Түбәнге Үтәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Нижнеутяшево
башҡ. Түбәнге Үтәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Үтәш

Координаталар

55°39′21″ с. ш. 58°58′07″ в. д.HGЯO

Халҡы

420[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452587

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 837 001

ОКТМО коды

80 610 437 101

Нижнеутяшево (Рәсәй)
Нижнеутяшево
Нижнеутяшево
Түбәнге Үтәш (Башҡортостан Республикаһы)
Нижнеутяшево

Түбәнге Үтәш (рус. Нижнеутяшево) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 420 кеше булған[2]. Почта индексы — 452587, ОКАТО коды — 80210837001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 43 км

Түбәнге Үтәш ауылы Әй йылғаһы бассейнындағы Атарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡҡа табан 7 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 43 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Үтәш ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Үтәш ауылының атамаһы антропонимдан, йәғни тәүге төпләнеүсе Иҫәт провинцияһы Балаҡатай улусының отставкалағы сотнигы Үтәш Ҡотлоғужин исеменән. Үтәш ауылы 1717 йылдан билдәле, 1722 йылда үткән I рәүиз материалдарында телгә алына. Үтәгән тип тә теркәлгән.

1795 йылда Үтәштә 54 йортта 232 кеше йәшәгән. 1795 йылда Троицк өйәҙенең өс балаҡатай ауылы (Апут, Ураҡ) араһында Үтәштә иң күп халыҡ (54 йортта 232 кеше) Үтәштә булған, башҡаларында уртаса 15 йорт, тимәк, кеше һаны 3,6 тапҡырға уҙып китә. 1816 йылда 53 йортта 355 кеше, 1834 йылда 73 йортта - 412 кеше йәшәгән.

Тәүге төпләнеүсенең улдарының береһе сотник (йөҙбашы) булып хеҙмәт итә. 1834 йылда 70 йәшлек Яхъя Үтәшев улдары Зәйнетдин менән Нәжметдин теркәлгән. Шуларҙың өсөнсөһө, 1768 йылғы Әпсәләм Үтәшев 48 йәшлектәр иҫәбенә алынған.

Әгәр XVIII быуат аҙағында ошо ерҙең башҡорттары, шул иҫәптән үтәштәр ҙә, йәйләүгә сыҡһа, XIX быуаттың 30-сы йылдарына күсенеп йөрөү юҡҡа сыҡҡан.

1842 йылда 425 кешегә 92 сирек ужым һәм 368 сирек яҙғы иген сәселгән. Ул саҡта 423 кеше йәшәгән 80 хужалыҡҡа 335 йылҡы малы, 344 һыйыр, 86 һарыҡ, 78 кәзә тура килгән. Ауыл «Бүҙәтүлгәнтауҙың һөҙәк битләүе буйында» урынлашҡан. Ауыл ултырған ерҙең майҙаны — 40 дисәтинә[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Балаҡатай улусы улусы Себер даруғаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Үтәш ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Үтәш ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Үтәш ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Үтәш ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Үтәш ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Түбәнге Үтәш ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Үтәштәге 89 йортта — 579, 1870 йылда 115 йортта — 687, 1896 йылда 180 йортта — 999 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда Үтәш ауылындағы 220 йортта — 1254 кеше йәшәгән.

1906 йылда Үтәш ауылында улус идаралығы булған. 2 мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, 4 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

19061919 йылдарҙа Атарша йылғаһы буйлап өҫтәрәк бүлендек Үрге Үтәш ауылы барлыҡҡа килгән. Бүлендек ауыл Үрге Үтәш тип, төп ауыл Түбәнге Үтәш тип атала башлай.

1920 йылда Үрге Үтәштең 93 йортонда 465, төп халыҡ йәшәгән Түбәнге Үтәштең 168 йортонда — 864 башҡорт йәшәгән[6].

Әлеге ваҡытта Түбәнге Үтәштә Яңы Балаҡатай ауылының 2-се урта мәктәбе филиалы — Үтәш мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Үтәш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 864
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 596
1959 йыл 15 ғинуар 444
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 453 209 244 46,1 % 53,9 %
2002 йыл 9 октябрь 426 219 207 51,4 % 48,6 %
2010 йыл 14 октябрь 420 212 208 50,5 % 49,5 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иғтибарға лайыҡ мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтәш Ҡотлоғужиндың үтенесе буйынса губернатор уның улы Сәғир Үтәшевты сотник итеп тәғәйенләй. 1775 йылдың майында «тотҡон» Салауат Юлаев Балаҡатай улусы башҡорт егетен, ағаһы Сағыр Үтәшевты күреп, Өфөлә үҙен һаҡлаған һалдат Яким Чудиновҡа, Сағырҙың Соҡалаҡ йылғаһы тамағында урынлашҡан түбәнге баҙар буйлап йөрөүе тураһында һөйләгәне билдәле. Салауат унан туғандарына хат тапшырыуҙы үтенгән. Баҙарға сыҡҡас, Сағырҙы табып, һалдат унан, Салауаттың туған-тыумасаһымы, тип һораған. Сағыр, туғаным, тип яуаплаған. Шунан һалдатҡа хат тотторған. Әммә хат Шайтан-Көҙәй улусына түгел, властар ҡулына эләгә.

Биш-алты айҙан һуң, 1775 йылдың ноябрендә, Сағыр Үтәшев губернатор И. А. Рейнсдорпҡа Балаҡатай улусы башҡорттарының хеҙмәтен еңеләйтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә: «Минең командалағы башҡорттарым булып үткән тотҡарлыҡ (Пугачёв ихтилалы) сәбәбенән, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү һ. б. яҡтан шундай бөлгөнлөккә төштө, булған мөлкәтен закладҡа һалып, хатта балаларын һатып, ризыҡ табыу хәстәренә сумды. Ғали йәнәптәренә хеҙмәт итеүҙең ахыр сигенә етте»[8].

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Миңдеғәле Ханов урамы (рус.  Миндигали Ханова (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Еңеү тыҡрығы (рус.  Победы (переулок)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)[11]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Һаҡтау Борон заманда сит ырыуҙар һөжүмен алдан иҫкәртеү маҡсатында иң бейек тау баштарына һаҡ ҡуйылған. Дошман ябырылыуын улар усаҡ яғып белдергән.
  • Оҙонғор Был тауҙың оҙонлоғо 5-6 километр. Оҙонғор битләүендә Балаҡатай ырыуы башҡорттарының йыйындары үҙған. 1773-1775 йылғы Крәҫтиән һуғышы алдынан бында Салауат Юлаев килгән ти риүәйәт. Салауат әсәһе яғынан Сағыр Үтәшевтең яҡын туғаны булған. Йыйын барышында ат бәйгеһе һәм көрәш ойошторолған.

Салауат барыһын да көрәшеп еңгән һәм майҙан батыры тигән исем алған [12].

  • Сейәлетау Был тауҙа ҡырағай сейә бик уңа. Улар баҡса сейәһенән иҫ киткес тәме менән айырылып тора.

Йылғалар:

  • Атарша V рәүиз материалдарында Атарша йылғаһын Адарша тип яҙғандар. Был кескәй йылғаның киңлеге 1 сажин, тәрәнлеге сирек аршин. Атарша йылғаһы Красный Муравей ауылы янында баш ала һәм Оло Ыҡ йылғаһына ҡоя [13].
  • Оло Ыҡ
  • Бүҙәтүлгән Борон заманда батыр егет йәшәгән. Уның елдән етеҙ аты булған. Аяуһыҙ бер алыш ваҡытында буҙ атҡа уҡ тейә. Яралы ат бәләкәй йылға буйына ҡолай һәм шунда йән бирә. Шул замандан был йылғаны Бүҙәтүлгән («буҙ ат үлгән») тип атайҙар.

Шишмәләр: Әжбикә, Ҡарамалы, Оҙонғор һ.б. исемһеҙ шишмәләр. Был шишмәләрҙең һыуы саф, юшҡын миҡдары бик аҙ. Бүҙәтүлгән — йола шишмәһе, һәм эсәр һыуы менән әһәмиәтле. Йәш килендәр был шишмәнән «Һыу юлы»н башлай[14].

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Түбәнге Үтәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Түбәнге Үтәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. ЦГИА Д. 346, 485. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. С. 64. РГАДА. Ф. 350. Оп. 2. Д. 3790. Л. 4. Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Кресть­янской войны под предводительством Е. И. Пугачева. С. 189.
  9. Легендарный диктор башкирского телевидения Флюра Мурзина, получила звание заслуженного работника РФ
  10. Муниципаль район Балаҡатай районы Советының 153-се ҡарары (2009 йыл 17 сентябрь).
  11. Карта д. Нижнеутяшево. Улицы
  12. Равиль Исламшин. «Узник далекого острога» от 1994 г.
  13. ЦГАДА Ф 1355, ОП1, Д 1940
  14. Топонимы деревни Нижнеутяшево