Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 декабрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (90 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15 декабрь 1933 йыл) — ғалим-химик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәфисә Кәбир ҡыҙы Ляпина[1] 1933 йылдың 15 декабрендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылында тыуа. Ата-әсәһе мәктәптә ғәрәп теле уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡорт яҙмаһы латиницаға күскәс, педагогтар эшһеҙ ҡала. Үҙҙәренең баҡсаһында эшләргә хәл итеп, ғаилә ауыл хужалығы инвентары, трактор һатып ала. Әммә коллективлаштырыу ваҡытында ғаилә башлығын төрмәгә ябалар, ҡатынын балалары менән һөргөнгә ебәрәләр. Һөргөндә Урта Азияла, төньяҡта Архангельскиҙа булалар. Атаһын бер сығаралар, бер кире ултырталар. Ул 1942 йылда һөргөндә сағында мәрхүм була.

Һуғыштан һуң, 1945 йылда, ғаилә Өфөлә төпләнә. Нәфисә Кәбир ҡыҙы Өфөлә 1-се ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый, уны бишле билдәләренә тамамлай.

1955 йылда Нәфисә Кәбир ҡыҙы Өфө нефть институтын тамамлай. Институттан һуң Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Химия бүлегендә өлкән лаборант (1956—1957), кесе ғилми хеҙмәткәр (1957—1958); Органик химия институтында кесе ғилми хеҙмәткәр (1961—1962), тематик төркөм етәксеһе (1962—1967); өлкән ғилми хеҙмәткәр (1965—1967), лаборатория мөдире (1967—2007), баш ғилми хеҙмәткәр (2007 йылдан) булып эшләй.

«Сульфидтарҙың терегөмөш тоҙҙары менән комплекслы берләшмәләре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Башҡортостанда химия буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған беренсе ҡатын-ҡыҙ. Докторлыҡ диссертацияһының (1983) темаһы — «Нефть дистилляттарының көкөрторганик берләшмәләрен тикшереү». Фәнни хеҙмәттәре тәбиғи углеводородтарҙың көкөрторганик берләшмәләре структураһын һәм үҙсәнлектәрен тикшереүгә арналған. Ляпина тарафынан Рәсәй һәм яҡын сит илдәр нефтендәге 74 типтағы көкөрторганик берләшмәнең тулы структура‑төркөм составы билдәләнә, тәүге тапҡыр нефттә һәм газ конденсатында сульфоксидтар һәм сульфондар барлығы асыҡлана. Углеводород сеймалын меркаптанһыҙлаштырыу, нефть һәм газ эшкәртеү заводтарының сульфидлы‑һелтеле ҡалдыҡтарын регенерациялау процесы эшләнә.

Нәфисә Кәбир ҡыҙының уҡыусылары араһында 3 фән докторы һәм 16 фән кандидаты бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ляпина Н. К. — 600-ләп ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 56 авторлыҡ танытмаһы һәм патент авторы.
  • Современное состояние проблемы исследования органических соединений серы нефтей // Успехи химии. 1982. Т. 51. Вып. 2.
  • Химия и физико-химия сераорганических соединений нефтяных дистиллятов. М.: Наука, 1984.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Five Hundred Ledgers Influence. American biographical Institute, 1994.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981)
  • 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (1999)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ЛЯПИНА Нафиса. Дата обращения: 1 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2013 йыл 13 февраль архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов, т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]