Журнал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Журналдар

Журнал — китап һымаҡ сығарылған ваҡытлы баҫма[1]. Журналдар ғәҙәти китаптарға оҡшамаған. Журналдың йылына бер нисә мәртәбә баҫыла. Журнал ваҡытлы баҫма тип атала, сөнки яңы сығарылыша сығып тора. Журналдар ҡағыҙға баҫыла. Кешеләр журналдарға яҙыла. Time журналын миҫалға килтерергә була. Журналдарҙа бик күп өлкәләрҙән мәҡәләләр баҫыла. Журналдар гәзит кеүек, әммә журналды әҙерләү өсөн оҙағыраҡ ваҡыт кәрәк, журнал биттәре төҫлө итеп баҫыла һәм гәзиттән ҡыйбатыраҡ тора. Һирәк кенә журналдар уҡыусыларна бәләкәй генә бүләктәр менән килә.

Журнал, гәзит кеүек үк, билдәле бер идеологик төркөмдөң, ижтимағи синыфтың, сәйәси фирҡәнең мәнфәғәтенә ярашлы йәмәғәт фекерен тыуҙырыусы киң мәғлүмәт һәм пропаганда сараһы. Компьютер версткаһы технологияһы һәм төҫлө баҫыу ысулы барлыҡҡа килгәс, Рәсәйҙә XX быуат аҙағы — XXI быуат башында журналдар реклама сараһына әйләнә. Ҡағиҙә булараҡ журналдар билдәлә бер төркөмгә тәғәйенләнгән, йәки реклама каталогы булып тора.

Интернет барлыҡҡа килгәс журналдар интернет селтәрендә сыға башланы. Элек сығарылған ҡағыҙ журналдарҙың архивы барлыҡҡа килде, һуңыраҡ онлайн-журналдар сыға башланы.

Журнал төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Вокруг света»Рәсәйҙә сыға башлаған иң тәүге журналдарҙың береһе

Журнал һәм гәзиттәр түбәндәгесә классификацияға бүленә:

  • сығыу йышлығы буйынса — аҙналыҡ, айлыҡ, ике айға бер мәртәбә сығыусы һ.б.;
  • форматы буйынса;
  • тематикаһы буйынса;
  • мәғлумәт биреү стиле буйынса.

Журнал үзенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Журнал гәзиткә ҡарағанда һирәгенрәк сыҡҡанға күрә мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге ҡалыша. Әммә журналдың ваҡиғаларҙы анализлау, уйланыу, һөҙөмтә сығарыу өсөн ваҡыты киңерәк.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]