Князев Иван Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Князев Иван Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 ноябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Светлоград[d], Ставрополь крайы, Рәсәй
Хәрби звание рядовой һәм кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Князев Иван Николаевич Викимилектә

Князев Иван Николаевич (12 июль 1924 йыл — 13 ноябрь 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы бронебойщигы. Кесе лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Николаевич Князев [1] 1924 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс мәктәпте тамамлай. Өфөлә арматурасы-бетонсы булып эшләй.

1942 йылда Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 310-сы уҡсылар полкының бронебойщигы (Воронеж фронтының 13-сө армияһы 8-се уҡсылар дивизияһы) рядовой Н. И. Князев 1943 йылдың 11 сентябренән 15 октябренә тиклем һуғышта Десна, Днепр һәм Припять йылғаларын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң, 1946 йылдың авгусында кесе лейтенант Н. И. Князев инвалидлыҡ буйынса Ҡораллы Көстәр сафына сығарыла. Ставрополь крайының Светлоград ҡалаһында йәшәй.

1999 йылдың 13 ноябрендә вафат була.

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Украинаның Чернигов өлкәһе Коропский районы Оболонье ауылы янында Десна йылғаһы ярында плацдарм өсөн һуғышта дошман танкыһын, ә Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районы Чикаловичи ауылы янында Днепрҙа — дошмандың ике бронетранспортерын емерә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрҙәге указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, ҡыҙылармеец Князев Иван Николаевичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7613) тапшырыла[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 12 июля родились… . Комментарии : LiveInternet — Российский Сервис Онлайн-Дневников. Проверено 16 марта 2013.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 21, л. 484, 485).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 9).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]