Наяда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наяда
Диңгеҙ наядаһы
Диңгеҙ наядаһы (Najas marina)
Ботаническая иллюстрация
из книги О. В. Томе Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz, 1885
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Баҡа япрағы сәскәлеләр
Ғаилә: Һыу сәскәләре
Ырыу: Наяда
Латинса исеме
Najas L. (1753)

Наяда — наяда һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4—5 яҡын төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртасанан алып экваториаль бүлкәтенә тиклем таралған. Башҡортостанда диңгеҙ наядаһын осратырға мөмкин. Һыу ятҡылыҡтары төбөндә үҫә, һирәкләп Мәләүез (Воскресенск ауылы) һәм Күгәрсен (Хоҙайбирҙин ауылы) райондарында осрай. Реликт.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тулыһынса һыу аҫтында үҫкән бер йыллыҡ ике өйлө ҡаты үлән. Һабағы тармаҡлы, мурт, сәнскеле, аҫҡы төйөндәрендә тамырланыусан, оҙонлоғо 10—60 см. Япраҡтары һеңерсәһеҙ, ҡарағусҡыл йәшел төҫтә, киң ҡыяҡлы, йомроланған еңсәләр м‑н, ситтәренән уйымлы‑эре киртләсле, таҡыяларҙа 3‑әр. Сәскәләре ваҡ, яңғыҙар, һабаҡ ботаҡтарының төбөндә урынлашҡан: ата сәскәләр — бер һеркәс һәм көпшәле сәскә эргәлеге, инәләре — емешлек менән, сәскә эргәлеге юҡ. Июль—августа сәскә ата, һеркәләнеүе һыу аҫтында. Емеше — төшлө емеш, август—сентябрҙә өлгөрә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наяда // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.