Оло Ыҡтамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Ыҡтамаҡ
Нигеҙләү датаһы 1800
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы[1] һәм Мәсетле районы
Административ-территориаль берәмек Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 7839 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452550
Урындағы телефон коды 34770
Карта
 Оло Ыҡтамаҡ Викимилектә

Оло Ыҡтамак (рус. Большеустьикинское; элекке атамаһы Оло Шигәле (Оло Шиҙәле)) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Район һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 7839 кеше [3]. Почта индексы — 452550[4], ОКАТО коды — 80242815001[5]. Атамаһы йылға исеменән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1800 йылдың 1 декабрендә Пермь губернаһы Көңгөр өйәҙенән күскенселәр Самойл Окулов һәм Семен Редкин башҡорттар менән ергә инеү тураһында килешеү төҙөгәндәр[6]. Ҡошсы улусы башҡорттары исеменән килешеүгә старшина Кутуш Исекеев ҡул ҡуйған. Килешеүҙән күренеүенсә, ерҙәр тиҫтәләрсә генә түгел, ә төбәктәр, тауҙар, ярҙар, йылғалар аша ғына бирелгән, ә Әй йылғаһы сиккә әүерелгән. За пользование земельными угодьями переселенцы должны были заплатить 500 рублей и платить ежегодно по 40 рублей оброку в течение 40 лет. 40 йылдан һуң был ерҙәрҙе башҡорттар кире ала алған. Урыҫ крәҫтиәндәре 50 йорт хужалығында төпләнгән, гидронимдан барлыҡҡа килгән яңы ауыл Устьикин (Ыҡ Тамаҡ) ауылы тип аталған: Ыҡ йылғаһы тамағы.

XIX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1835 йылда устьикиндар (ыҡ-тамаҡсылар) сиркәү төҙөй. Сиркәүҙе төҙөү Ырымбур крайы генерал-губернаторы Перовскийҙы крәҫтиәндәр яғына йәлеп итә. Башҡорт ғәскәренең баш командующийы Циолковскийға йыйылған ерҙәрҙе устьикиндарҙың тулы һәм даими милкенә тапшырыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Ырымбур һәм Өфө епискобы Иоанникий (Образцов) дин әһелдәре өсөн 99 сутый ер бүлеүҙе һораған. Ер эше крәҫтиәндәр файҙаһына хәл ителә. 1847 йылда, яңы ҡырҡыуға ярашлы, башҡорттарға аҡса түләмәйенсә йән башына бер ир-атҡа 15 сутый ер алалар. Ауыл йылдан-йыл үҫә бара. Беренсе урам тип Революционная урамы тип иҫәпләргә кәрәк (уны Сальовка йәки Сальевка тип атағандар). XX быуат башында ауыл үҙенең тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртә башлай: тимер менән ҡапланған биш диуарлы ҙур йорттар барлыҡҡа килә. 1873 йылда Оло Ыҡтамаҡта ауыл халҡы иҫәбенә мәктәп төҙөлә. Ул ағас йортта урынлашҡан ике класлы мәктәп ине. Лукин Дмитрий Васильевич беренсе уҡытыусы була.

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылда колхоз-ара «Сосновый бор» шифахана-профилакторийы ойошторола, һуңынан ул «Ҡарағай» шифаханаһы тип үҙгәртелә.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
1939194119591970197919892002[7]
2915261636964452576163477557
2009[8]2010[9]
85047839
Дөйөм халыҡ һаны [10],[3] (кеше)
Халыҡ һаны 2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы 1989 2002 2010 кеше %
Бөтәһе 6347 7557 7839 +282 +3,73
Ир-егеттәр 2979 3562 3671 +102 +3,06
Ҡатын-ҡыҙҙар 3368 3995 4168 +173 +4.33
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса күпселек милләтте башҡорттар (43,2 %), урыҫтар (32,2 %) тәшкил итә.[11].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әй йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Алыҫлыҡ[12]:

  • Республика үҙәге Өфөгә тиклем: 283 км
  • Яҡындағы тимер юл станциялары: Сулея — 126 км, Красноуфимск — 102

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фазыл шишмәһе. Ҙур яҫы яланда тотош «парк» урынлашҡан. Шишмәнең ҡапҡаһы башҡорт телендә яҙылған [13].


  • Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре мемориалы. Мемориаль стела ҙур булмаған, әммә бик йәшел парк территорияһында урынлашҡан. Һәйкәл артында һуғыштан килмәгән ауыл халҡының исемлеге ҡуйылған. Паркта, һуғыш яугирҙарына һәйкәлдән тыш, тағы ике танк бар.[14].


  • Өс "Изгеләр" хөрмәтенә төҙөлгән сиркәү[15].
  • Тигеҙ ерҙән өҫкә күтәрелгән өс убалы түбә — Төньяҡ, Урта һәм Оло Мунчуги. Уларҙы алыҫтан күрергә мөмкин. Түбәләргә яҡынлашҡанда тауҙар үҫеп, ҙурая барған кеүек тойола. Тау итәгендә генә күтәрелеү ваҡытты аласаҡ, ә тауҙарҙың бейеклеге байтаҡ: Оло Мунчугта - 417 метр, Уртала - 374 метр, Төньяҡта - диңгеҙ кимәленән 357 метр.[16].
  • 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәле. 2007 йылда Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән инеүенә 450 йыл тулыу айҡанлы һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең исеме: «1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында әүҙем ҡатнашыусылар, Салауат Юлаевтың тоғро арҡаҙаштары, яҡташтарыбыҙ — полковник Илсеғол Иткулов, полковник Бәхтийәр Канкаев, полковник Миҙәт Миндияров, сержант Сөләймән Күсекеев, сержант Исекей Садыров рәхмәтле вариҫтарҙан».[17].


  • Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспонаттар районда булған ваҡиғалар тураһында ентекләп һөйләй. Музей 1967 йылда КПСС-тың Мәсетле район комитетының беренсе секретары Абрар Мәсәлимович Сәҙретдинов ярҙамы менән асыла. 1967 йылдың мартында Оло Ыҡтамаҡ ауылының әүҙем кешеһе Самат Мостафович Ваисов уға төбәк тарихын киләсәк быуындар өсөн һаҡлау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Самат Мостафа улы үҙе шаһит булған 1918-1919 йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында һөйләне һәм йыйылған материалдарға таянып музей йәки кинофильм төшөрөргә тәҡдим итте. Ә.М. Саҙретдинов музей асыу идеяһын хупланы. Һәм тарихи ҡиммәткә эйә булған материалдарҙы һәм предметтарҙы эҙләү башланды. Һәр район 50 йылдан ашыу булған музей менән маҡтана алмай[18].


  • Ҡотошта Бал музейы. Музей экспозицияһын оҙаҡ йылдар ошо эш менән шөғөлләнгән тәжрибәле умартасы Әхмәтнур Әүбәкер улы Хафизов йыйған. Музейҙа умарталарҙың ҙур коллекцияһы бар. Улар формаһы, ҙурлығы һәм материалы буйынса айырыла, вертикаль һәм горизонталь умарталар була. Музейҙың ҡыҙыҡлы һәм һирәк экспонаты — ысын солоҡ[19].
  • Шулай уҡ ҡумыҙ музейы эшләй. Оло Ыҡтамаҡ ауылында уникаль урын - Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер ҡумыҙ музейы бар. 2010 йылда ойошторолған. Башҡортостандың Мәсетле районы был боронғо халыҡ ҡоралының тарихи тыуған төйәге булып тора. Ошонда ғына металл ҡумыҙҙың төрлө төрҙәре, оҙаҡ ваҡыт юғалған тип иҫәпләнгән ҡыллы ҡумыҙ (ҡыл-ҡумыҙ) һәм ағас ҡумыҙ һаҡланған.[20].

Радиостанциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 102,5 МГц — Спутник FM радиоһы;
  • 104,4 МГц — Юлдаш радиоһы.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме [23]:

  • башҡ. 8 март (урамы) — рус.  8 Марта ( улица )
  • башҡ. Әй (урамы) — рус.  Айская ( улица )
  • башҡ. Акулов (урамы) — рус.  Акулова ( улица )
  • башҡ. Балашов (урамы) — рус.  Балашова ( улица )
  • башҡ. Ҡайын сауҡалығы (урамы) — рус.  Березовая роща ( улица )
  • башҡ. Бер туған Жильцовтар (урамы) — рус.  Братьев Жильцовых ( улица )
  • башҡ. Ватолин (урамы) — рус.  Ватолина ( улица )
  • башҡ. Сейәле (урамы) — рус.  Вишневая ( улица )
  • башҡ. Запольских (урамы) — рус.  Запольских ( улица )
  • башҡ. Йәшел (урам) — рус.  Зеленая ( улица )
  • башҡ. Иван Крючков (урамы) — рус.  Ивана Крючкова ( улица )
  • башҡ. Интернационал (урамы) — рус.  Интернациональная ( улица )
  • башҡ. Шишмә (урамы) — рус.  Ключевая ( улица )
  • башҡ. Колхоз (урамы) — рус.  Колхозная ( улица )
  • башҡ. Космонавтор (урамы) — рус.  Космонавтов ( улица )
  • башҡ. Курорт (урамы) — рус.  Курортная ( улица )
  • башҡ. Ленин (урамы) — рус.  Ленина ( улица )
  • башҡ. Урман (урамы) — рус.  Лесная ( улица )
  • башҡ. Урмансылар (урамы) — рус.  Лесоводов ( улица )
  • башҡ. Туғай (урамы) — рус.  Луговая ( улица )
  • башҡ. Меллиоратоврҙар (урамы) — рус.  Мелиораторов ( улица )
  • башҡ. Тыныслыҡ (урамы) — рус.  Мира ( улица )
  • башҡ. Йәштәр (урамы) — рус.  Молодежная ( улица )
  • башҡ. Күпер (урамы) — рус.  Мостовая ( улица )
  • башҡ. Йылға буйы (урамы) — рус.  Набережная ( улица )
  • башҡ. Тау буйы (урамы) — рус.  Нагорная ( улица )
  • башҡ. Яңы (урам) — рус.  Новая ( улица )
  • башҡ. Йырын (урамы) — рус.  Овражная ( улица )
  • башҡ. Октябрь (урамы) — рус.  Октябрьская ( улица )
  • башҡ. Коммуна Иҫтәлеге (урамы) — рус.  Память Коммуны ( улица )
  • башҡ. Беренсе Май (урамы) — рус.  Первомайская ( улица )
  • башҡ. Петр Филиппов (урамы) — рус.  Петра Филиппова ( улица )
  • башҡ. Еңеү (урамы) — рус.  Победы ( улица )
  • башҡ. Пролетар (урамы) — рус.  Пролетарская ( улица )
  • башҡ. Сәнәғәт (урамы) — рус.  Промышленная ( улица )
  • башҡ. Пушкин (урамы) — рус.  Пушкина ( улица )
  • башҡ. Йәйғор (урамы) — рус.  Радужная ( улица )
  • башҡ. Революцтон (урамы) — рус.  Революционная ( улица )
  • башҡ. Ҡыҙыл яҡут (урамы) — рус.  Рубиновая ( улица )
  • башҡ. Баҡса (урамы) — рус.  Садовая ( улица )
  • башҡ. Салауат Юлаев (урамы) — рус.  Салавата Юлаева ( улица )
  • башҡ. Төньяҡ (урамы) — рус.  Северная ( улица )
  • башҡ. Төньяҡ (тыҡрығы) — рус.  Северный ( переулок )
  • башҡ. Күксин (урамы) — рус.  Сиреневая ( улица )
  • башҡ. Совет (урамы) — рус.  Советская ( улица )
  • башҡ. Ҡояш (урамы) — рус.  Солнечная ( улица )
  • башҡ. Степан Чусов (урамы) — рус.  Степана Чусова ( улица )
  • башҡ. Төҙөлөш (урамы) — рус.  Строительная ( улица )
  • башҡ. Йылытма (урамы) — рус.  Тепличная ( улица )
  • башҡ. Тихон Онкин (урамы) — рус.  Тихона Онкина ( улица )
  • башҡ. Сауҙа (урамы) — рус.  Торговая ( улица )
  • башҡ. Тракт (урамы) — рус.  Трактовая ( улица )
  • башҡ. Урал (урамы)— рус.  Уральская ( улица )
  • башҡ. Сәскә (урамы) — рус.  Цветочная ( улица )
  • башҡ. Үҙәк (урам) — рус.  Центральная ( улица )
  • башҡ. Чапаев (урамы) — рус.  Чапаева ( улица )
  • башҡ. Мәктәп (урамы) — рус.  Школьная ( улица )
  • башҡ. Энергетиктар (урамы) — рус.  Энергетиков ( улица )
  • башҡ. Юбилей (урамы) — рус.  Юбилейная ( улица )
  • башҡ. Көньяҡ (урам) — рус.  Южная ( улица )

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  3. 3,0 3,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  4. Мәсәғүт почтамты бүлексәләре(недоступная ссылка)
  5. ОК 19-95. Административ-төбәк бүленеше объекттарының Бөтәрәсәй классификаторы. (үҙгәрештәр менән)
  6. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  10. Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
  11. Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
  12. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  13. Наш Урал. Родник Фазыла в Большеустьикинском (рус.). Наш Урал (12 ноябрь 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  14. Наш Урал. Память о Великой Отечественной войне в селе Большеустьикинском (рус.). Наш Урал (15 ноябрь 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  15. Наш Урал. Большеустьикинская церковь в честь Трёх Святителей (рус.). Наш Урал (27 август 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  16. Наш Урал. Северный, Средний и Большой Мунчуги — три горы Мечетлинского района (рус.). Наш Урал (30 август 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  17. Наш Урал. Достопримечательности Большеустьикинского: Памятник участникам Крестьянской войны 1773-1775 годов (рус.). Наш Урал (24 август 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  18. Наш Урал. Мечетлинский историко-краеведческий музей (рус.). Наш Урал (23 август 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  19. Наш Урал. Достопримечательности Большеустьикинского и его окрестностей: Музей мёда в Кутушево (рус.). Наш Урал (17 август 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  20. Наш Урал. Достопримечательности Большеустьикинского: Музей кубыза (рус.). Наш Урал (18 август 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  21. Башҡорт энциклопедияһы — Середа Нина Алексеевна 2019 йыл 7 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 август 2019)
  22. Башҡорт энциклопедияһы — Ураҙаҡов Камил Рәхмәтулла улы 2019 йыл 7 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 август 2019)
  23. "Налог Белешмәһе" системаһында Оло Ыҡтамаҡ ауылы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]