Ел тирмәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ләлә сәскәләре араһында ел тирмәне, Нидерланд

Ел тирмәне — ел энергияһы иҫәбенә механик эш башҡара торған аэродинамик ҡоролма. Ғәҙәттә, ҡоролма заводтарҙа, тирмәндәрҙә, башняларҙа ҡуйыла. Елдән алынған энергияны күп тармаҡта ҡулланырға мөмкин. Он йәки тәмләткестәр тартыу, һыу һурҙырыу һәм ағас бысыу кеүек эштәрҙе башҡара. Хәҙерге заман ел ҡоролмалары электр энергияһын етештерә. Улар ел электр станцияһы тип атала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ел менән эшләй торған Герон органы (реконструкция)

Ел ярҙамында эшләй орган (музыка инструменты) тураһында Б. Э. 1 быуатында грек инженеры Герон яҙып ҡалдырған. Был ел энергияһын ҡуллана торған беренсе машина була.[1][2] Б. Э. 60 йылдарында көнсығыш Персияла вертикаль күсәрле ел тирмәндәре файҙаланыла. 1180 йылдарҙа төньяҡ-көнбайыш Европала горизонталь күсәрле ел тирмәндәрен эшләтәләр.[3] Был төр бөгөн дә йыш ҡулланыла.

Боронғо тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе ел тирмәндәре оҙон вертикаль күсәрле, дурт мөйөшлө ҡалаҡлы (лопасть) булған. Бындай тирмәндәр 9-сы быуатта Персияла булғаны билдәле.[4] Хәлиф Ғүмәрҙеңел тирмәне турыһында хәҡиҡәт бар (Б. Э. 634—644 йылдары). Был тарихтың ысынмы-бушмы икәне билдәһеҙ.[5] Ел тотоу өсөн алтынан ун икегә тиклем елкән ҡуйғандар. Елкәндәр ҡамыштан йә етендән эшләнгән туҡыманан тегелгән. Ошондай ел ҡоролмалары 13 быуатта Ҡытайҙа ла булған. Был ҡоролмалар һуғарыу өсөн файҙаланылғпн. Был төр Европа ҡоролмаларынан бик ныҡ айырылған.

Был нисек эшләй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо ел тирмәне эсендәге механизмдар

Ел ҡалаҡтары йәки елкәндәр ел ярҙамында хәрәкәткә килә. Кардан валы механизмдары әйләнеү көсөн бороп ебәрә. Он тарта торған ҡоролмала ел тирмән ташын әйлендерә. Әйләнгән таш араһына эләккән иген бөртөтәре ватыла, тартыла. Һыу һурҙыра торған ел ҡоролмаларында әйләнеп торған вал поршенды хәрәкәткә килтерә. Цилиндр эсендә йөрөгән поршень һыу һура һәм ҡыҫып сығара. Электр энергияһы етештерә торған ҡоролмаларҙа вал бик күп механизмдар менән бәйләнгән, был электр генераторының әйләнеү тиҙлеген арттырырға булышлыҡ итә.

Ел тирмәне мәҙәниәттә һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ла-Манч ел тирмәндәре, Испания

Мигель де Сервантес «Дон Кихот» әҫәрендә Дон Кихоттың ел тирмәндәре менән көрәшеүе хаҡында яҙа. Ул уларҙы шәфҡәтһеҙ гигант тип уйлай. Шуға күрә, Ла-Манч ел тирмәндәре бөтә донъяға билдәле. Ел тирмәне менән сығыштырыу елғыуар, файҙаһыҙ тигәнде аңлата. «Moulin Rouge» (Мулен Руж) тигәнде француз теленән тура тәржемә иткәндә Ҡыҙыл Ел Тирмәне тигәнде аңлата.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. A.
  2. Dietrich Lohrmann, «Von der östlichen zur westlichen Windmühle», Archiv für Kulturgeschichte, Vol. 77, Issue 1 (1995), pp.1-30 (10f.
  3. Dietrich Lohrmann, «Von der östlichen zur westlichen Windmühle», Archiv für Kulturgeschichte, Vol. 77, Issue 1 (1995), pp.1-30 (18ff.
  4. Ahmad al-Hassan, Donald Hill: Islamic Technology.
  5. Dietrich Lohrmann, «Von der östlichen zur westlichen Windmühle», Archiv für Kulturgeschichte, Vol. 77, Issue 1 (1995), pp.1-30 (8)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • A. G. Drachmann: "Heron’s Windmill, " Centaurus, 7 (1961), pp. 145–151
  • Hugh Pembroke Vowles: «An Enquiry into Origins of the Windmill», Journal of the Newcomen Society, Vol. 11 (1930-31)

Өҫтәмә биттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]