Ирәндек айыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Ирәндек айыуы»Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында табылған 5 кг-лыҡ алтын киҫәге.

1992 йылдың сентябрендә механизатор Радик Ишбулды улы Үтәғолов баҫыуҙа биш килограмм самаһы тартҡан алтын киҫәге табып ала. Алтын киҫәген трактор һабаны тупраҡ аҫтынан килтереп сығара. Тракторсы Радик был «таш киҫәге»н бер нисә көн трактор кабинаһында, майлы сепрәккә төрөп йөрөтә. Олораҡ кешеләргә күрһәтеп, алтын икәнен белгәc, дәүләткә тапшырырға була. Хәҙер ул алтын Өфөлә Милли музейҙа һаҡлана һәм Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәй федерацияһының милли ҡаҙанышы булып һанала.

Һәр алтын киҫәге ғәжәйеп тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала һәм үҙ хаҡына ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк баһалана, ҙурыраҡ булған һайын, уның хаҡы ла арифметик прогрессия буйынса арта бара. Ул фән өсөн дә бик ҡыҙыҡлы. Эре алтын киҫәктәренә ғәҙәттә исем бирелә. Был алтын киҫәгенә кемдер «Ирәндек айыуы» тигән исем биреп өлгөргән дә инде. Алтын киҫәгенең ауырлығы — 4 880,06 грамм. Ләкин уның 4,58 һәм 1,31 грамлыҡ ике өлөшө «өҙөп» алынған. Уға ҡарамаҫтан әлеге ваҡытта улары ла иҫән һаҡланған. Формаһы менән ул табала бешкән ҙур ҡоймаҡты хәтерләтә. Оҙонлоғо — 31 см, киңлеге — 18,5 см, ҡалынлығы төрлөсә — ярты см-ҙан 1,5 см-ға етә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]