Нуғай даруғаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө провинцияһын һәм Башҡортостанды даруғаларға бүлеү. Ырымбур губернаһы ланскарталары" картаһы. Красильников, 1755 йыл

Нуғай даруғаһы — Алтын Урҙа дәүерендә[1] һәм Ырымбур экспедицияһынан һуң Башҡортостанда административ-территориаль берәмек. Даруға олоҫтарға[2] бүленә. Башҡортостанды буйһондороу маҡсатында, ғәскәр урынлаштырыу өсөн, ҡәлғәләр (хәрби нығытмалар) төҙөлә. Башҡортостандың төрлө ерҙәрендә заводтар төҙөлә башлай.

1751—1752 йылдарҙа Усолка йылғаһында Богоявленский баҡыр заводы төҙөлә. 1752—1753 йылдарҙа Аҫҡын йылғаһында Архангельск баҡыр заводы, Ыҡ буйында Покровск баҡыр заводы (1754), Әүжән йылғаһында Әүжән-Петровск тимер заводы (1754), Ағиҙел буйында Белорет заводы (1768), Ҡана йылғаһында Кананикольск баҡыр заводы, Ырғыҙлы йылғаһында Воскресенск баҡыр заводы төҙөлә.

Нуғай даруғаһы олоҫтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мең – Дим, Өршәк, Сәрмәсән йылғалары буйында ята; ҙур булмаған далалары һәм урмандары бар.
  2. Күрпәс-Табын һәм Табын – Инйәр, Илим һәм башҡа йылғалар буйында; Илим буйлап урмандар һәм баҫыуҙар араһында урынлашҡан; урмандар һәм тауҙар буйлап арба юлы юҡ.
  3. Юрматы – Ағиҙел, Иген, Ашҡаҙар һәм башҡа йылғалар буйында; дала һәм урмандары бар.
  4. Ҡатай – Инйәр буйлап Ағиҙел үрендә; тауҙарҙа ҙур булмаған урмандар һәм яландар бар; тауҙар, урмандар, батҡылдар буйлап арба юлы юҡ.
  5. Ҡыпсаҡ – Ағиҙел, Ыҡ, Мәндем йылғалары буйлап, Ағиҙел үрендә; арба юлы юҡ.
  6. Бөрйән – Ағиҙел, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйында; ҙур булмаған тауҙар, урмандар һәм яландар; тауҙар артында арба юлы юҡ.
  7. Теләү – Яйыҡ, Миндәк йылғаһы буйында; Урал артында яландар, ә урмандар аҙ; был ерҙәрҙә Уралдан алып арба юлы бар, ә Өфөнән Уралға тиклем - юҡ.
  8. Һарыш-Ҡыпсаҡ – Ағиҙел буйында; урман-дала.
  9. Тамъян – Ағиҙел, Нөгөш һәм башҡа йылғалар буйында; тауҙар, урмандар, дала; Ағиҙел буйында урынлашҡан Өфө ҡалаһынан түбәнге йорттарға тиклем арба юлы бар, ә Ағиҙел һәм Нөгөш буйлап үрге йорттарға – юҡ.
  10. Шуран (Соран) – Урал аръяғында; күлдәр буйлап Себер слободалары яғында йәшәйҙәр, дала, урмандар аҙ, ә Өфө яғынан Уралға тиклем бик ауыр булған арба юлы бар.
  11. Үҫәргән – Ағиҙел, Ыҡ, Һаҡмар, Йылайыр йылғалары буйында; тауҙар, урмандар, ҙур булмаған яландар бар; тауҙарҙа ла, урмандарҙа ла арба юлы юҡ, Һаҡмар артында – дала.
  12. Түңгәүер – Ағиҙел, Һаҡмар йылғалары буйында; тауҙар, урмандар, ҙур булмаған яландар; тауҙар һәм урмандарҙа арба юлы юҡ.
  13. Бәкәтин – Урал аръяғында; күл буйҙарында ҙур далалар, урман, уҫаҡлыҡ һәм ҡайынлыҡ.
  14. Ҡара-Табын – Ағиҙел түбәләренән алып Урал аръяғында Яйыҡ һәм Уй түбәләре, Мейәс, күлдәр буйында; Ағиҙел буйлап урман, яландар, Урал аръяғынан ҙур дала, урмандар; Өфөнән ошо олоҫҡа тиклем тауҙар һәм урмандар аша арба юлы юҡ, ә Урал аръяғында арба юлы буш.
  15. Күбәләк-Табын – Яйыҡ һәм Миндәк йылғаһы буйлап; ҙур дала, урман аҙ; Өфөнән Уралға тиклем тауҙар һәм урман аша арба юлы юҡ, Урал аръяғында арба юлы буш[3].

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Даруға Башкортостан энциклопедияһында 2010 йыл 16 май архивланған.
  2. Азнабаев Булат Ахмерович. Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства вторая половина XVI — первая треть XVIII вв. : дис. … д-ра ист. наук : 07.00.02. Москва, 2005.
  3. Руденко Сергей Иванович: «Башкиры. Историко-этнографические очерки» (2006) [ 2016 йыл 5 сентябрь [https://web.archive.org/web/20160905013025/http://mexalib.com/view/193967 архивланған.]]]]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]