Измит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Измит
төр. İzmit
Рәсем
Рәсми атамаһы İzmit
Рәсми тел Төрөк теле
Дәүләт  Төркиә
Административ үҙәге Ҡожаэли һәм Коджаэли[d]
Административ-территориаль берәмек Ҡожаэли һәм Анатолия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Измитский залив[d]
Халыҡ һаны 376 056 кеше (2022)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 100 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Кассель, Секешфехервар[d][1], Чжэньцзян[d], Agios Sergios[d], Buk District[d], Чаир[d], Центар Жупа[d], Илиджа[d], Карачи, Октябрьский район[d], Херсон, Момчилград[d], Пхохан[d], Тизнит[d] һәм Травник[d]
Алыштырған Никомедия[d]
Почта индексы 41000
Вид в ночное время
Зимнее изображение
Городское население 294 875, 300 611, 302 960, 332 754, 338 710, 347 074, 354 464, 360 409, 363 416, 367 990, 365 893 һәм 371 002
Сельское население 20 859, 21 977 һәм 24 475
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 15 300 ± 99[2]
Урындағы телефон коды 262
Номер тамғаһы коды 41
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of İzmit[d]
Карта
 Измит Викимилектә

Измит[3] (төр. Izmit) — Төркиә, Мәрмәр диңгеҙе төбәгендәге Чаталджа-Ҡожаэли (төр. Çatalca-Kocaeli Bölümü) Ҡожаэли провинцияһының административ үҙәге (мәркәзе). Мәрмәр диңгеҙенең тар ғына төньяҡ яр буйында һәм бейеклеге 200 метрға тиклем еткән ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1337 йылға тиклем ҡала Никомедия (бор. грек. боронғо грекса - Νικομήδεια)тип аталған һәм Рим империяһына, һуңғараҡ Византияға ҡараған. 1337 йылда, төрөктәр баҫып алғанда бөтә диуарҙары емерелгән, грек халҡы тотош тиерлек ҡырылған. Ҡала үҙенең әһәмиәтен юғалтҡан һәм өсөнсө дәрәжәләге булып ҡалған. Әлеге ваҡытта Измит Төркиәнең мөһим сәнәғәт райондарының береһе булып тора.

Измит урынында даими халыҡ биләмәһе булыуҙың тәүге шаһитлыҡтары беҙҙең эраға тиклем XII быуатҡа ҡарай. Был ваҡытта территория фригиялылар ҡулы аҫтында булған һәм һуңыраҡ бында йәшәргә Мегара ҡалаһынан яңы урындар эҙләп килгән халыҡҡа күскән. Улар әлеге Башискеле районында урынлашҡан, унда порт Астакос ҡаласығы төҙөлгән[4].

Ғосманлылар һәм сәлжүктәр осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1078 йылда ҡала төрөк-сәлжүктәр ҡулына күскән. Тәре яуҙары осоронда төрөктәр ҡаланы (1083) юғалтҡан.

Төрөктәр идаралығына тулыһынса күсеү Орхан I Гази идараһы осоронда 1337 йылда була. Никомедия Изникмидҡа (төр. İznikmid) әйләнгән , Баязит I идара иткән осорҙа — Измид (төр. İzmid) тип атала башлаған (шуны билдәләп үтергә кәрәк: Никомедия һәм Измит — ул төрлө тарихи осорҙарҙан алынған бер үк һүҙ). Византия империяһының Никомедияны кире ҡайтарырға ниәттәре булһа ла, хыялдары тормошҡа ашмай ҡалған[5].

Санджак Измит (1912 й.)

Санджаҡ Ҡалалар Төрөктәр Гректар Әрмәндәр Йәһүдтәр Дөйөм һаны
Измит Измит 223 18 603 3 550 18 500 2 876 42
Карамурсал 5 000 732 19 875 2 - 27 607
Ялово 5 000 894 14 1 000 - 894 20
Адапазары 374 32 333 14 220 14 - 934 61
Хандра 452 37 689 7 5 101 - 242 50
Гейв 18 900 883 12 889 6 - 780 38
Йәмғеһе: 949 116 134 73 635 48 500 2 333 242

Сығанағы: George Sotiriadis: An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the and, 1918

Беренсе донъя һуғышы осоронда элекке әһәмиәтенән мәхрүм ҡала. 1920 йылдың 6 июлендә ҡаланы инглиздәр баҫып алған, 1921 йылдың 28 апрелендә - гректар. 28 июлдә ҡала ҡабат төрөктәр ҡулына күскән[5].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Измит — Төркиәнең иң мөһим сәнәғәт һәм сауҙа үҙәктәренең береһе — 643 766 кеше, шуның 200 003-ө ҡалала һәм 441 763-ө — ауыл райондарында һәм ҡала янында йәшәй. 1999 йылдың 17 авгусында ер тетрәү халыҡ һанының һиҙелерлек үҙгәреүенә сәбәпсе була.


Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдәр, төбәктәр Туғанлашҡан ҡалалар Элемтә урынлаштырылған йыл
Германия Германия Кассель 1989
Корея республикаһы Корея республикаһы Ульсан -
Ҡытай Ҡытай Цзинань -
Венгрия Венгрия Секешфехервар -
Молдова Молдова Чадыр- -
Ливия Ливия Эль-Байда 2013

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.szekesfehervar.hu/kocaeli
  2. (unspecified title)
  3. Большой энциклопедический словарь / Прохоров А.. — 1993. — С. 479a.
  4. Kocaeli’nin tarihçesi 2008 йыл 13 сентябрь архивланған. (төр.) {{{2}}}. (История Ҡожаэли на официальном сайте)
  5. 5,0 5,1 Энциклопедия Meydan Larousse, том 6-й, стр. 635

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]