Лобастов Сергей Андрианович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лобастов Сергей Андрианович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1999[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө спортивный ходок, тренер
Спорт командаһы ағзаһы Центральный спортивный клуб армии[d]
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы спортивная ходьба на 50 километров[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1952[d] һәм Чемпионат Европы по лёгкой атлетике 1954[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный мастер спорта СССР заслуженный тренер СССР заслуженный тренер РСФСР

Лобастов Сергей Андрианович (5 апрель 1926 йыл — 1999 йыл) — СССР-ҙың еңел атлеты, 1952 йылда 50 километрға спорт йөрөшө буйынса Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (4:32.34,2 — бишенсе урын). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1957). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры. Совет Армияһының отставкалағы подполковнигы.

Өфөлә тыуғандарҙан беренсе булып «СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры» исеменә лайыҡ булған кеше. Был 1957 йылдың башында була[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей  Андрианович Лобастов 1926 йылдың 5 апрелендә Өфөлә тыуған. 1949 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Чкалов (Ырымбур) хәрби лётчиктар училищеһына уҡырға китә. Ул уҡыу эскадрильяһының йәмәғәт башланғысында комсомол ойошмаһы секретары була. Сәләмәтлек торошо буйынса (артериаль ҡан баҫымы юғары, йөрәктәге физик кәмселек) уҡыуҙы ҡалдырырға ҡушалар. Унан киткәс, В. И. Ленин исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград спорт һәм физик культураның хәрби институтына уҡырға китә.

Ленинград физик культура хәрби институтын тамамлай (1953). Сергей яйлап, аҙым артынан аҙым физик ауырлыҡтарҙы арттырып, йөрөштә спорт оҫталығын күтәреп, ауырыуын тулыһынса еңә. Ныҡышмалылығы һәм эш һөйөүсәнлеге уға Бөтә союз һәм халыҡ-ара аренала уңыш килтерә. Ул еңел атлетика менән Зиновий Иссуринда шөғөлләнә[3].

Армияның спорт клубы (Ленинград) өсөн спорт йөрөшөндә сығыш яһай, 1953 йылдан — Армияның үҙәк спорт клубы өсөн (Мәскәү). 50 километрға спорт йөрөшөндә СССР чемпионы (1950, 1951), СССР чемпионатының 2-се призеры (1957). СССР халыҡтарының I йәйге спартакиадаһында 1956 йылда алтынсы була. Беренсе донъя рекорды 4:05.12 менән уның уҡыусыһы рядовой Григорий Климов була. Спорт йөрөшөндә 10 000 метрға (46.21,8) Европа чемпионатының 3-сө призеры (1954) була. Күп тапҡыр донъя рекордсмены.

Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1952). Армияның спорт клубы беренсе спартакиадаһында еңеүсе. 1953 йылдан — спорт йөрөшө буйынса Үҙәк спорт клубының баш тренеры (Мәскәү).

СССР-ҙың йыйылма командаһы тренеры була, оҙайлы осор — Совет Армияһы еңел атлетикаһы буйынса баш тренер. Уның етәкселеге аҫтында илдең һалдаттары һәм совет спортсылары уңыштарға ирешә, уның өсөн Лобастов СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры исеменә лайыҡ була.

1999 йылда вафат була. Мәскәүҙә Ваганьков зыяратында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]