Заруцкая Ирина Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Заруцкая Ирина Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 ноябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
СССР
Һөнәр төрө географ
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы Сталин премияһы

Ирина Павловна Заруцкая (19081990) — совет ғалимы һәм геоморфологы картограф, география фәндәре кандидаты (1955), география фәндәре докторы (1967), профессор (1967).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирина Павловна Заруцкая 1908 йылдың 12 ноябрендә Мәскәүҙә билдәле архитектор П. А. Заруцкий ғаиләһендә тыуған.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт университеты физика-м атематика факультетының тупраҡ-геология-география бүлегенә уҡырға инә. 1931 йылда уҡыуын «геоморфология» һөнәре буйынса тамамлай, Мәскәү һәм Белгород өлкәләрендә, Көньяҡ Уралда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һәм башҡа төбәктәрҙә ялан топографик эштәре үткәрә. 1932 йылда Мәскәү%Волга каналы төҙөлөшө өсөн Мәскәү йылғаһы бассейнының топографик төшөрөүен эшләй. 1934 йылдан 1937 йылға тиклем Заруцкая Баш геодезия идаралығының картография тресы ғилми редакцияһында эшләй, башҡа ғалимдар менән 1:100 000 масштаблы топоргафик карта булдырыу өҫтөндә тора, бынгың өсөн «Геодезия һәм картография алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә [1].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ирина Павловна илдең 1:100 000 масштаблы картаһын төҙөү менән шөғөлләнә. Һуғыштан һуң, 1945—1950 йылдарҙа Геодезияның һәм картография баш идаралығы Ғилми-редакцион карта төҙөү өлөшөнөң баш мөхәррире вазифаһын башҡара һәм СССР-ҙың 1:2 500 000 масштаблы гипсометроик картаһы өҫтөндә эшләй, шуның өсөн 2-се дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була (1951). 1951—1953 йылдарҙа И.П.Заруцкая Ғилми-редакцион карта төҙөү өлөшөнөң баш мөхәррире вазифаһында юғары мәктәп өсөн карталар серияһын төҙөү өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ 1951 йылдан алып бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университетының география факультетында уҡыта, 1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының геодезия һәм картография кафедраһына даими эшкә күсә, унда ҡырҡ йылға яҡын эшләй.[2] И. П. Заруцкая ҡатнашлығында Иркутск, Ҡостанай һәм Төмән өлкәләре шулай уҡ Сиҙәм һәм Алтай крайҙарының комплекслы төбәк атластары төҙөлә[3] Күренекле совет ғалимы-картографы К.А.Салищев менән хеҙмәттәшлек итә.

1955 йылда «Методы составления рельефа на гипсометрических картах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4], ә 1966 йылда «Тематические карты природы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Һигеҙ фән кандидаты әҙерләнгән. 300-ҙән ашыу ғилми эшен баҫтырған.[2] Профессор И. П. Заруцкая халыҡ-ара конференцияларҙа күп ҡатнаша, Халыҡ-ара картография ассоциацияһы комиссияһында эшләй.

Уҡытыу эшмәкәрлеген тамамлап, СССР Фәндәр академияһының география институтында консультант булып эшләй.

1990 йылдың 2 февралендә Мәскәүҙә вафат була.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары.
  • Һуғыштан һуңғы хеҙмәттәре өсөн Сталин премияһына лайыҡ була, «Почёт билдәһе» ордены, ике «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.[2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Краснопольский А. В. Отечественные географы, 1993; И. П. Заруцкая // Библиографический справочник, 1993.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]