Доломит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Доломит — тау тоҡомдарын өйрәнеүск француз инженеры һәм геологы Деода де Доломьё (1750—1801) хөрмәтенә аталған тау тоҡомо.

  • Карбонаттар синыфы минералы, CaMg[CO3]2; составы: CaO - 30,4%, MgO - 21,9%, ҡушылмалары Fe, Mn, Zn һ.б. - 47,7%. Кристалдары быяла һымаҡ ялтырауыҡлы ромбоэдрик, агрегаттары кристаллик-бөртөклө. Төҫө һорғолт-аҡ, һарырак, көрәнһыу йәки йәшкелт төҫмөрлө. Ҡатылығы 3,5-4,0. Ыуалыусан. Тығыҙлығы 2,8-2,9 г/см³. Ғәҙәти температурала хлорид кислотаһында (HCI) (кальциттан айырмалы булараҡ) кайнамай ғына әкрен ирей.
  • 50% һәм унан да күберәк доломит минералынан тороусы ултырма тау тоҡомо; Доломит 25-49% булғанда - доломитлы эзбисташ, 50-89% -та - эзбисле доломит. Кальцит, ангидрит, гипс, магнезит, сидерит һ.б. ҡушылмалар булырга мөмкин. Тығыҙ йәки каверналы-күҙәнәкле була. Диңгеҙҙәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында, күлдәрдә эзбисле-магнезиаль ләм диагенетик үҙгәргәндә, эзбисташтар метасоматик доломитлашҡанда, гидротермаль процесстар ваҡытында барлыҡҡа килә. Эре, ваҡ һәм йәшерен кристаллик агрегаттар, гипергенезда йыш ҡына ыуалыусан була. Барлыҡ континенттарҙың төрлө йәштәге ултырмаларында таралған.

Төп сығарыусы илдәр – Бөйөк Британия, Канада, Япония, Рәсәй. Донъяла (йылына млн. тонналарҙа) 40-60, РФ-ҙә - 20 гә яҡын.

Рңсәйҙә Урал һөҙәклектәрендә, Волга йылғаһы ярҙарында һ.б. урындарҙа табылған. Каверналы доломиттарда - нефть һәм битум ятмалары, тығыҙ һәм көпшәк доломитларҙа мәрмәр ониксы һәм аметист сағылышлылары асыҡланган. Доломиттың 72 сығанағы (эзбисташ менән бергә) 71 млн. м³ ка (2009) яҡын запас менән юғары Пермь йәшендәге ултырмаларҙа билгеләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сементовский Ю.В., Бобрикова Е.В. Минеральное сырьё. Доломит: Справ. М., 1998; Геология твёрдых полезных ископаемых Республики Татарстан. Казань, 1999.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]