Ерәнсәй сумғыс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ерәнсәй сумғыс
Ерәнсәй сумғыс
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ҡаҙ һымаҡтар
Ғаилә: Өйрәктәр
Төр: Ерәнсәй сумғыс
Латинса исеме
Netta rufina
(Pallas, 1773)
ITIS 175234
NCBI 30387
Netta rufina
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600469

Ерәнсәй сумғыс (рус. красноносый нырок, лат. Netta rufina)— йорт өйрәгенән байтаҡ бәләкәйерәк ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңғыҙ, парлашып һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ултырған ҡоштоң башы ҙур булып күренә. Башы, муйыны сағыу ерән. Түше, арҡаһының алғы өлөшө ҡара. Ҡанаттары көрәнһыу һоро, көҙгөләре аҡ. Яурындарындағы таптар, ҡорһағы һәм ҡабырғалары алһыу аҡ. Бәләкәй генә суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Башҡа сумғыс өйрәктәрҙән бәләкәйлеге, йомро ҙур башы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауышы яңғырауыҡлы: «көрр-керр-көрр»; ата ҡош яҙғыһын һыҙғыра.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң асыҡ урындары булған тәрән күлдәрҙә йәшәй. Башлыса һыу үҫемлектәре, ылымыҡ менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡамыш араларында була. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]