Мәктәп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коми Республикаһының баш ҡалаһы Сыктывкарҙағы типовой проект менән төҙөлгән 18-се урта мәктәп.

Мәктәп (боронғо грек телендә σχολή, σχολά — урыҫса досуг, учебное занятие, школа, башҡортса — буш ваҡыт, ял, уҡыу, дәрес, мәктәп) — урта белем биреүсе уҡыу йорто. Һүҙҙең киң мәғәнәһендә теләһә ниндәй белем биреү учреждениеһына ҡарата (музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, спорт мәктәбе һәм башҡалар) һәм күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла (оҫталыҡ мәктәбе)[1]; йәш быуынға дөйөм белем, тәрбиә бирә торған уҡыу йорто һәм ул урынлашҡан бина[2]; башланғыс йәки урта белем бирә торған уҡыу йорто[3].

Атама тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек телендәге σχολή һүҙе баштараҡ беҙҙеңсә «ял», «буш ваҡытты ирекле үткәреү» («досуг, свободное времяпровождение») мәғәнәләрендә ҡулланылған, һуңыраҡ «буш ваҡыттағы шөғөлдө» аңлата башлаған: мәҫәлән, Платон халыҡты буш ваҡытында йыйған һәм үҙенең тәжрибә һәм белеме менән уртаҡлашҡан. Ә инде Плутарх заманында (беҙҙең эраның 100-се йылдары) был һүҙ «уҡыу», «философтар әңгәмәһе» тигәнде аңлата башлаған. Башҡортсаға «мәктәп» тип тәржемәләнгән «школа» һүҙе урыҫ теленә турана-тура түгел, ә уны латин теленән (лат. schola) үҙләштергән поляк теле (пол. szkoła) аша килеп ингән.

Рәсәйҙәге мәктәп төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башланғыс мәктәп: I—IV синыфтар. Башланғыс дөйөм белем биреү өсөн тәғәйенләнгән.
  • Урта мәктәп: V—IX синыфтар. Төп дөйөм белем бирелә.
  • Урта мәктәп: X—XI синыфтар. Урта дөйөм белем бирелә.
  • Һөнәри белем мәктәбе: һөнәри училищелар (ПТУ), колледждар (техникумдар), училищелар һәм башҡалар.
  • Махсус, шул иҫәптән юғары белем биреү мәктәбе (дини, иҡтисади, юридик һәм башҡалар)

Мәктәптәр тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Советтар Союзында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һигеҙ йыллыҡ белем тураһында танытма һәм урта белем тураһында аттестат, 1970-се йылдар аҙағы.
СССР-ҙа ҡайһы бер ведомстволарға ҡараған мәктәптәр ҙә булған, улар Мәғариф министрлығына түгел, ә тармаҡтың үҙәк министрлыҡтарына бойһонған. Был ике төрлө бойһоноуҙа булмаған мәктәптәрҙең уҡыу-уҡытыу программаларында айырма булмаған.
«Красная шапочка» шахтаһының боксит усағы (руднигы) слесары В. М. Казаковтың (1923—2001) Өлгөргәнлек аттестаты. 1945 йылда Свердловск өлкәһенең Североуральск ҡалаһындағы 1-се эшсе йәштәр урта мәктәбендә бирелгән.

1918 йылда Рәсәй Республикаһы Халыҡ Комиссарҙары Советының "Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында декрет"ы менән илдә донъяуи (дини булмаған) белем биреү принцибы иғлан индерелә. 1930 йылдан Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр дөйөм мәжбүри бушлай уҡыу индерелә. Халыҡтың күпселеген (1897 йылда илдә йәшәүселәрҙең 2/3-тән дә кәм булмаған өлөшө) уҡыу-яҙыуға өйрәтеү маҡсатында СССР халыҡ мәғарифы системаһында 1930-сы йылдарға тиклем наҙанлыҡты бөтөрөү мәктәптәре (урыҫса ликбез — школы ликвидации безграмотности) эшләп килгән[4].

Советтар Союзында халыҡтың бөтә ҡатламдарын да йәлеп иткән дөйөм белем биреү системаһы булдырыла. Ғәҙәти урта мәктәптәр менән бер рәттән хеҙмәттән айырылмай, уңайлы ваҡытта уҡыу өсөн эшсе йәштәр һәм киске мәктәптәр әүҙем һәм күп ерҙәрҙә эшләп килә.

Мәктәптәрҙә Ленин бүлмәләре була, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн йәмәғәт ойошмаларының тәүге ячейкалары: башланғыс синыфтарҙа октябрят йондоҙсоҡтары, IV—VII синыфтарҙа пионер ойошмалары, юғары синыфтарҙа — комсомол ойошмалары эшләй. Күп йылдар уҡыусылар бер төрлө мәктәп формаһы кейә, уның өлгөһө бер нисә тапҡыр үҙгәртелә.

Совет осоронда һәм элекке СССР биләмәләрендә әле лә совет мәктәбе донъяла иң яҡшы булып һанала[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь русского языка / Д. Н. Ушаков. — М.: Гос. ин-т «Сов. энцикл.»; ОГИЗ; Гос. изд-во иностр. и нац. слов, 1940. — Т. 4.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  3. Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)
  4. Грамотность. БСЭ, 3-е изд. — М.: Сов. энциклопедия, 1972. — т.7.
  5. Российская школа - по-прежнему лучшая в мире? tass-ural.ru. Дата обращения: 10 март 2011. Архивировано 21 август 2011 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]