Исламова София Ғиззәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 26 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ташлы районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоотехник
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] һәм биология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26 июль 1948(19480726)) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Хеҙмәт ветераны (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламова София Ғиззәт ҡыҙы 1948 йылдың 26 июлендә Чкалов өлкәһе Туҡ районы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ташлы районы) Бәшир ауылында тыуған.

1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған[1].

1971 йылдан Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында уҡытыусы булып эшләй.

1973 йылдан Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы урта мәктәбендә уҡыта.

1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығында эшләй.

1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (1993 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡыта. 2004 йылда «Селекция крупного рогатого скота различных генотипов по молекулярно-генетическим и иммунобиологическим показателям» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004—2010 йылдарҙа университеттың ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире вазифаһын биләй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

София Исламованың фәнни хеҙмәттәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын һәм уларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыуҙың селекцион‑генетик ысулдарын камиллаштырыуға һәм эшләүгә арналған. София Ғиззәт ҡыҙы — 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Хеҙмәттәре
  • Пути интенсификации овцеводства в Башкирии / Ф. А. Исламов, Ф. Б. Шакиров, С. Г. Исламова. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1983. — 87 с.
  • Оценка генетического потенциала быков-производителей разных пород по комплексу признаков : диссертация … кандидата биологических наук : 06.02.01. — Уфа, 1993. — 322 с.
  • Селекция крупного рогатого скота различных генотипов по молекулярно-генетическим и иммунобиологическим показателям : автореферат дис. … доктора сельскохозяйственных наук : 06.02.01 / Башкир. гос. аграр. ун-т. — Уфа, 2004. — 39 с.
  • Иммунный статус и продуктивные показатели крупного рогатого скота / С. Г. Исламова, А. Г. Маннапов. — Уфа : Изд-во БГАУ, 2004. — 187 с.
  • Содержание коз / Ф. А. Исламов, С. Г. Исламова. — Уфа : Гилем, 2007. — 183 с.
  • Интенсификация производства продукции овцеводства в Республике Башкортостан / Ф. А. Исламов [и др.]; [под общ. ред. С. Г. Исламовой]. — Уфа : Башкирский гос. аграрный ун-т, 2009. — 171 с.
  • Разведение молочных коз : рекомендации. — Уфа : Башкирский ГАУ, 2018. — 39 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]