Попов Семён Ефремович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попов Семён Ефремович
Зат ир-ат
Рәсем
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 март 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Кандаковка, Күсәкәй ауыл Советы, Бөрө районы, СССР
Вафат булған көнө 9 ноябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Прокопьевск, Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Попов Семён Ефремович (10 март 1917 йыл — 8 ноябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Мотоуҡсылар бригадаһының разведка отделениеһы командиры ярҙамсыһы, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семён Ефремович Попов 1917 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Кандаковка (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлай, Кемерово өлкәһендә ағас эшкәртеү хужалығында эшләй.

1942 йылдың майында Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

8‑се мотоуҡсылар бригадаһының разведка отделениеһы командиры ярҙамсыһы (9-сы танк корпусы, 1-се Белоруссия фронты) кесе сержант Попов 1944 йылдың 27 июлендә баҫып алыу төркөмө менән Польшалағы Белосток ҡалаһынан көньяҡтараҡ Яново тораҡ пункты эргәһендәге дошман урынлашҡан ергә үтеп инә, дошмандың 15 һалдатын юҡ итә, 8 һалдатын әсирлеккә ала. Корпустың 1944 йылдың 10 сентябрендәге приказы менән 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылың 14 ғинуарында Радом ҡалаһы янындағы төнгө эҙләү барышында сержант Попов һәм разведчиктар дошмандың казармаһына гранаталар ташлай, күп дошман һалдаттары ҡырыла, ә һаҡсы әсиргә алына. Фронт буйынса 1945 йылдың 8 мартындағы приказы менән ул 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Бронетранспортер экипажы командиры сержант Попов 1945 йылдың 25 апрелендә Берлинға килеп ингән ерҙәрҙәге һуғышта дошмаға байтаҡ зыян килтерә: дошман бронетранспортерын яндыра, 10-дан ашыу автоматсыһын юҡ итә, бер нисә һалдатын әсирлеккә ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майҙағы Указы менән ул 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың август айында демобилизациялана. Прокопьевск ҡалаһында йәшәй, шахтала эшләй, һуңынан автобазала пилорамсы була.

1985 йылда Еңеүҙең 40-йыллығы менән бәйле 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1987 йылдың 9 ноябрендә вафат була. Прокопьевск ҡалаһының Высокий ҡасабаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943, 1985)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • 1‑се (1946), 2‑се (1945), 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. Е. Попов исеме менән Прокопьевск ҡалаһында бер урам аталған

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней. Биограф.словарь. М.: Воениздат, 2000
  • Полные кавалеры ордена Славы. Биографический словарь. (в 2 томах) М.: Воениздат, 2010
  • Фронтовики, наденьте ордена! Кемерово, 1970. С. 141—144
  • Кузбассовцы — полные кавалеры ордена Славы: Фотоальбом. Кемерово, 1975

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]