Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5 март 1931 йыл5 апрель 2018 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1991 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығында вышка монтажлау цехы бригадиры. РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәйүм Ғимазетдин улы Ихин 1931 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Түбәнге Бишенде ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йылда Туймазы районының «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай. 1952 йылда Октябрьский ҡалаһында 28-се һанлы фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлағандан һуң, «Туймазабурнефть» тресының № 1, № 3 быраулау контораһында вышка монтажлаусы булып эшләй. 1954—1957 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлағас, «Туймазабурнефть» тресының 3-сө быраулау контораһына әйләнеп ҡайта. 1959 йылдың мартында «Башнефть» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығы вышка монтажлау цехына бригадир итеп күсерелә.

Ҡ. Ғ. Ихин етәкләгән бригада ете йыллыҡ планды (1959—1965) 108,8 процентҡа үтәй, яҡшы һәм бик яҡшы эш сифаты менән 250 урынына 272 быраулау скважинаһы төҙөй. Вышка төҙөүҙең индустриаль ысулдарын һәм эш ойоштороуҙың яңы ысулдарын файҙаланып, 1964 йылда коллектив, республиканың быраулау предприятиелары вышка төҙөүҙә өлгәшкән максималь кимәл менән сағыштырғанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген 34 процентҡа арттыра. Ҡ. Ғ. Ихин бригадаһы 14 кеше составында БУ-75БРЭ тибындағы 67 быраулау ҡоролмалары төҙөй һәм монтажлай, Советтар Союзының вышка монтажлаусылары араһында иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта 70987 һум аҡса экономиялана.

1965 йылда бригада һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә: йыллыҡ планда ҡаралған 66 урынына 70 быраулау установкаһы төҙөлә һәм монтажлана, 90580 һум аҡса экономиялана. Бер быраулау установкаһын төҙөүҙең уртаса срогы 4,7 көн тәшкил итә.

Алдынғы тәжрибә файҙаланыу һәм бригаданың һәр ағзаһын оҡшаш профессияларға уҡытыу рекордлы төҙөлөш темпына өлгәшергә мөмкинлек бирә: 6 быраулау ҡоролмаһы 7 сәғәттә төҙөлә һәм монтажлана, 1 буровая — бик яҡшы эш сифаты менән 4,5 сәғәт эсендә.

Нефть сығарыу буйынса ете йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндә күренекле ҡаҙаныштары һәм юғары техник-иҡтисади эш күрһәткестәре өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 майындағы указы менән Ҡ. Ғ. Ихинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була (1980—1985).

1991 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Нефтекама быраулау эштәре идаралығында вышка монтажлаусы булып эшләүен дауам итә. Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Николо-Березовка ауылында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. —Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир М. А. Илһамов т. 3 З-К. 2007 −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; фәнни нәшриәт. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Каргапольцев. Ихин Каюм Гимазетдинович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.