Маслов Аркадий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аркадий Петрович Маслов (1924 - 1958) — медицина фәндәре докторы, Кемерово дәүләт медицина университетының гистология кафедраһы мөдире.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аркадий Петрович Маслов 1924 йылда ТАССРның Ҡайбыс районы Федоровское ауылында тыуған. Ауылда Федоровское урта мәктәбен, шуның һуң Ҡазан медицина институтын, һуңыраҡ профессор А. Н. Миславский етәкселегендә гистология кафедраһы аспирантураһын ҡыҙыл диплом менән тамамлаған. 1950 йылда «Имеҙеүселәрҙең эректиль органдарының ҡан тамырҙары рецептты иннервациялау морфологияһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1953 йылдың 15 ноябренән 1956 йылдың 1 июненә тиклем атҡаҙанған фән эшмәкәре проф. А.Н. Миславский етәкселегендә докторантурала белем ала. 1956 йылдың 7 майында ул «Кеше һәм ҡайһы бер имеҙеүселәрҙең тышҡы енси органдарының рецепт иннервацияһы макроморфологияһы» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. А. П. Маслов фәндең һуңғы ҡаҙаныштарын йәлеп итеп, юғары теоретик дәрәжәлә лекцияләр уҡый, хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар араһында ҙур абруй ҡаҙана.

1956 йылдың сентябрендә А. Маслов Кемерово дәүләт медицина университетының гистология кафедраһына нигеҙ һалған, ул 1956 йылдың 1 июненән СССР һаулыҡ һаҡлау министры бойороғо менән Кемерово медицина институтының гистология кафедраһы мөдире вазифаһына билдәләнә. 5 ай дауамында ул кафедра ойоштора, унда уҡыу-уҡытыу процессы һәм ғилми – тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙыра.

1956 йылдан алып 1958 йылға тиклем Кемерово дәүләт медицина университетының гистология кафедраһы мөдире булып торған.

1958 йылда ҡаты ауырығандан һуң Кемерово ҡалаһында вафат була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]