Имхотеп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имхотеп
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Боронғо Мысыр
Тыуған көнө Б. э. т. XXVIII быуат
Тыуған урыны Мемфис[d], Эль-Гиза[d], Мысыр
Вафат булған көнө Б. э. т. XXVII быуат
Вафат булған урыны Боронғо Мысыр, Мысыр
Әсәһе Kheredu-ankh[d]
Һөнәр төрө архитектор, инженер, астроном, табип
Биләгән вазифаһы мудрец[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Имхотеп Викимилектә
Имхотеп

Имхотеп, бронзовая статуэтка времён Птолемеев
G39N5
 
личное имя
как Сын Ра
M18G17R4
X1 Q3

Jj m ḥtp
Имхотеп
Пришедший в мире

M18G17R4

Имхоте́п (jY-m-ḥtp «Ҡәнәғәтләнеү алған»; грекса Имутес, Ἰμούθης) — Боронғо Мысырҙың күренекле архитекторы, Боронғо батшалыҡ (Боронғо Мысыр) осоро, III династияның (беҙҙең эраға тиклем 2630—2611 йылдар) беренсе фирғәүене Джосерҙың иң юғары чиновнигы (чати). Ра аллаһының Гелиополь ҡалаһындағы юғарғы руханийы. Мысыр пирамидаларының иң тәүгеһе булған Джосер пирамидаһын төҙөүсе. Беренсе күсеү осоронан алып шағир һәм аҡыл эйәһе тип иҫәпләнелә.

Аҙағыраҡ алла тип таныла һәм дауалау аллаһы булараҡ хөрмәт ителә. Имхотеп донъя тарихында бар яҡтан камил кеше[2], архитектор[3], инженер һәм ғалим, ҡайһы берҙә тәүге табип (әммә ул ваҡытта тағы ла ике табип: Мерит-Птах һәм Хеси-Ра була) тип иҫәпләнелә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джосер статуяһы нигеҙендәге яҙыуҙа Имхотептың батша һарайы даирәһендә юғары урынды биләүе асыҡлана, унда фирғәүен титулдарынан һуң уның беренсе кәңәшсеһе Имхотеп тора: «Түбәнге Мысырҙың байлығын һаҡлаусы, Үрге Мысырҙа батшанан һуң беренсе урынды алып тороусы, бөйөк батша һарайы башлығы, Гелиополь ҡалаһының баш руханийы, Имхотеп, төҙөүсе, архитектор, таш вазаларҙы тыуҙырыусы скульптор». Уның сығышы тураһында мәғлүмәт бик аҙ, ләкин Вади-Хаммаматта йәшәгән архитектор Хнумибраның эпиграфик мәғлүмәттәре буйынса (беҙҙең эраға тиклем 495 һәм 491 йылдар арауығы) фекер йөрөткәндә, ә унда Имхотеп «Үрге һәм Түбәнге Мысырҙа алып барылған эштәрҙең начальнигы Канеферҙың» улы тип атала, ул руханиҙар йәки чиновниктар нәҫеленән булырға тейеш

Беҙҙең көндәрҙә Джосер пирамидаһы

Имхотеп үҙенең тәүге баҫҡыслы пирамидаһын — Джосер кәшәнәһен, шулай уҡ пирамиданы уратып алған архитектура ҡоролмалары комплексын Саккарала, Мемфистан (Мысыр) алыҫ булмаған урында ҡороуҙы планлаштыра. Имхотеп пирамидаль архитектура формаларын уйлап табыусы тип иҫәпләнелә: ул фирғәүендең таш мастабаһы (тура дүртмөйөшлө кәшәнә) өҫтөнә үлсәмдәре буйынса бәләкәйерәк тағы ла өс мастаба төҙөргә тәҡдим итә, шулай итеп, мастаба дүрт баҫҡыслы пирамидаға әйләнә (артабан пирамиданың баҫҡыстары алтыға тиклем арттырыла, һәм ул бейеклеге буйынса 61 метрға етә). Шулай итеп, Имхотеп Боронғо батшалыҡта архитектура традицияһына нигеҙ һалыусы булараҡ сығыш яһай. Бынан тыш Имхотепты архитектурала колонналар ҡулланыуҙы ла уйлап таба, тип иҫәпләргә мөмкин.

Имхотеп Джосерҙан һуң вафат була. Джосерҙан һуң уның урынына килгән Сехемхет өсөн төҙөлөп бөтмәгән пирамиданы уратып алған комплекстың төньяҡ стенаһында Имхотеп тигән яҙыу табыла, шуға был кәшәнәне төҙөүҙә лә ул ҡатнашҡандыр, тигән фараз бар. Эдфу ғибәҙәтханаһын да Имхотеп төҙөгән тип иҫәпләйҙәр.

Эдвин Смит папирусы фрагменты. Нью-Йоркск медицина академияһы

Имхотеп мысыр медицинаһына нигеҙ һалған тип тә иҫәпләнә. Атап әйткәндә, ул «Эдвин Смит папирусы» — фундаменталь медицина тикшеренеүенең авторы тип атала. Был папирус беҙҙең эраға тиклемге 1700—1550 йылдарға ҡараһа ла, ул Боронғо йәки Иртә батшалыҡ осоронан билдәле материалдарға нигеҙләнгән. Был папируста күп кенә сирҙәрҙең ысынбарлыҡтағы сәбәптәре беренсе тапҡыр билдәләнелә. Мәҫәлән, 48 йәрәхәт алыу осрағы ҡарала, һәр бер осраҡта физик йәһәттән тикшереү, дауалау һәм күҙаллау тасуирлап яҙыла. Канаданың XIX быуатта билдәле практик-медигы Уильям Ослер Имхотепты медицинаның атаһы һәм «боронғолоҡ томанының асыҡ булып күренгән беренсе медигы» тип атай.

«Имхотеп нәсихәте» булараҡ билдәле беренсе әҙәби өгөт-нәсихәттең авторы тип тә Имхотепты атайҙар. Был әҫәрҙең төп нөсхәһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған, әммә фирғәүен Джедкара Исесиҙың вәзире исеменән яҙылған «Птаххотеп нәсихәте» ошондай әҙәбиәттең тәүге өлгөһө тип иҫәпләнелә.

Аллалаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр тарихында Имхотептың абруйы артабанғы йылдарҙа шул тиклем күтәрелә, ул тылсымлы көскә эйә булған бөйөктәрҙән бөйөк аҡыл эйәһе, тип иҫәпләнелә башлай. Вафатынан һуң йөҙ йыл үткәс, Имхотепты ярымалла тип таныу башлана. Яңы батшалыҡ дәүерендә Имхотепты дауалау аллаһы һәм дауалаусыларҙы яҡлаусы сифатында илаһилаштырыу формалаша. Бынан тыш ул, Тот менән бер рәттән, яҙыу менән шөғөлләнеүселәрҙе, уларҙың кәсебен илаһи яҡлаусы, тип таныла.

Мысыр мифологияһында Имхотеп Мемфис (Мысыр) аллаһы Птахтың (йышыраҡ алла-арыҫлан Сехметтың) улы тип атала. Уны ҡулына папирусты асып тотҡан үҫмер егет кеүек һүрәтләйҙәр. Ҡайһы берҙә уны, ерҙә хаос булдырмау өсөн, күкте (Нут алиһәһе) ерҙән (Алла Геб) айырыусы һауа аллаһы Шу ролендә лә күрәләр. Сәнғәтте үҫтереүсе булараҡ, ул Хатхор, Маат һәм икенсе вәзир һәм архитектор, аҙаҡ илаһилаштырылған — Аменхотеп (Хапуның улы) менән бәйле була. Ә Аменхотеп Яңы батшалыҡтың Аменхотеп III династияһының XVIII фирғәүене заманында йәшәй.

Имхотепҡа дауалау аллаһы тип табыныу. Хәҙерге заман һүрәте

Мысырҙы өйрәнеүселәрҙең ҡайһы берҙәре Имхотепты Библиялағы Йософ менән тиңлай, сөнки Имхотеп фирғәүен Джосерҙан һуң батшалыҡта беренсе кеше була. Һуңғы тикшеренеүҙәр ете йыллыҡ аслыҡтың миф булыуын раҫлай. Ә Библия тарихтары гиксостар һәм Рамсеса II дәүеренә тап килә.

Имхотеп кәшәнәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасандыр бик күптәрҙең иғтибарын үҙенә тартҡан Имхотеп кәшәнәһендә әлегә тиклем идентификация эштәре үткәрелмәгән. Туғыҙ йыл бер ниндәй ҡаҙыныу эштәре башҡарылмағандан һуң 1964 йылда Уолтер Эмери иртә династия кәшәнәләрендә ҡаҙыныу эштәрен башлай. Эмери III династияның бер нисә мастабын ҡаҙып сығара, һәм ул, Имхотеп кәшәнәһе шул тирәлә ятырға тейеш, тип фаразлай.

Эмериның был йылдарҙағы эштәре тураһында материал бер ғилми матбуғатта ла баҫылмай, тик бер нисә доклады ғына була уның. Шуға ул йылдарҙа нимә табылыуы билдәһеҙ булып ҡала.

Хәҙерге заман мәҙәниәтендә Имхотеп[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Имхотептың исеме Карл Фройндтың «Мумия» (Mummy, 1932) фантастик фильмында файҙаланыла, унда шул исемдәге персонаж ролен Борис Карлофф башҡара. Был фильмдың ремейкаларында ла, шулай уҡ Стивен Соммерстың «Мумия»һында (1999), уның дауамы булған «Мумия кире ҡайта» (Mummy Returns, The, 2001) фильмдарында ла үлеләрҙән терелгән рухани шул уҡ исем менән атала. Әммә был уйлап табылған персонаждың боронғо Мысыр Имхотепы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ.

Агаты Кристиҙың «Үлем аҙаҡ килә» детектив романының геройының исеме Имхотеп. Агата Кристиҙың ваҡиғалары XIX—XX быуаттарҙа барған берҙән-бер романы ул.

Имхотеп «Цивилизация IV» компьютер уйынында ла файҙаланыла. «Titan Quest» уйынында һәм уның һуңғы вариантында ла Имхотепҡа тап булабыҙ.

Сёко Асахара, эшмәкәр Аум Сенрикё, үҙҙәрен Имхотептың реинкарнацияһы тип иғлан итә.

Имхотеп хөрмәтенә Меркурийҙағы кратер һәм астероид (1813) Имхотеп исеме менән аталған.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мерит Птах — древнеегипетская женщина-врач, жившая в то же время, что и Имхотеп.
  • Музей Имхотепа — археологический музей у подножия Саккарского некрополя, названный в честь древнеегипетского зодчего Имхотепа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  2. The Egyptian Building Mania. Ancientworlds.net. Дата обращения: 23 июнь 2015. Архивировано 14 июнь 2011 года.
  3. Editors, The Imhotep | biography - Egyptian architect, physician, and statesman. Britannica.com (20 ноябрь 2014). Дата обращения: 23 июнь 2015.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]