Тбилиси дини семинарияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тбилиси дини семинарияһы
груз. თბილისის სასულიერო სემინარია
Нигеҙләү датаһы 1993 һәм 1817
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ТДС
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Урын Тбилиси
Рәсми сайт tsas.ge
tsas.ge/ru
tsas.ge/en
Карта
 Тбилиси дини семинарияһы Викимилектә

Тбилиси дини семинарияһы (элек Тифлис дини семинарияһы груз. თბილისის სასულიერო სემინარია) — Рус православие сиркәүенең Грузин экзархатында 1817 йылдан 1919 йылға саҡлы эшләгән урта дини уҡыу йорто; 1993 йылдан Грузия православие сиркәүенең юғары православие белем биреү учреждениеһы булараҡ яңыртылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семинария1817 йылда Тифлиста асыла һәм унда ике класс: дини тәғлимәт һәм риторика кластары була; бында шулай уҡ сиркәү славян теле, бөтә донъя тарихы, математика, тел ғилеме, француз һәм немец теле[1].мотлаҡ предметтар тип һаналған

1838 йылда Лугано ҡалаһында (Швейцарияның Италия өлөшө) тыуған швейцария архитекторҙары ағалы-энеле Джованни һәм Джузеппе Бернардоцциҙар Пушкин скверына ҡаршы Пушкин урамында (Эриван, хәҙер — Свободы Азатлыҡ, майҙан) хәҙер (уның элекке хужаһының исеме) менән Зубалов Йорто тип йөрөтөлгән Тифлис семинарияһы бинаһы төҙөлгән.

1872 йылда семинарияла уҡытҡанда грузин телен файҙаланыуҙы тыйыу индерелгән[2].

1891 йылда император указы менән семинария ректорына Грузин-Имеретин Синодаль Контораһы ағзаһы исеме бирелә.

Ваке семинарияһының яңы бинаһы

1903 йылда Ваке районындағы Цхнет урамында (хәҙер — Чавчавадзе проспекты) дини семинарияның яңы комплексы төҙөлә башланған. Проект авторы булып архитектор Александр Станиславович Рогойский сығыш яһаған. 1912 йылда семинария яңы бинаға күсерелә, ә иҫке бинала «Батша номерҙары» ҡунаҡханаһы урынлашҡан.

1917 йылда семинария ябыла, ә бина тартып алынған реквизировать.

1950 йылда Пушкин урамындағы семинарияның иҫке бинаһында рәсми билдәле булған Шалва Исакович Амиранашвили Грузия сәнғәте музейы урынлашҡан.

Семинарияның Вако районындағы ҡайһы бер биналар һаҡланып ҡалған. Хәҙерге ваҡытта бында — 9-сы ҡала дауаханаһы урынлашҡан.

Семинария һәм Сталин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. В. Джугашвили Гори дини училищеһын тамамлағандан һуң 1894 йылда семинарияға уҡырға инә. Замандаштары хәтерләүенсә, уҡыу йортонда обскурантизм, ике йөҙлөлөк, ваҡсыл көндәлек контроль хәлдәре хөкөм һөргән; бында ҡәтғи тәртип һәм хәрби дисциплина урынлаштырылған. Семинария, һис шикһеҙ, Сталинға ҙур йоғонто яһаған. Уҡыған йылдарында ул марксист түңәрәктәре менән генә түгел, Тифлис предприятие барлыҡҡа килгән беренсе эшсе төркөмдәре менән бәйләнешкә ингән, 1898 йылда «Месаме-даси» — беренсе грузин социал-демократик ойошмаһы ағзаһы булған. 1899 йылда, уҡыуының һуңғы йылында, ул «билдәһеҙ сәбәп менән имтиханға килмәне» тигән һылтау менән уҡыу йортонан ҡыуып сығарылған.

Семинария эшмәкәрлеген яңыртыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тбилиси дини семинарияһы
(ТДС)
Tbilisi cemynary.png
Исеме

груз. თბილისის სასულიერო სემინარია

Элекке исеме

Тифлис дини семинарияһы

Асылған йылы

1993

Тип

сиркәү

Ректор

Католикос-Патриарх Илия II

Урынлашыуы

Грузия Грузия, Тбилиси

Кампус

семинария

1990-сы йылдарҙа Тбилиси дини семинарияһы Бөтә Грузия Католикос-Патриархы Илия II фатихаһы менән яңы биналарҙа асылды.

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 18171818 — Виталий (Борисов-Жегачев), архимандрит
  • 1818—18?? — Ириней (Ключарев)
  • 18371840 — Сергий (Орлов), архимандрит
  • 18511858 — Израиль (Лукин), архимандрит
  • 1858—1860 — Фотий (Щиревский), архимандрит[3]
  • 18601868 — Викторин (Любимов), архимандрит
  • 1875 — Корнилий (Орлинков), архимандрит
  • 18831886 — Павел Чудецкий, протоиерей
  • 18861889 — Паисий (Виноградов), архимандрит
  • 18891891 — Николай (Зиоров), архимандрит
  • 18911893 — Тихон (Морошкин), архимандрит
  • 18931898 — Серафим (Мещеряков), архимандрит
  • 18981901 — Гермоген (Долганёв), архимандрит
  • 19011902 — Стефан (Архангельский), архимандрит
  • 19021906 — Никандр (Феноменов), архимандрит
  • 19061907 — Григорий (Вахнин), архимандрит
  • 19071911 — Пимен (Пегов), архимандрит
  • 19111914 — Иерофей (Померанцев), архимандрит
  • 19141916 — Мелхиседек (Паевский), архимандрит
  • 19171921 — Корнелий Самсонидзе-Кекелидзе, протоиерей
  • 1993—н/вр — Илия II, патриарх-католикос

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тбилиси дини академияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Нугзар Цховребов Синие корни. Документальная повесть
  2. al-Kurd̲j̲ / Minorsky, V. and Bosworth, C.E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1986. — Т. 5. (түләүле)
  3. Ҡалып:ВТ-РБС+