Непейцев дендропаркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Непейцев дендропаркы
Нигеҙләү датаһы 1811
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Өфө һәм Орджоникидзе районы
Мираҫ статусы тәбиғәт ҡомартҡыһы
Майҙан 23,8 гектар
Карта
 Непейцев дендропаркы Викимилектә

Непейцев дендропаркы — Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы Үҙәк электр селтәрҙәре (ЦЭС) биҫтәһе янындағы дендропарк, тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Шота Руставели, Кубань, Адмирал Макаров һәм Дауыт Юлтый урамдары буйлында, Непейцев тауында урынлашҡан.

Майҙаны —23,8 гектар. Дендропарк кеше тарафынан ултыртылған коллекцион урман үҫентеләренән (ағастар, ҡыуаҡлыҡтар) тора. Тәбиғәт ҡомартҡыһы тарихи, ғилми, ғәмәли һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дендропаркка 1811 йылда Осип Тимофеевивич Непейцев (Өфөләге дворяндар Непейцыновтар нәҫеленән) тарафынан һалынған.

Непейцев (Бер осор 1928 йылда төҙөлгән Үҙәк электр станцияһы арҡаһында ЦЭС ҡаласығыисемен йөрөтә) тауының өҫкө өлөшөндә, Непейцево имениеһында урынлашҡан.

Һуңыраҡ Непейцев ауылы Ырымбур губернияһының халыҡ училищелары директоры Иван Васильевич Базилевтың милкенә күскән. Уның вафатынан һуң ауыл хужалығының ҙур белгесе булған улы Алексей Иванович Базилев паркты киңәйтеп, паркты төҙөкләндереүҙе дауам иткән.

1923—1924 йылдарҙа дендропарк менән Өфө урман хужалығы техникумы шөғөлләнә.

1937—1941 йылдарҙа дендропарк менән Башҡорт урман тәжрибә станцияһы шөғөлләнә. Дендропарк Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт ауыл хужалығы институты, техникум һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан ултыртылған. Ағастар ултыртыуҙың төп өлөшө ошо осорҙа башҡарылған.

Фәнни хеҙмәттәрҙә дендропарк биләмәһендә үҫкән 25 ғаиләгә ҡараған 100-ҙән ашыу төр ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомо һүрәтләнә.

1956 йылдан алып паркта фәнни күҙәтеү эше алып барыла. Көнсығыш өлөшөндә тәбиғи киң япраҡлы урман участкаһы урынлашҡан. Парктың был өлөшөндә ағастарҙың йәше яҡынса 120—140 йыл тәшкил итә. Парктың был өлөшөндәге имән ағастарының йәше яҡынса 120—140 йыл тәшкил итә. Бигерәк тә бындағы ябай имәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Дендрохронология йылъяҙмаһы буйынса был ағастар 1910 йылдар тирәһендә , йәғни дендропаркка нигеҙ һалғанға тиклем үк ултыртҡанлығы асыҡлана. Парктағы был ағастар Башҡортостанда иң ҡарт имәндәр булып һанала. Бөгөнгө көндә бөтәһе 142 имән ағас һаҡланған.

Нейпедропарк 1965 йылдың 17 авгусында БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Хәҙерге ваҡытта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта 100-ҙән ашыу төр урындағы һәм интродуцентлы ағас һәм ҡыуаҡлыҡ бар: амур йөҙөмө, амур бәрхәте, даур ҡайыны, уссурий грушаһы, ҡыҙыл имән, себер шыршыһы, сәнскеле шыршы, себер ҡарағайы, Банкс ҡарағайы, веймут ҡарағайы, корея кедры, тис япраҡлы псевдотсуга, көнбайыш туяһы, шәкәр сағаны, саған (клён зеленокорый), падуб япраҡлы магония, аҡ тут ағасы, маньчжур сәтләүеге, маака муйылы һәм башҡалар.

Парктың ҡайһы бер урындарында, бигерәк тә амур бәрхәте үҫкән участкаларҙа ағастарҙың байтаҡ ҡына ҡороуы күҙәтелә.

Бында тирәктәрҙең һәм уларҙың А. М. Березин тарафынан сығарылған гибрид формаларының ҙур коллекцияһы бар: Пирамидаль тирәк гибридтарының һирәк коллекцияһы (Рәсәйҙең алтын гибридлы фондына ингән 20-нән ашыу төрсәһе) булдырылған.

Таратып ултыртыу өсөн тирәктәрҙең үрсем плантацияһы—питомник ойошторолған. Был тирәктәрҙән алынған үрентеләрҙән Баязит Бикбай (Сипайлово) урамы , Стәрлетамаҡ шоссеһы йәшелләндерелгән.

Башҡортостан биләмәһендә таралған бөтә пирамидаль тирәктәр ҙә тиерлек ошо питомниктан алынған. Әлеге ваҡытта, деградация процестары үҫешеүе, биләмәләрҙең төҙөлөш өсөн тартып алыныуы һәм ҡыйланыуы, санкцияланмаған йорттар төҙөү менән бәйле тирәктәрҙең плантацияһы юҡҡа сыҡҡан тиерлек.

Урындың хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дендропарк биләмәһенең күпселек өлөшө йыл һайын сүпләнә, бында төҙөлөш һәм көнкүреш сүп-сары сығарыла, усаҡ яғалар. 2010 йылдарҙан алып дендропарк юғалыу сигендә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]