Мари теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мари теле
Классификация
Категория

Евразия телдәре

Урал ғаиләһе

Фин-уғыр тармағы
Фин—Волга төркөмө

Яҡын телдәре: Мокша теле һәм Эрзя теле

Әлифба

марийская письменность[d] һәм Кирил алфавиты

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

мач 445

ISO 639-1

ISO 639-2

chm

ISO 639-3

chm

Мари теле (ялан мари Марий йылме, тау мари Мары йӹлмӹ, иҫкергән атамаһы сирмеш теле (черемис)) — фин-уғыр телдәренең береһе (Волга буйы төркөмө). Марий Эл республикаһындағы дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Башҡортостанда, Татарстанда, Удмуртияла һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 365 меңдән ашыу кеше (2010). 2010 йылда Башҡортостанда мари телен (ялан—көнсығыш диалекты) белгән кеше һаны — 92,4 меңдән ашыу, шуларҙың 91,6 меңгә яҡыны — мариҙар.

Яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыуы кириллица нигеҙендә башҡарыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мари грамматикаһы (1775)

Мордва теленә яҡын. Фин—Волга тәү теленә (ҡара: Урал—Алтай телдәре) барып тоташа, тип фаразлайҙар. Хәҙәрге мари теленда 4 диалекттан тора: көнсығыш, тау, ялан һәм төньяҡ—көнбайыш, уларҙың һәр береһе айырым һөйләштәргә бүленә. Әҙәби теле XX быуатта 20—30—сы йылдарҙа формалаша; ул 2 төргә бүленә: тау диалекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән тау мариҙары теле һәм туғай, ҡайһы бер көнсығыш диалекты нигеҙендәге ялан-көнсығыш теле.

Фонетик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мари һүҙҙәренең башында [б], [г], [д], [ж], [з], [ф], [х], [ц] тартынҡылары юҡ; тел арты танау сонанты [ҥ] һүҙҙәрҙең уртаһында һәм аҙағында һуҙынҡыларҙан һуң килә, мәҫәлән: «оҥа» (таҡта), «поҥго» (бәшмәк) һәм башҡалар. Морфологияла күплек һандағы исемдәрҙең бер нисә күрһәткесе булыуы хас: -влак, -влӓ, -шамыч, -мыт, -ла, мәҫәлән, «пӧртвлак» (өйҙәр), «кайыкшамыч» (ҡоштар), «ялла» (ауылдар) һәм башҡалар; сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһенә төрки сығанаҡлы -рак аффиксы хас: сағыштыр: мари телендә «сайрак» — башҡортса «яҡшыраҡ», «кӱчыкрак» — «ҡыҫҡараҡ» һәм башҡалар Һүҙьяһалыштың иң продуктив алымы — һүҙҙәрҙе ҡушыу, мәҫәлән, «ача-ава» (ата—әсә), «уш-акыл» (аҡыл), «олмапу» (алмағас) һәм башҡалар. Синтаксиста башлыса эйәртеүле ҡушма һөйләм конструкциялары таралған. Мари теле лексикаһындаурыҫ теленән, төрки телдәренән һәм башҡалар үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Башҡортостан мариҙары теленә башҡорт теленең төньяҡ—көнбайыш диалекты йоғонто яһай.

Мари теленең алфавиты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙәрге мари теленда алфавиты 36 һәм 37 хәрефтән тора.

Ялан теле алфавиты

А а Б б В в Г г Д д Е е Ё ё Ж ж
З з И и Й й К к Л л М м Н н Ҥ ҥ
О о Ӧ ӧ П п Р р С с Т т У у Ӱ ӱ
Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы
Ь ь Э э Ю ю Я я

Тау теле

А а Ӓ ӓ Б б В в Г г Д д Е е Ё ё
Ж ж З з И и Й й К к Л л М м Н н
О о Ӧ ӧ П п Р р С с Т т У у Ӱ ӱ
Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы
Ӹ ӹ Ь ь Э э Ю ю Я я

Башҡортостанда мари теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда мари телен уҡытыу Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл райондарында алып барыла; Благовещен, Борай, Илеш, Нуриман, Тәтешле, Шаран райондарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡалаларҙа мари теле предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында (Бөрө социаль—педагогия академияһы) һәм Благовещен педагогия колледжында мари теле буйынса белгестәр әҙерләйҙәр. «Дружба», «Калтаса ужара» («Калтасинская заря») һәм «Чолман» гәзит мари теле сыға.

Мари тел ғилеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим Абукаева Любовь Алексеевна мари теленең тарихи һәм экспрессив синтаксисын, мари фольклорын тикшерә. 90-дан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография, 1 һүҙлек авторы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Современный марийский язык. Фонетика. Йошкар-Ола, 1960;
  • Современный марийский язык. Морфология. Йошкар-Ола, 1961.
  • Абукаева Любовь Алексеевна. Сложноподчинённые предложения нерасчленённой структуры в марийском языке // Финно-угроведение. — 1996. — № 1. — С. 23-38.
  • Абукаева Любовь Алексеевна. Семантика синтаксических фразеологизмов оценки в марийском языке // Материалы II Всероссийской науч. конф. финно-угроведов «Финно-угристика на пороге Ш тысячелетия». — Саранск, 2000. — С. 20-22.
  • Абукаева Любовь Алексеевна. Сложноподчинённые предложения нерасчлененной структуры в марийском языке (монография). — Йошкар-Ола, 2000. — 98 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.