исслед. ин-тов при Физ.-мат. фак-те I МГУ. — 1929. — Т. 2, № 2. — с. 232—255.
  • Алёхин В. В., Голенкин М. И., Комарницкий Н. А., Крашенников Ф. Н., Курсанов Л. И., Курсанов А. Л., Мейер К. И. Курс ботаники. Для высших учебных заведений. 1-е изд. — М., 1935. — 707 с.
  • Голенкин М. И., Курсанов Л. И., Алёхин В. В, Мейер К. И. Курс ботаники. Для высших педагогических учебных заведений и университетов. — М., 1940. — Т. 2. — 376 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 http://letopis.msu.ru/peoples/910
  3. 3,0 3,1 3,2 Голенкин Михаил Ильич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=js20181002451
  5. «Большая советская энциклопедия»
  6. 6,0 6,1 Императорский Московский университет, 2010, с. 171
  7. Аквариум и комнатные растения. — М., 1910. — Вып. 6. — С. 746.
  8. Объекты культурного наследия. Дата обращения: 26 март 2011. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Голенкин, Михаил Ильич // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.
  • Голенкин Михаил Ильич (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения: 10 ноября 2017.