Моргачёва Мария Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Ивановна Моргачёва
Тыуған көнө

23 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

д. Мангушево Краснооктябрьский район (Түбәнге Новгород өлкәһе)

Вафат булған көнө

6 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (72 йәш)

Вафат булған урыны

Богородский районы (Түбәнге Новгород өлкәһе)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

быҙау ҡараусы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 22.03.1966
Ленин ордены — 22.03.1966 Бронзовая медаль ВДНХ

Моргачева Мария Ивановна (23 февраль 1922 йыл — 6 ғинуар 1995 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Горький өлкәһе Богородский районы "Богородский " совхозында буҙау ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Ивановна Моргучева 1922 йылдың 23 февралендә Түбәнге Нижегород өлкәһе Ҡыҙыл Октябрь районының Мангушево ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала.

1936 йылда Горький өлкәһе Богородка районы «Прожектор» колхозына эшкә урынлаша, 1940 йылдан «Богородский» совхозына быҙау ҡараусы булып урынлаша. Быҙау ҡарау буйынса йылдан-йыл яҡшыраҡ күрһәткестәргә өлгәшә. 30-40 баш малдан тәүлек артымы берәр килограмға тиклем артым алыуға өлгәшә. Быҙауҙарҙы оҫта һимертә һәм тәрбиәләй.

Һәр йыл һайын социалистик ярышта еңеүсе була уның. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Һәр береһе 340—370 килограмм ауырлығында быҙауҙар күрһәтә. Уның тырышлығы арҡаһында Горький һәм күрше өлкәләрҙә мал сифатлы була.

1966 йылдың 22 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ауыл хужалығындағы юғары һәм рекордлы күрһәткестәре өсөн Мария Ивановна Моргачеваға Ленин ордены һәм [«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы]] тапшырыла һәм «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1966 һәм 1967 йылдарҙа Горький өлкәһендә социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1973 йылда хаҡлы ялға сыға.

1995 йылдың 6 ғинуарында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (22.03.1966)
  • Ленин ордены (22.03.1966)
  • башҡа миҙалдар.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2012 йылда Богородскиҙа Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Аллеяһы асылды, Аллеяла Мария Ивановнаға иҫтәлегенә стенд ҡуйылды[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Нижегородский некрополь - Герой Социалистического Труда (М - Я). niznov-nekropol.ucoz.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
  2. Герои труда – с нами навсегда |. bg52.ru. Дата обращения: 8 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Труда - нижегородцы. - Нижний Новгород, 2001.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]