Дәүләт думаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт думаһы
Нигеҙләү датаһы 1993 һәм 1907[1]
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Госду́ма
Етәксе Вячеслав Викторович Володин[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Рәсәй һәм Мәскәү
Урынлашҡан урамы Охотный Ряд[d]
Юрисдикция таралышы Рәсәй
Бойһонған ойошма (филиал) Молодёжный парламент при Государственной думе[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Здание Совета труда и обороны[d]
Урындар һаны 450
Электронная почта pravo@duma.gov.ru
Рәсми сайт duma.gov.ru
Схематичная иллюстрация
 Дәүләт думаһы Викимилектә

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы[К 1][2][3] (Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы, Дәүләт думаһы) — Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының — Рәсәй Федерацияһы парламентының — түбәнге палатаһы. Рәсәй Федерацияһында Федерация советы менән бер рәттән властың юғары закондар сығарыу органы, хоҡуҡи статусы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 5-се бүлегендә билдәләнгән[4].

Рәсәй Федерацияһы граждандары тарафынан дөйөм тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән биш йылға һайлана.

Тарихы һәм формалашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылда Дәүләт думаһы бинаһы

Рәсәй империяһында юғары закондар сығарыу функциялары Дәүләт думаһына йөкмәтелгән була, ул 1905—1917 йылдарҙа эшләй һәм Февраль революцияһынан һуң бөтөрөлә.

Совет Рәсәйендә юғары закондар сығарыу органы функциялары РСФСР Юғары Советына йөкмәтелә (ә 1989—1993 йылдарҙа — халыҡ депутаттары Съезына ла), ул 1938—1993 йылдарҙа эш итә һәм көс ҡулланып таратыуҙан һуң президент тарафынан бөтөрөлә.

1993 йылда «Рәсәй Федерацияһында этаплы конституция реформаһы тураһында» Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы ойошторола, ул Мәскәүҙә элекке СССР Госпланы бинаһында (Охотный Ряд урамы, 1) урынлаша. 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһын һайлау 1993 йылдың 12 декабрендә үтә.

Дәүләт думаһы 450 депутаттан тора[К 2], уларҙың яртыһы бер мандатлы округтарҙа тауыш биреү йомғаҡтары буйынса бер турҙа туранан-тура һайлана. Икенсе яртыһы Рәсәйҙең 5 процентлы барьерҙы үткән сәйәси партиялары тарафынан партия исемлектәре өсөн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлә. Рәсәй парламентын һайлауҙа 1993—2003 йылдарҙа һәм 2016 йылдан башлап әле лә ошо схема эш итә. 2007 һәм 2011 йылдарҙа Дәүләт думаһының бөтә 450 депутаты ла партия исемлектәре өсөн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлана, ә үтеү барьеры 7 процент була. Рәсәй Федерацияһының 21 йәше тулған һәм һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуғы булған һәр гражданы Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана ала. Бер үк кеше бер юлы Дәүләт думаһы депутаты ла, Федерация Советы ағзаһы ла була алмай[К 3].

Беренсе Дәүләт думаһы Федерация Советы менән бергә 1993 йылдың 12 декабрендә Конституция буйынса бөтә халыҡ тауыш биргән көндө ике йыллыҡ мөҙҙәткә (ҡабул ителеүсе Конституцияның күсеү положениеларына ярашлы) һайлана.

II—V саҡырылыш Дәүләт думаһының вәкәләтлелек мөҙҙәте дүрт йыл була. VI саҡырылыштан башлап депутаттар биш йылға һайлана[5].

Дәүләт думаһына һайлау 1993, 1995, 1999, 2003, 2007, 2011 һәм 2016 йылдарҙа үткәрелә.

Дума эшенә рәйес һәм уның урынбаҫарҙары етәкселек итә.

Дәүләт думаһы һайлау юлы менән төҙөлә. Әммә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һайлауҙың турамы йә ситләтелгәнме, асыҡмы йә йәшеренме булырға тейешлеген дә, ҡулланылырға тейешле һайлау системаһын да билдәләмәй. Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау тәртибен «Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау тураһында», «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғы тураһында» һәм башҡа федераль закондар билдәләй.

Һайлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһына һайлау Рәсәй Федерацияһы президенты тарафынан биш йылға бер тәғәйенләнә.

«Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау тураһында» 2005 йылдың 18 майындағы № 51-ФЗ Федераль законға ярашлы, бөтә 450 депутат Рәсәй Федерацияһының барлыҡ территорияһын эсенә алған федераль һайлау округы буйынса һайланған. Һайланыу кандидаттарҙың федераль исемлектәренә бирелгән тауыштар һанына пропорциональ булған.

2014 йылдың 24 февралендә «Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау тураһында» 2014 йылдың 22 февралендәге № 20-ФЗ Федераль законға ярашлы, был Закон көсөнә ингәндән һуң буласаҡ саҡырылыштарҙың Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау ҡатнаш система буйынса үткәрелә: 225 депутат — бер мандатлы һайлау округы буйынса (бер округ — бер депутат), ҡалған 225 депутат федераль һайлау округы буйынса кандидаттарҙың федераль исемлектәре өсөн һайлаусылар биргән тауыштар һанына пропорциональ һайлана. 2005 йылғы Закон VI саҡырылыш Дәүләт думаһының вәкәләттәре бөткәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала[6].

Бер мандатлы округтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер мандатлы округтарҙан депутаттар һайлау Рәсәй Федерацияһының I—IV саҡырылыштарына (1993, 1995, 1999, 2003) һәм VI саҡырылыш Дәүләт думаһы вәкәләттәре тамамланғандан һуң үткәрелә. Рәсәй территорияһын 225 һайлау округына бүләләр (РФ Дәүләт думаһында бер мандатлы депутаттарға тәғәйенләнгән урындар һаны буйынса). Рәсәй Федерацияһының 85 субъектының һәр береһенә бер мандатлы бер депутат булһа ла тура килә.

Һайлау барьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау тураһында» Федераль закон барьер процентын билдәләй. 2007 йылдан Дәүләт думаһына һайлауҙа процент барьеры 5 %проценттан 7 процентҡаса арттырыла. Шуға ҡарамаҫтан 2011 йылғы һайлауҙа 5-тән 7 процентҡа тиклем тауыш йыйған партияларға ла 1-2 мандат биреү ҡарала (ғәмәлдә бер партия ла ул һандағы тауыштарҙы йыймай). 2011 йылдың октябрендә барьерҙы 2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң 5 процентҡаса төшөргән төҙәтеүҙәр ҡабул ителә[7]. Был норма 2016 йылғы һайлауҙан алып ҡулланылыр тип көтөлә[8], әммә 2014 йылда яңы һайлау законы ҡабул ителә (ҡарағыҙ: өҫтә), ул да 5 процентлы үтеү барьерын билдәләй (22.02.2014 № 20-ФЗ Федераль законының 88-се статьяһы 7-се пункты), ә айырым осраҡтарҙа был барьерҙы үтә алмағандарҙы ла мандаттар һәм исемлектәр бүлеүгә үткәрә (88-се статьяның 8 һәм 9-сы пункттары).

Урындар бүлешеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауыштарға йомғаҡ яһалғас, Хэйр-Нимейер ысулы буйынса тауыштарға пропорциональ депутат мандаттары бүленә[9][10].

Процент барьерын үтмәгән партиялар парламентта урын ала алмай. Уларға бирелеүе ихтимал булған урындар еңеүсе партиялар араһында бүленә. Шулай итеп, аутсайдер партияларға бирелгән тауыштар, еңеүселәргә тәғәйенләмәгән булһа ла, уларға эләгә. Әммә процент барьерын үтмәгән партияларҙың тауыштары был барьерҙы үткән партияларға бирелһә лә, Дәүләт думаһында процент барьерын үткән партиялар араһындағы нисбәт боҙолмай.

Депутаттарҙың эш хаҡы һәм льготалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Депутаттарҙың эш хаҡы һәм льготалары федераль закондар, атап әйткәндә «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ағзаһы статусы һәм Дәүләт думаһы депутаты статусы тураһында» ФЗ-3[11], «Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәте тураһында» ФЗ-79 һәм Дәүләт думаһы регламенты менән көйләнә[12].

2016 йылда РФ Дәүләт думаһы депутаттарының айлыҡ эш хаҡы 380 мең һум плюс кварталлыҡ премия күләмендә була. Депутат Мәскәүҙеке булмаһа, уға фатир бирелә (ҙурлығы депутаттың ғаилә ағзалары һанына ҡарай). Депутаттың транспорт сараһы булмаһа, уға автомобиль бирелә (йә Ford Mondeo, йә Audi)[13].

Бынан тыш Дәүләт думаһының АМР серияһы номерҙары һәм махсус сигнал беркетелгән 12 автомобиле бар[14], улар «„Россия“ транспорт комбинаты» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы тарафынан бирелә. Махсус сигналдар менән йөрөү хоҡуғына Дәүләт думаһы рәйесе, уның урынбаҫарҙары һәм фракцияларҙың етәкселәре эйә[15][16].

Вәкәләттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (103-сө статья)[17] Дәүләт думаһына түбәндәге вәкәләттәрҙе һәм улар буйынса ҡарарҙар сығарыу хоҡуғын бирә:

  • Рәсәй Федерацияһы Президентына Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесен тәғәйенләүгә ризалыҡ биреү;
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Дәүләт думаһы ҡуйған мәсьәләләр буйынса йыллыҡ отчёттарын тыңлау;
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә ышаныс тураһындағы мәсьәләне хәл итеү;
  • Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы рәйесен вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу;
  • Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһының рәйесен һәм уның аудиторҙар составының яртыһын вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу;
  • Федераль конституцион законға ярашлы эш итеүсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде вазифаға тәғәйенләү һәм ваззифанан бушатыу;
  • амнистия иғлан итеү;
  • вазифаһынан баш тарттырыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентына ҡарата ғәйепләү белдереү.

Дәүләт думаһы федераль закондарҙы, әгәр Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән башҡаһы ҡаралмаһа, депутаттарҙың дөйөм һанынан күпселектең тауышы менән ҡабул итә.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 107-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы, ҡабул ителгән федераль закон тигәндә түбәндәгеләрҙе аңларға кәрәк: РФ Конституцияһының 105-се статьяһы 1, 2, 3 һәм 4-се өлөштәренә ярашлы Дәүләт думаһы тарафынан ҡабул ителгән һәм Федерация Советы тарафынан хупланған закондар; РФ Конституцияһының 105-се статьяһына ярашлы Дәүләт думаһы тарафынан ҡабаттан ҡабул ителгән закондар; РФ Конституцияһының 107-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы Дәүләт думаһы һәм Федерация Советы тарафынан хупланған закондар. Бынан тыш, ҡабул ителгән федераль законға РФ президенты тарафынан ҡул ҡуйыла һәм халыҡҡа еткерелә.

Федераль законға рәсми аңлатманы (ул да закон көсөнә эйә) тормошҡа ашырған закондар сығарыу органы акты ла шул уҡ тәртиптә ҡабул ителә, ҡул ҡуйыла һәм халыҡҡа еткерелә. Әгәр аңлатма Дәүләт думаһының ҡарары рәүешендә, йәғни РФ Конституцияһының федераль закондарҙы ҡабул итеүгә ҡағылған 105, 106, 107-се статьялары талаптарын күҙәтмәйенсә сығарылһа, ул РФ-тың закондар сығарыу органы булған Федераль йыйылыштың акты итеп ҡарала алмай. Уның бер палатаһының ғына акты булғанға күрә был ҡарар законға рәсми аңлатма тип танылмай. Уны законға рәсми аңлатма бирергә вәкәләтле тип тә танырға ярамай, сөнки РФ Конституцияһы Дәүләт думаһына ундай хоҡуҡты бирмәй[18].

Дәүләт думаһын таратыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 109-сы статьяһына ярашлы, әгәр Дәүләт думаһы Хөкүмәт рәйесе вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатураларҙы өс тапҡыр кире ҡаҡһа йә өс ай эсендә Хөкүмәткә икенсе тапҡыр ышанмау белдерһә (әгәр президент Хөкүмәтте отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итмәгән булһа), Рәсәй Президенты указы буйынса Дәүләт думаһын таратыу ғәмәлгә ашырыла ала. Ләкин Дәүләт думаһы эшенең беренсе йылында таратыла алмай. Дәүләт думаһы таратылған осраҡта, президент, яңы һайланған Дума элеккеһе таратылғандан һуң дүрт айҙан да һуңға ҡалмай йыйылырға тейешлеген күҙҙә тотоп, һайлап датаһын билдәләргә тейеш.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы аппараты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы аппараты — депутаттарҙың, депутаттар берләшмәләренең, Дума Советының, комитеттарының, комиссияларының һәм рәйесенең, уның беренсе урынбаҫарҙарының һәм урынбаҫарҙарының, Дума аппараты етәксеһенең һәм хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи, ойоштороу, документацион, аналитик, мәғлүмәт, финанс, матди-техник, социаль-көнкүреш тәьминәтте тормошҡа ашырыусы даими эш итеүсе орган.

Дәүләт думаһы аппараты етәкселәре

  • Войков Андрей Иванович (1994—1996)
  • Трошкин Николай Никитич (1996—2002)
  • Лоторев Александр Николаевич (2002—2005)
  • Чернявский Валентин Семёнович (2005—2007)
  • Сигуткин Алексей Алексеевич (2007—2012)
  • Поллыева Джахан Реджеповна (2012—2016)
  • Воронова Татьяна Геннадьевна (2016 йылдың 20 октябренән)

Дәүләт думаһы рәйестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы рәйесе властың башҡарма һәм суд тармаҡтары менән үҙ-ара бәйләнешен тормошҡа ашыра. Рәйес, рәйестең беренсе урынбаҫары, рәйес урынбаҫарҙары палата ултырышында йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлана. Рәйес урынбаҫарҙары вазифаларына кандидаттарҙы депутат берләшмәләре һәм депутаттар күрһәтә ала.

I саҡырылыш Дәүләт думаһы (1994 йылдың 14 ғинуары — 1996 йылдың 17 ғинуары)

  • Рыбкин Иван Петрович (1994 йылдың 14 ғинуарында һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 14.01.1994 N 8-1 ГД ҡарары), Рәсәй Аграр партияһы фракцияһы

II саҡырылыш Дәүләт думаһы (1996 йылдың 17 ғинуары — 2000 йылдың 18 ғинуары)

  • Селезнёв Геннадий Николаевич (1996 йылдың 17 ғинуарында һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 14.01.1996 N 7-II ГД ҡарары), КПРФ фракцияһы

III саҡырылыш Дәүләт думаһы (2000 йылдың 18 ғинуары — 2003 йылдың 29 декабре)

  • Селезнёв Геннадий Николаевич (2000 йылдың 18 ғинуарында һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 18.01.2000 N 6-III ГД ҡарары), КПРФ фракцияһы, 2002 йылдың 4 июненән — бойондороҡһоҙ депутат

IV саҡырылыш Дәүләт думаһы (2003 йылдың 29 декабре — 2007 йылдың 24 декабре)

  • Грызлов Борис Вячеславович (2003 йылдың 29 декабрендә һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 29.12.2003 N 5-IV ГД ҡарары), «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы

V саҡырылыш Дәүләт думаһы (2007 йылдың 24 декабре — 2011 йылдың 21 декабре)

  • Грызлов Борис Вячеславович (2007 йылдың 24 декабрендә һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 24.12.2007 N 3-5 ГД ҡарары), «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы

VI саҡырылыш Дәүләт думаһы (2011 йылдың 21 декабре — 2016 йылдың 5 октябре)

  • Нарышкин Сергей Евгеньевич (2011 йылдың 21 декабрендә һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 21.12.2011 N 4-6 ГД ҡарары), «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы

VII саҡырылыш Дәүләт думаһы (2016 йылдың 5 октябренән)

  • Володин Вячеслав Викторович (2016 йылдың 5 октябрендә һайлана — РФ Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһы Рәйесен һайлау тураһында» 05.10.2016 N 6-7 ГД ҡарары), «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы

Саҡырыштар буйынса Дәүләт думаһы комитеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы комитеттар һәм комиссиялар ойоштора. Комитеттар палатаның закон сығарыу барышында ҡатнашыусы төп органдары булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, депутат берләшмәләренән вәкилдәрҙең пропорциональ һанда булыуы принцибы буйынса төҙөләләр. Комитет рәйестәре, уларҙың беренсе урынбаҫарҙары һәм урынбаҫарҙары депутат берләшмәһе күрһәтеүе буйынса депутаттарҙың дөйөм һанынан күпселектең тауышы менән һайлана.

Комитеттарҙың вәкәләттәренә түбәндәгеләр инә:

  • Дәүләт думаһының ағымдағы сессияға закон проекттары әҙерләү эшенең өлгө программаһын һәм сираттағы айҙа Дәүләт думаһы ҡарарға тейешле мәсьәләләр календарын төҙөү буйынса тәҡдимдәр индереү;
  • закон проекттарын алдан ҡарауҙы тормошҡа ашырыу һәм уларҙы Дәүләт думаһы ҡарауына әҙерләү;
  • Дәүләт думаһы ҡарарҙары проекттарын әҙерләү;
  • Дәүләт думаһы ҡарауына килгән закон проекттары һәм ҡарар проекттары буйынса һығымталар әҙерләү;
  • палата ҡарарына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Конституция судына запростар әҙерләү;
  • Дәүләт думаһы Советы ҡарарына, Дәүләт думаһы Рәйесе ҡушыуына ярашлы Дәүләт думаһының Рәсәй Федерацияһы Конституция судына Дәүләт думаһы вәкилдәрен ебәреү тураһында Дәүләт думаһы ҡарарҙары проекттарын әҙерләү;
  • Дәүләт думаһы тарафынан үткәрелеүсе парламент тыңлауҙарын ойоштороу;
  • федераль бюджеттың тейешле киҫәктәре буйынса һығымталар һәм тәҡдимдәр;
  • ҡануниәтте ҡулланыу ғәмәлиәтен анализлау.
I саҡырылыш II саҡырылыш III саҡырылыш IV саҡырылыш V саҡырылыш VI саҡырылыш VII саҡырылыш
Дәүләт думаһының 13-I ҡарары Дәүләт думаһының 11-II ҡарары Дәүләт думаһының 13-III ҡарары[1] Дәүләт думаһының 13-I ҡарары Дәүләт думаһының 16-IV ҡарары Дәүләт думаһының 9-5 ҡарары Дәүләт думаһының 7-6 ҡарары Ҡарар Дәүләт думаһының 2016 йыл 5 октябрь ултырышында ҡабул ителгән
Ҡануниәт һәм суд-хоҡуҡиәт реформаһы буйынса комитет Ҡануниәт буйынса комитет Конституцион ҡануниәт һәм

дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет

Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет
Плигин Плигин Плигин
Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Граждан, енәйәтселек, арбитраж

һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитет

Исаков Лукьянов Крашенинников Крашенинников Крашенинников Крашенинников Крашенинников
Рәсәйҙең Аграр партияһы КПРФ СПС Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Хеҙмәт һәм социаль булышлыҡ буйынса комитет

Ветерандар эштәре буйынса комитет


Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет

Варенников Куликов Ковалёв Ковалёв
КПРФ Отечество — Вся Россия Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитет


Калашников КалашниковЛисичкин СайкинСеливанов Исаев Исаев Исаев→Баталина Нилов
ЛДПР ЛДПР КПРФСПС Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй ЛДПР
Бюджет, һалымдар,

банктар һәм финанстар буйынса комитет


Бюджет һәм һалымдар буйынса комитет

Жуков Васильев Васильев Макаров Макаров
Рәсәй төбәктәре Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Кредит ойошмалары һәм финанс баҙарҙары буйынса комитет Финанс баҙары буйынса комитет
Задорнов ЗадорновЖуков ШохинЗубов Резник Резник Бурыкина→Гончар Аксаков
Яблоко ЯблокоРәсәй төбәктәре Народный депутат Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Справедливая Россия
Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитет Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет Иҡтисади сәйәсәт, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет Иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет Сәнәғәт, иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет
Глазьев МаслюковТихонов Глазьев ДрагановФёдоров Фёдоров Руденский→Аксаков Жигарев
Рәсәйҙең Демократик партияһы КПРФ КПРФ Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй→ Справедливая Россия ЛДПР
Милек, хосусилаштырыу һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса комитет

Милек мәсьәләләре буйынса комитет

Тәбиғәт ресурстары, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет
Бурков Бунич ПехтинПлескачевский Плескачевский Плескачевский Гаврилов Николаев
Рәсәй төбәктәре Йортобоҙ — Рәсәй Берҙәмлек Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй КПРФ Берҙәм Рәсәй
Мәғлүмәт сәйәсәте һәм элемтә буйынса комитет

Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитет

Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитет Торлаҡ сәйәсәте һәм

торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет

Ветров Комиссаров
ЛДПР Берҙәм Рәсәй
Энергетика, транспорт һәм элемтә буйынса комитет
Полторанин Финько КомиссаровЖелезняк Хованская Хованская
Выбор России ЛДПР Берҙәм Рәсәй Справедливая Россия Справедливая Россия
Сәнәғәт, төҙөлөш,

транспорт һәм энергетика буйынса комитет


Энергеика буйынса комитет

Липатов Грачёв Завальный
Берҙәм Рәсәй Справедливая Россия Берҙәм Рәсәй

Транспорт буйынса комитет

Транспорт һәм төҙөлөш буйынса комитет
Катренко Язев Шишкарёв Москвичёв
Единство Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Сәнәғәт, төҙөлөш

һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән технологиялар буйынса комитет

Ер мөнәсәбәттәре һәм

төҙөлөш буйынса комитет

Шаккум Русских Москвичёв
Берҙәм Рәсәй КПРФ Берҙәм Рәсәй

Сәнәғәт буйынса комитет

Дәүләт думаһының мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты
Гусев Гусев МаслюковСобко Собко Левин
ЛДПР ЛДПР КПРФ КПРФ Справедливая Россия
Мәғариф, мәҙәниәт һәм

фән буйынса комитет

Конверсия һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән технологиялар буйынса комитет Фән һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән технологиялар буйынса комитет Мәғариф һәм фән буйынса комитет
Костин МаслюковШаккум Шаккум
Народовластие КПРФРәсәй төбәктәре Берҙәм Рәсәй

Мәғариф һәм фән буйынса комитет

Черешнев Черешнев
Справедливая Россия Справедливая Россия

Мәғариф буйынса комитет

Мельников МельниковШишлов БулаевГребенников Балыхин ДегтярёвНиконов Никонов
КПРФ КПРФЯблоко Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй

Мәҙәниәт буйынса комитет

Мәҙәниәт һәм туризм буйынса комитет

Мәҙәниәт буйынса комитет

Говорухин Кобзон ИвлиевМединский Говорухин Говорухин
Народовластие Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Туризм һәм спорт буйынса комитет Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет Физик культура һәм спорт буйынса комитет Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет
Губенко Сихарулидзе
КПРФ Берҙәм Рәсәй
Һаулыҡ һаҡлау һәм спорт буйынса комитет Йәштәр эштәре буйынса комитет
Рожкова Соколов ГорюновТретьяк Тараканов АнанскихСвищёв Дегтярёв
Российские регионы КПРФ Берҙәм Рәсәй ЛДПР ЛДПР ЛДПР
Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет

Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет

Денисенко Герасименко Герасименко Яковлева Борзова Калашников→Фургал Морозов
Выбор России Рәсәй төбәктәре Народный депутат Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй ЛДПР Берҙәм Рәсәй

Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә һәм йәштәр эштәре буйынса комитет


Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә һәм балалар эштәре буйынса комитет

Климантова Апарина Горячева Лахова Мизулина Мизулина→Епифанова Плетнёва
Женщины России КПРФ КПРФ Берҙәм Рәсәй Справедливая Россия Справедливая Россия КПРФ

Аграр мәсьәләләр буйынса комитет

НазарчукЧернышёв Чернышёв ПлотниковКулик Кулик Денисов Панков Кашин
Рәсәйҙең Аграр партияһы Рәсәйҙең Аграр партияһы Агросәнәғәт депутат төркөмөОтечество — Вся Россия Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй КПРФ

Оборона буйынса комитет

Юшенков РохлинПопкович Николаев Заварзин Заварзин Комоедов Шаманов
Выбор России Йортобоҙ — Рәсәй Народный депутат Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй КПРФ Берҙәм Рәсәй
Именлек буйынса комитет Именлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу буйынса комитет
Илюхин Илюхин Гуров Васильев Васильев Яровая Пискарёв
КПРФ КПРФ Единство Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй

Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет

Лукин Лукин Рогозин Косачёв Косачёв Пушков Слуцкий
Яблоко Яблоко Народный депутат Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй ЛДПР

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эштәре, Евразия интеграцияһы һәм ватандаштар менән бәйләнештәр буйынса комитет

Затулин Тихонов ПастуховКокошин Кокошин Островский Слуцкий Калашников
Рәсәйҙең Демократик партияһы Народовластие Отечество — Вся Россия Берҙәм Рәсәй ЛДПР ЛДПР КПРФ
Дәүләт думаһының эшен ойоштороу буйынса комитет

Регламент һәм Дәүләт думаһының эшен ойоштороу буйынса комитет

КрасниковПопов ЛоктионовВолковский Ковалёв КовалёвАршба ҒабдрахмановПопов → Пинский Савастьянова
Агросәнәғәт депутат төркөмө Единство Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Төньяҡ проблемалары буйынса комитет Төньяҡ һәм Алыҫ Көнсығыш проблемалары буйынса комитет Төбәктәр сәйәсәте һәм Төньяҡ һәм Алыҫ Көнсығыш проблемалары буйынса комитет
Бауэр ГоманМисник
Выбор России Рәсәй төбәктәреЯблоко

Геосәйәсәт мәсьәләләре буйынса комитет

Устинов Митрофанов Пивненко Пивненко Пивненко
ЛДПР ЛДПР Народный депутат Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй
Федерация эштәре һәм төбәктәр сәйәсәте буйынса комитет
Харитонов Харитонов
КПРФ КПРФ
Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитет
Шаповалов Иванченко ИванченкоГришин Гришин Усачёв
ПРЕС КПРФ КПРФОтечество — Вся Россия Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй

Урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитет

Слива Поляков Мокрый Мокрый Тимченко Кидяев Диденко
ПРЕС Йортобоҙ — Рәсәй Единство Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй ЛДПР

Экология буйынса комитет

Тәбиғәт ресурстары, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология буйынса комитет Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет
Лемешев Злотникова Грачёв Грачёв
ЛДПР Яблоко Единство Берҙәм Рәсәй

Тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет

Астафьев МихайловГлубоковский Беляков Комарова КомароваТуголуков Кашин Тимофеева
ЛДПР Яблоко Единство Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй КПРФ Берҙәм Рәсәй

Йәмәғәт берекмәләре һәм дини ойошмалар эштәре буйынса комитет

ЗоркальцевБауэр Зоркальцев Зоркальцев Попов Попов ОстровскийНилов Гаврилов
КПРФРәсәй төбәктәре КПРФ КПРФ Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй ЛДПР КПРФ

Милләттәр эштәре буйынса комитет

Жамсуев Зорин ТкачёвНикитин Трофимов Купцов Сафаралиев Ғилмеутдинов
Рәсәй төбәктәре Йортобоҙ — Рәсәй Агросәнәғәт депутат төркөмө Берҙәм Рәсәй КПРФ Берҙәм Рәсәй Берҙәм Рәсәй

Комиссиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы ҡануниәт менән билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә комиссиялар ойоштора. Комиссиялар ағымдағы саҡырылыш Думаһының вәкәләтлелек мөҙҙәтенән үтмәгән мөҙҙәткә ойошторола. 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһында алты комиссия бар:

  • Депутат этикаһы мәсьәләләре буйынса Дәүләт думаһы комиссияһы — рәйесе Аршба Отари Ионович[19]
  • Дәүләт думаһы депутаттары тарафынан тапшырылған килемдәр, мөлкәт һәм мөлкәт төҫөндәге йөкләмәләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә контроль буйынса Дәүләт думаһы комиссияһы — рәйесе Наталья Поклонская[20]
  • Федераль бюджеттың милли оборонаны, милли хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдарын ҡарау буйынса Дәүләт думаһы комиссияһы — рәйестәше Макаров Андрей Михайлович[21]
  • Дәүләт думаһының Иҫәп комиссияһы — рәйесе Ғилметдинов Илдар Ирек улы[22]

Дәүләт думаһы советы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палатаның эшен планлаштыра һәм палатаның яҡындағы ултырышында ҡараласаҡ закон проекттарын эшкәртеүҙе тамамлай[23].

Тауыш биреү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы регламентына ярашлы, тауыш биреү йәшерен, асыҡ һәм исемләп үткәрелә ала. Асыҡ тауыш биреү тураһындағы ҡарар Дума тарафынан ҡабул ителә. Йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары электрон системаға яҙылмай, асыҡ йә исемләп тауыш биреү йомғаҡтары яҙыла. Дәүләт думаһында тауыш биреүҙе ғәҙәттә асыҡ үткәреү ҡабул ителгән. Теге йәки был депутат урынында булмаһа, уның өсөн тауыш биреү ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡарыла ала[24]. Бөтә саҡырылыш депутаттарының асыҡ тауыш биреүе йомғаҡтары ҡарау һәм анализлау өсөн асыҡ[25].

Дәүләт думаһының эше өсөн кворум талап ителә.

Законға конституцион төҙәтеүҙәр индереү өсөн Дәүләт думаһы тауыштарының 2/3 өлөшө, закондарға йә закон проекттарына ҡәҙимге төҙәтеүҙәрҙе индереү өсөн 1/2 өлөштән күберәк «РИЗА» йәки «ҠАРШЫ» тауыштар талап ителә.

Депутат берләшмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Депутат берләшмәләренә фракциялар һәм депутат төркөмдәре инә. Депутат берләшмәһе партия йә Думаға дөйөм федераль һайлау округынан үткән һайлау блогы нигеҙендә төҙөлә ала. Депутат бер генә депутат берләшмәһендә торорға хоҡуҡлы.

Фракцияларға инмәгән депутаттар депутат төркөмдәре ойоштора ала. Думаның 2003 йыл 29 декабрь ҡарарына ярашлы, кәм тигәндә 35 депутаттан торған депутат төркөмдәре теркәлеү үтергә тейеш. Был норма бер мандатлы депутаттарҙың күбеһен «Берҙәм Рәсәй» фракцияһына инеүгә этәрҙе.

2007 йылдың 2 декабрендә һайланған бишенсе саҡырылыш Дәүләт думаһында дүрт партия үҙ фракцияһын ойошторҙо: «Берҙәм Рәсәй» (315 кеше), КПРФ (57 кеше), ЛДПР (40 кеше), «Справедливая Россия» (38 кеше).

2011 йылдың 4 декабрендә һайланған алтынсы саҡырылыш Дәүләт думаһында дүрт партия үҙ фракцияһын булдырҙы: «Берҙәм Россия» (238 кеше), КПРФ (92 кеше), «Справедливая Россия» (64 кеше), ЛДПР (56 кеше).

Фракциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы 2017 йылдың ноябренә ҡарата:

Фракция Етәксе Депутаттар һаны Депутаттарҙың дөйөм һанынан процент %
«Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы Сергей Неверов 340[Ф 1] 76,1 %
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы фракцияһы Геннадий Зюганов 42 9,4 %
Рәсәй Либераль-демократик партияһы фракцияһы Владимир Жириновский 40 8,9 %
«Справедливая Россия» партияһы фракцияһы Сергей Миронов 23 5,1 %
Фракциянан тыш депутаттар[Ф 2] 2 0,4 %


Фракция Саҡырылыш Эшмәкәрлек
Родина (фракция) 4 Аамаһын алмаштырыу (Справедливая Россия), башҡа партиялар менән берләшеү
Народный депутат 2,3 Таратылыу һәм Справедливая Россия партияһына ҡушылыу
Единство (фракция) 3 Ҡайтанан ойошторолоу һәм Берҙәм Рәсәй партияһын ойоштороу
Отечество — Вся Россия (фракция) 3 Таратылыу һәм Берҙәм Рәсәй партияһына ҡушылыу
Рәсәй төбәктәре (депутат төркөмө) 1,2,3 Таратылыу һәм Берҙәм Рәсәй партияһына ҡушылыу. Тәүҙә Яңы төбәк сәйәсәте була.
Рәсәйҙең Аграр партияһы 1 Таратылыу һәм Берҙәм Рәсәй партияһына, ҡайһы бер ағзалары КПРФ-ҡа ҡушылыу, Агросәнәғәт төркөмө булараҡ 1999—2003 йылдарҙа йәшәй, һуңынан ағзалары КПРФ фракцияһына инә.
Яблоко (фракция) 1,2,3 Эшмәкәрлеген төбәктәрҙә ҡала кимәлендә дауам итә.
Союз правых сил (фракция) 3 Таратылыу һәм Правое дело партияһына ҡушылыу
Рәсәйҙең Демократик партияһы 1 Таратылыу һәм ии Правое дело партияһына ҡушылыу (2007).
Йортобоҙ — Рәсәй 2 Таратылыу һәм бөтөрөлөү. Фракция депутаттары Единство фракцияһына инә.
Демократический выбор России 1 Таратылыу һәм Союз правых сил партияһына ҡушылыу
Партия российского единства и согласия (фракция) 1 Таратылыу һәм бөтөрөлөү. Депутаттар Рәсәй төбәктәренә инә.
Патриоты России 4 Эшмәкәрлеген төбәктәрҙә ҡала кимәлендә адуам итә. Рәсәйҙе яңыртыу партияһына ҡушыла.

Депутат билдәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы депутатына Дәүләт думаһы депутатының түшкә таҡмалы ике билдәһенән торған комплект тапшырыла, билдәнең береһе винтлы беркеткес, икенсеһе төйрәүес менән эшләнә. Түшкә таҡмалы билдәләрҙең номеры депутат таныҡлығының номерыныҡы кеүек була. Дәүләт думаһы депутаты билдәләре иҫтәлек итеп һаҡлау өсөн депутат вәкәләттәрен башҡарған кешелә ҡалдырыла. Дәүләт думаһы депутаты мәрхүм булһа, депутаттың түшкә таҡмалы билдәләре иҫтәлек итеп һаҡлау өсөн уның ғаиләһе ағзаларында ҡалдырыла.

Дәүләт думаһы интернетта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 27 апрелендә Дәүләт думаһы бер юлы алты социаль селтәрҙә — ВКонтакте, Twitter, Instagram, Facebook, Telegram (2017 йылдың 28 апрелендә ябыла) һәм Одноклассникиҙа — рәсми сәхифәһен аса[26][27].

2017 йылдың 24 ноябрендә Парламенттың түбәнге палатаһы йәмғиәт менән социаль селтәрҙәр аша аралашыуға яңы ҡарашы өсөн «Дәүләт һәм йәмғиәт» номинацияһында Рунет премияһына лайыҡ була[28].

2018 йылдың 2 апрелендә Дәүләт думаһы сайтының яңыртылған дизайнлы версияһы эшләтелә башлай[29]. Яңы сайттың техник мөмкинлектәре бөтә төр яңы форматтарҙы файҙаланыу өсөн ҡулай. Бынан тыш Дәүләт думаһы сайтында махсус сервистар бүлеге барлыҡҡа килгән, ҡулланыусылар бер тыҡылдаҡ аша үҙҙәренә кәрәкле закон проекттарын таба ала. Яңылыҡтарҙың текстарын федераль баҫмаларҙа эшләп тәжрибә йыйған профессиональ журналистарҙан торҡан редакция әҙерләй[30].


Аңлатмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В текстах Конституции Российской Федерации и нормативных актов второе слово пишется с прописной буквы — Государственная Дума; согласно Правилам русской орфографии и пунктуации — со строчной (полный академический словарь РАН, 2013)
  2. Статья 95 Конституции Российской Федерации
  3. Статья 97 Конституции Российской Федерации
  1. Берҙәм Рәсәйҙән һайланған 399 депутат һәм 1 үҙкүрһәтеүле депутат
  2. «Гражданская платформа» һәм «Родина» партияларының Дәүләт думаһында бер фракцияға ла инмәгән берәр вәкиле бар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. Ответ справочной службы русского языка сайта gramota.ru
  3. Полный академический справочник под редакцией Лопатина, § 189.
  4. Конституция Российской Федерации. Глава 5. Федеральное собрание
  5. Закон Российской Федерации о поправке к Конституции Российской Федерации от 30 декабря 2008 года № 6-ФКЗ «Об изменении срока полномочий президента Российской Федерации и Государственной Думы» // Российская газета от 31 декабря 2008 года.
  6. Федеральный закон от 22.02.2014 № 20-ФЗ «О выборах депутатов Государственной Думы Федерального собрания Российской Федерации» на Официальном интернет-портале правовой информации
  7. Федеральный закон Российской Федерации от 19 октября 2011 г. N 287-ФЗ
  8. Депутаты снизили избирательный порог на парламентских выборах, «Российская газета», 07.10.2011
  9. Федеральный закон «О выборах депутатов Государственной думы Федерального собрания Российской Федерации» Статья 83
  10. Методы пропорционального распределения мандатов
  11. Закон «О статусе члена Совета Федерации и статусе депутата Государственной думы Федерального собрания Российской Федерации» от 08.05.1994 № 3-ФЗ.
  12. Регламент Государственной думы 2016 йыл 1 февраль архивланған.
  13. Как живут депутаты: права, обязанности и приятные бонусы. Дождь. Дата обращения: 18 сентябрь 2016.
  14. АВТОМОБИЛИ — ФЕДЕРАЛЬНОЕ ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ТРАНСПОРТНЫЙ КОМБИНАТ «РОССИЯ» УПРАВЛЕНИЯ ДЕЛАМИ ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2019 йыл 17 июль архивланған.
  15. Мигалки для Госдумы: кому из депутатов достанутся спецсигналы
  16. В Госдуме рассказали о порядке распределения мигалок среди депутатов
  17. Глава 5. Федеральное Собрание. Конституция Российской Федерации. www.constitution.ru. Дата обращения: 12 март 2018.
  18. Постановление Конституционного суда РФ от 17.11.1997 № 17-П
  19. Комиссия ГД по вопросам депутатской этики. www.gosduma.net. Дата обращения: 20 ноябрь 2016. 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.
  20. Комиссия ГД по контролю за достоверностью сведений о доходах, об имуществе и обязательствах имущественного характера, представляемых депутатами ГД. www.gosduma.net. Дата обращения: 20 ноябрь 2016. 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.
  21. Комиссия ГД по рассмотрению расходов федерального бюджета, направленных на обеспечение национальной обороны, национальной безопасности и правоохранительной деятельности. www.gosduma.net. Дата обращения: 20 ноябрь 2016. 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.
  22. Счетная комиссия ГД. www.gosduma.net. Дата обращения: 20 ноябрь 2016. 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.
  23. Итоги заседаний Совета Государственной думы \ Консультант Плюс
  24. Глава 10, статья 83
  25. Система анализа результатов голосований на заседаниях Государственной думы 2013 йыл 3 июль архивланған.
  26. Ольга Чуракова. Госдума выйдет в шесть соцсетей  (рус.), Ведомости (21 апреля 2017). 20 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  27. Леонид Левин. Госдума завела аккаунты в соцсетях  (рус.), Интерфакс Россия (28 апреля 2017). 20 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  28. Номинанты Премии рунета 2017 в номинации Государство и Общество  (рус.), Официальный сайт Премии Рунета (29 ноября 2017). 20 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  29. Государственная Дума запустила новый сайт!  (рус.), Официальное сообщество Государственной Думы Вконтакте (2 апреля 2018 года). 2 апрель 2018 тикшерелгән.
  30. Госдума обновила официальный сайт  (рус.), ТАСС. 6 апрель 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]