Оло Ҡомаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Оло Кумак битенән йүнәлтелде)
Оло Ҡомаҡ
Характеристика
Оҙонлоғо 212 км
Бассейн 7900 км²
Һыу ағымы
Тамағы Яйыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 1733 км өҫтәрәк
 · Координаталар 51°17′35″ с. ш. 59°43′44″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ырымбур өлкәһе
РДҺР 12010000412112200002942

Оло Ҡомаҡ — (рус. Большой Кумак, Кума) - Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 1733 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 212 км [2].

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЯйыҡ йылғаһы, Ерекле һыуһаҡлағысынан Орск ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000412112200002942
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200294
  • Бассейн коды — 12.01.00.004
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға атамаһы төрки сығышлы - "оло" һәм "ҡомаҡ" һүҙҙәренән яһалған. Башҡорттар уны юшҡын ултыра торған ҡаты, етмәһә буръяҡ һыуы өсөн шулай атаған [4] Ҡаҙаҡ телендәге "ваҡ убалар" тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлатыусылар ҙа бар [5] Мәгәр йылға боронғо башҡорт ерҙәренән аға һәм Яйыҡ йылғаһына ҡоя, шуға күрә атама йылға һыуының сифатын аңлатҡан башҡорт һүҙенән килеп сығыуы ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ.

Һаҡмар буйы һөйләшендә «ҡомаҡ»- томбойоҡ( лилия водяная), Ҡыҙыл буйында- «болғансыҡ» (мутный).[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. А. А. Чибилёв «Природа Оренбургской области. (Часть I. Физико-географический и историко-географический очерк)». Оренбургский филиал Русского географического общества. Оренбург, 1995. — 128 с.
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Оло Ҡомаҡ (Кумак, Кума).
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 674-се бит; 2-се том, 40-сы бит
  5. Топонимика Новоорского района. Орографы. Гидронимы.
  6. Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге 2020 йыл 10 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]