Ильясов Юлай Талха улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ильясов Юлай Талха улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 июнь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Ильясов Юлай Талха улы (10 июнь 1969 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы башлығы. Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры (2010—2012), Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты башлығы (2005—2008), Өфөнөң Киров районы башлығы (2008—2010),

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлай Талха улы Ильясов 1969 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районының Юнай ауылында тыуған

1994 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «Осоу аппараттарының электр ҡорамалдары» һөнәре буйынса һәм 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.

1990—1991 йылдарҙа Нефтекамала «Связьстрой-5» тресы ПМК-512 монтажсыһы, 1991—1992 йылдарҙа «Рощинский» совхозы эшсеһе булып эшләй.

1992—1993 йылдарҙа «Визит-брок» контораһы маклеры, 1993—1994 йылдарҙа — «Аякс» спорт клубы администраторы.

1994—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында аспирантурала уҡый, 1995 йылдан 1998 йылға тиклем Өфө дәүләт авиация техник университетында кесе ғилми хеҙмәткәр, кафедра ассистенты була.

1998 йылдан алып дәүләт хеҙмәттәрендә. 1998—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт Министрлығының әйҙәүсе, һуңынан баш белгесе, 1999 йылдан алып — «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы бүлек начальнигы урынбаҫары, 2000 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының баш белгесе.

2000—2004 йылдарҙа «Оҙайлы һаҡламдар фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең әйҙәүсе белгесе, 2004—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең социаль-иҡтисади үҫеште күҙаллау һәм социаль сәйәсәт бүлеге мөдире.

2005 йылдың 7 февралендә Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә, 2008 йылдың 7 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына күсеү менән бәйле, биләгән вазифаһынан бушатыла.

2008 йылдың 12 авгусынан 2010 йылдың авгусына тиклем Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы, 2010 йылдың авгусынан алып 2012 йылдың ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын етәкләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]