Тома Феодосьевич Чорба

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тома Феодосьевич Чорба
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Румыния короллеге
Тыуған көнө 15 ғинуар 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Кишинёв, Бессарабская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 декабрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (72 йәш)
Ерләнгән урыны Центральное (Армянское) кладбище[d]
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Медицинский факультет Киевского университета[d]
 Тома Феодосьевич Чорба Викимилектә

Тома Феодосьевич Чорба (молд. Toma Ciorbă; 15 ғинуар 1864 йыл30 декабрь 1936 йыл) — Бессарабия табибы, һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тома (Фома Феодосьевич) Чорба 1864 йылда Кишинёвта тыуа. Кишинев ирҙәр гимназияһында белем ала[1]. 18931896 йылдарҙа Кишиневта санитар табибы булып эшләй, ә 1893—1903 йылдарҙа — губерна земство дауаханаһында психиатрия бүлексәһенең ординаторы. 1896 йылда йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына нигеҙ һала, 1932 йылға тиклем унда баш табип булып эшләй. 1896-1935 йылдарҙа үҙе нигеҙ һалған дауахана бинаһында йәшәй[2]. 1903 йылда Кишинев ҡыйралышынан һуң санитар табибы М. Б. Френкель менән бергә ҡала йәһүд зыяратында үлтерелгәндәрҙең мәйеттәрен һәм уларҙың документтарын, шулай уҡ ҡала Йәһүд дауаханаһында яралыларҙы тикшереү менән шөғөлләнә.

Рус-япон һуғышы башланғандан һуң урындағы Ҡыҙыл Тәре бүлексәһе ағзалары ҡарары буйынса Чорба Бессарабия хәрби госпитален етәкләй һәм Алыҫ Көнсығышҡа китә, унда йыл ярым дауамында эшләй. Тома Чорба Бессарабияла халыҡҡа сәсәктән мотлаҡ прививка яһауҙы һәм дифтерияға ҡаршы серотерапияны индерә. Чорба Кишиневтың санитар торошо, губерна земство психиатрия дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлегендә етәкселек эше тураһында ҡайһы бер эштәрҙең авторы була.

1936 йылда вафат була. Кишиневтың Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнә.

Баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фома Федосеевич Чорба[3], Моисей Борисович Френкель, санитарные врачи. Отчёт о санитарном состоянии города Кишинёва в 1897 году. Кишинёв: Типография А. Гольденштейна, 1898. — 43 с.

Мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылда Кишиневта элекке Госпиталь урамы Тома Чорба исеме менән атала. Кишинев Республика инфекция клиник дауаханаһы Чорба исемен йөрөтә, 1965 йылда бина алдына Тома Чорбаға арнап, барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (архитектор И. Гриценко).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тарнакин В., Соловьёва Т. Все заразные болезни Чорба прививал на себе // Кишинёвский Обозреватель. — 14.10.2010. — № 37.
  2. Кишинёв. Энциклопедия. — Кишинёв: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — С. 528.
  3. В выходных данных книги имя и отчество Фома Федосеевич.