Овчинников Реджинальд Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Овчинников Реджинальд Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) или 1926[1]
Тыуған урыны Ишем, Төмән өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 2 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Преображенское зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө тарих[1], политическая история[d][1] һәм социальная история[d][1]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү тарих-архив институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Овчинников Реджинальд Васильевич (27 март 1926 йыл — 2 август 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, Рәсәйҙең XVIII—XIX быуаттарҙағы сәйәси һәм социаль үҫеш тарихын, Пугачев ихтилалын һәм уның А. С. Пушкин әҫәрҙәрендәге сағылышын өйрәнгән белгес. Тарих фәндәре докторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реджинальд Васильевич Овчинников 1926 йылдың 27 мартында Төмән өлкәһенең Ишем ҡалаһында тыуа. 1952 йылда Мәскәү тарих-архив институтының Тарих бүлеген тамамлай. Үҙәк Дәүләт боронғо акттар архивында эшләй. 1965 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шул уҡ йылдан Мәскәү тарих-архив институтында археография кафедраһы уҡытыусыһы.

1971 йылдан СССР Тарихы институтына (Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих институты) өлкән ғилми хеҙмәткәр булып күсә, унда 30 йылдан ашыу эшләй. 1981 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына арналған 200 фәнни хеҙмәт авторы, ошо ихтилал буйынса тикшеренеүҙәр һәм документтар: «Документы ставки Е. И. Пугачева повстанческих властей и учреждений. 1773—1774 гг.» (1975), «Манифесты и указы Е. И. Пугачева» (1980), «Следствие и суд над Е. И. Пугачевым и его сподвижниками» (1995), «Емельян Пугачёв на следствии» (1997) һ.б. тупланмаһы авторы[2].

Тикшеренеү эшенең икенсе мөһим һәм билдәле темаһы булып Пугачев ихтилалының А. С. Пушкин ижадында яҡтыртылыуы тора. Пушкиндың 20 томлыҡ әҙәрҙәр тупланмаһына Пугачев ихтилалы темаһына ҡығылышлы ижады буйынса комментарий яҙа[2].

«Башҡортостан территорияһында 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы» документтар тупланмаһын әҙерләй (1975), «Ырымбур Пушкин энуиклопедияһын» (1997) һәм «Салауат Юлаев» (2004) энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнаша.

2008 йылдың 2 авгусында вафат була. Мәскәүҙә Преображенск зыяратында ерләнгән[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ovčinnikov, Redžinal'd Vasil'jevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Долгова С. Р. Р. В. Овчинникову – 80 лет // Отечественные архивы. — М., 2006. — В. 3. — С. 133—134. — ISSN 0869-4427.
  3. Могила Р. В. Овчинникова

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Крестьянская война под предводительством Е. И. Пугачёва / Овчинников Р. В. // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
  • Овчинников Р. В. Пушкин в работе над архивными документами («История Пугачева»). — Л.: Наука, 1969. — 274 с.
  • Овчинников Р. В. Манифесты и указы Е. И. Пугачева. — М.: Наука, 1980. — 280 с. — 5550 экз.
  • Овчинников Р. В. Над «Пугачевскими» страницами Пушкина. — М.: Наука, 1981. — 160 с. — (Страницы истории нашей Родины). — 200 000 экз. (2-е изд. 1985)
  • Овчинников Р. В. За пушкинской строкой.— Челябинск: ЮУКИ, 1988. — 206 с. — 5000 экз.
  • Овчинников Р. В., Большаков Л. Н. Оренбургская Пушкинская энциклопедия. — Оренбург: Димур, 1997. — ISBN 5-7689-0036-5.
  • Александр Иванович Аксёнов, Овчинников Р. В., Прохоров М. Ф. Документы ставки Е. И. Пугачева, повстанческих властей и учреждений / отв. ред. Р. В. Овчинников. — М.: Наука, 1975. — 524 с. — 6600 экз.
  • Сост. Овчинников Р. В., Светенко А. С. Емельян Пугачёв на следствии. Сборник документов и материалов. — Москва: Языки русской культуры, 1997. — 464 с. — 2000 экз.
  • Овчинников Р. В., Гвоздикова И. М. и др. Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. Сборник документов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. — 496 с.
  • Овчинников Р. В. Следствие и суд над Е.И. Пугачевым и его сподвижниками. — М.: Российская академия наук, Ин-т российской истории, 1995. — 272 с. — 500 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]