Жизйә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Жизйә йәки жи́зиә (ғәр. جزْية‎), шулай уҡ хараж — мосолман дәүләттәрендә башҡа дин тотоусыларға (зимми) йән башына һалынған яһаҡ. Ислам хоҡуҡ белгестәре жизйәне яулап алынғандарҙың ғүмере, мал-мөлкәте именлеген тәьмин иткән өсөн түләү тип ҡарай. Яһаҡ түләүҙән ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, инвалидтар, ярлы бәндәләр, монахтар (VIII быуат башына тиклем) һәм мосолман армияһы сафында һуғышҡан христиандар азат ителгән.

Мысыр папирусы,унда грек-ғәрәп хәрефтәре менән яһаҡ ҡағыҙы яҙылған. мил. 643 йыл
Жизйә документы. (Осман империяһы, XVII быуат).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Жизйә" һүҙе Әт-Тәүбә сүрәһенең 29-сы аятында осрай. Урта быуат хоҡуҡ белгестәре бының яһаҡ тураһында булыуына шикләнә, бары түләү булғандыр тип фараз итәләр. әлбиттә был аятаҫтында түгел, ә бары тик «гүзәл». VII быуатта жизйә менән хараж менән бутала, сөнки яулап алынған өлкәләрҙән алынған яһаҡ түләнеү тип ҡабул ителгән. VIII быуаттың тәүге сирегендә жизйә индивидуаль яуаплылыҡ талап иткән яһаҡ булараҡ үҫешә. яһаҡтар арта, шул сәбәпле халыҡтың матди хәле лә хөртәйә[1].

Түләүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жизйәне балиғ булған ир-ат түләгән. Һалым түләүсенең мөлкәт хәленә ҡарап, жизйә 12, 24 48 йәки дирһәм тәшкил иткән, ә әйләнештә алтын булған илдәрҙә — 1,2,4 динар. Был ставкалар XV быуатҡа тиклем һаҡланған, әммә Ғосман империяһында аҡса осһоҙланыу сәбәпле һалым күләме үҙгәрә бара.

XI—XIII быуаттарҙа күпселек исла илдәре коллектив яуаплылыҡ системаһына күсә. Яһаҡты йыйыу һәм ваҡытында тапшырыу өсөн йәмәғәт башлығы яуап биргән.

Мираҫҡа ер алған ҡатындар ҙа яһаҡ түләгән. Жизйәнән мосолман армияһы сафында һуғышҡан христиандар азат ителгән. Сицилия графлығында мосолмандарҙан йән башына йыйған түләүҙәр ҙә жизйә тип аталған [1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Большаков О.Г. Джизйа // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 65.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]