Урман-техника академияһы паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урман-техника академияһы паркы
Нигеҙләү датаһы XIX быуат
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг районы
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27603239?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Институтский переулок, 5
Карта
 Урман-техника академияһы паркы Викимилектә

Урман техник академияһы паркы — рус. Парк Лесотехнической академииСанкт-Петербургтың Выборг районындағы парк. Ул Карбышев урамы, Новороссийская урамы, Новосергиевский тыҡрығы, Оло Сампсониев проспекты, Институт тыҡрығы, Урман проспекты һәм Октябрь тимер юлының Ланская — Кошелевка тармағы менән сикләнгән.

Урман-техника академияһы паркының ботаника баҡсаһы ботаника баҡсаһы биләмәһе менән бергә федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы булып тора[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башында хәҙерге Урман-техника академияһының паркы урынында инглиз А. Дэвидсондың өлгөлө ауыл хужалығы фермаһы урынлашҡан булған. Ферма кредиттар буйынса бурыстарын түләмәгән өсөн дәүләт тарафынан конфискацияланған. 1811 йылда был территорияла Царское Селонан күсеп килгән Урман институты урынлашҡан

Уҡыу йорто корпусы тирәләй парк төҙөлә. Ул институт өсөн уҡыу базаһы булараҡ нигеҙләнгән, бында бик күп төрлө ағас тоҡомдары үҫтерелә.

1943 йылда паркта «Нева» команда пункты төҙөлгән .

Паркта бер нисә быуа һуғыштан һуң ҡалған снаряд соҡорҙарында төҙөлгән.

Иғтибарға лайыҡ урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта Октябрь революцияһы геройҙарына һәйкәл — туғандар ҡәберлегебар. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса унда 14 -тән 25 кешегә тиклем ерләнгән. 1917 йылдың 6 ноябрендә бында 26-31 октябрҙә Петроградҡа һөжүм иткән Краснов ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта һәләк булған эшсе-ҡыҙылгвардеецтар ерләнә, 1918 йылдың 30 авгусында Архангельскиға килеп төшкән Антанта илдәре ғәскәрҙәре менән һуғыштарҙа һәләк булған Балтик флоты экспедиция отрядтәре диңгеҙселәре ҡәберҙәре лә ошонда:[3].

Шулай уҡ биш айырым ҡәбер бар: унда Виноградов Павлин Федорович (1890—1918);Орлов Иван Иванович (1882—1919); Баранов Константин Арсеньевич (1888—1922); Кокко Никандр Иванович (1874—1933);Ковалев Иван Демьянович (1879—1934) ерләнгән.

Бында урыҫ тарихында иҫтәлекле 1825 йылдың 10 (22) сентябрендә Новосильцев һәм Чернов дуэлдә атышҡан урын да һаҡланған[4]. Дуэлянттар икеһе лә: флигель-адъютант Владимир Дмитриевич Новосильцев һәм поручик Константин Пахомович Чернов — үлемесле яра ала. Дуэль Новосильцевтың әсәһе ҡаршы төшөүе арҡаһында Черновтың һеңлеһенә өйләнеүҙән баш тартыуы арҡаһында килеп сыға.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Ботанический сад Санкт-Петербургской государственной лесотехнической академии им. С. М. Кирова
  3. Холм героев революции. Дата обращения: 8 июль 2019. Архивировано 8 июль 2019 года.
  4. Лаврентьев Н. В. Клянёмся честью и Черновым... / №№ 5 (33) и 6 (34). — История Петербурга. — СПб.: Нестор, 2006. — С. 61—65; 53-58.