Тимашев Сергей Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимашев Сергей Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 16 (28) ғинуар 1866
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Томск, Совет Рәсәйе
Һөнәр төрө табип, педиатр
Эшмәкәрлек төрө педиатрия[d]
Эш урыны Томск дәүләт университеты
Уҡыу йорто Уфимское духовное училище[d]
Өфө диниә семинарияһы
Томский университет[d]
Томск дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә фән докторы һәм медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 4-й степени орден Святой Анны медаль «В память царствования императора Александра III» 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены

Тимашев Сергей Михайлович (16 ғинуар) 28 ғинуар 1866 йыл — 27 ноябрь 1922 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең ғалим-терапевы, педиатр. 1897—1922 йылдарҙа Томск университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1907 йылдан кафедра етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1896), профессор (1901).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Михайлович Тимашев 1866 йылдың 16 (28) ғинуарында Өфөлә рухани ғаиләһендә тыуған. Өфө дин училищеһын тамамлай. 18811887 йылдарҙа Өфө дини семинарияһында уҡый. 1888 йылда Томск университетының медицина факультетына уҡырға инә һәм уны 1893 йылда лекарь дәрәжәһендә отличие менән тамамлай[1][2].

1894 йылда госпиталь терапевтик клиникаһына ординатор итеп тәғәйенләнә. 1895 йылда Санкт-Петербург ҡалаһына Тәжрибә медицина институтына ебәрелә. 1896 йылдың ғинуарынан факультет ҡарамағындағы балалар клиникаһында штаттан тыш ординатор була[1]. Шул уҡ йылда Томск университетында «Үпкә туберкулезы ваҡытында икенсел зарарланыу» темаһына диссертация яҡлай һәм «медицина докторы» дәрәжәһен ала[2]..

1897 йылда Томск университетының балалар ауырыуҙары кафедраһы буйынса приват-доцент итеп тәғәйенләнә[2]. 1901 йылда шул уҡ кафедрала — экстраординар, 1907 йылда ординар профессор була. Вафат булғанға тиклем ошо кафедраны етәкләй.

Балалар клиникаһы мөдире була, яңы корпус төҙөү тураһындағы мәсьәләне күп тапҡырҙар күтәрә. Уның инициативаһы буйынса Томскиҙа беренсе балалар яслеләре асыла. 1902 йылда «Ясли» йәмғиәтен ойоштора. Педиатрия, аныҡлап әйткәндә, йоғошло сирҙәрҙе дауалау буйынса хеҙмәттәр авторы[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]