Графема

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Графема
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә тел ғилеме
Асыусы йәки уйлап табыусы Бодуэн де Куртенэ Иван Александрович[1]
Асыу датаһы 1912[1]
 Графема Викимилектә

Графема (бор. грек. γράφω «яҙам» + суфф. «-ем») — яҙма берәмеге: алфавитта — хәреф, алфавитһыҙ яҙыу системаларында — ижек билдәһе, иероглиф, идеограмма һәм башҡалар.

Бер үк графема төрлө формала (аллографтар, глифтар, һыҙымдар менән) төшөрөлә ала, әммә шрифт гарнитураһының, шәхси почерктың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, төҙөлөшөн, йәғни хәрефтең йә билдәнең уны айырып торған «һөлдәһен», һаҡлай.

Мәҫәлән, «у» графемаһы текста У, У, У, У, у, у кеүек аллографтар аша бирелергә мөмкин.

Телмәр үҫеше боҙолғанда йә «таныуы ауыр булған почерклы» яҙыуҙа графемаларҙың буталыуы ихтимал (мәҫәлән, ҡулъҙямала α һәм ο, м һәм ш, д һәм у).

Төшөнсә 1912 йылда И. А. Бодуэн де Куртенэ тарафынан индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • О понятии графемы // Зализняк А. А. «Русское именное словоизменение» с приложением избранных работ по современному русскому языку и общему языкознанию. — М., 2002.
  1. 1,0 1,1 научная статья