Филаретов Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Филаретов Алексей Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 11 декабрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Бежецк[d], Тверь губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 август 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Украинский государственный химико-технологический университет[d]

Филаретов Алексей Николаевич (11 декабрь 1905 йыл — 11 август 1975 йыл — хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе директоры (1947—1949, 1949—1950). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры (1965).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Николаевич Филаретов 1905 йылдың 11 декабрендә Тверь губернаһының Бежецк ҡалаһында тыуған

1924 йылда техникум тамамлай һәм 1926 йылға тиклем «Грознефть» берекмәһендә эшләй. 1931 йылда эшенән айырылмайынса Днепропетровск химия-технология институтын тамамлай.

1933 йылдан Донбасста коксохимия заводында, Харьков күмер химияһы институтында, Харьков гидрогенизация заводында эшләй. 1941 йылда завод менән бергә директор вазифаһында Кемерово ҡалаһына эвакуациялана, унда заводты тергеҙеү һәм эшләтеү менән етәкселек итә.

1947 йылда төҙөлөп ятҡан 18-се комбинаттың директоры итеп тәғәйенләнә. 1947 йылда, комбинатта эшләп, Филаретов Башҡортостанға комиссия менән Салауат ҡалаһында төҙөлөш өсөн майҙан һайларға килә. Комиссия Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә, Стәрлетамаҡ — Ишембай юлындағы 8-се разъездан көньяҡҡа өс километр алыҫлыҡта ятҡан майҙанды һайлай. Комбинаттың эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәрен күсереүгә ҡала төҙөлөшө өсөн майҙан шул уҡ 8-се разъездан көньякҡа 6 км алыҫлыҡта, Ермолаевка 8-се Тимер юл линияһы буйынса (Кесе Аллағыуат һәм Кесе Муса ауылдары тирәһендә) һайлана.

Филаретов Алексей Николаевич 18-се комбинатының директор булып 1947 йылда тәғәйенләнә, шул саҡта предприятиены Черногорск ҡалаһында ойошторо башлана. 18-се комбинатҡа ҡорамалдар Германиянан күпләп килтерелә. Әммә комбинатты Черногорскта төҙөмәйҙәр һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн урын булмай, һәм уларҙы Башҡортостанға, сеймал сығанағына яҡын урынға күсерергә ҡарар ителә.

Комбинат директоры Филаретовҡа 1948 йылдың 1 апреленә тиклем 18-се комбинат урынлашасаҡ колхоз ерҙәрен алыу буйынса документтарҙы БАССР Министрҙар Советына тапшырыу йөкмәтелә.

Комбинат дирекцияһын беренсе урынлашҡан урыны Ишембай ҡалаһында була.

1948 йылда Филаретов ғаиләһе менән бергә буласаҡ Салауат ҡалаһына, Ишембай ҡасабаһына күсеп килә.

1949 йылдың авгусынан — төҙөлөүсе 18-се комбинат дирекцияһының баш инженеры, 1951 йылдың февраленән баш инженер вазифаһын башҡарыусы — төҙөлөүсе 18-се комбинат идаралығының начальник урынбаҫары, 1951 йылдың октябренән — баш инженер — гидрирлау заводының директор урынбаҫары, 1954 йылдан 18-се комбинаттың партия комитеты секретары, 1958 йылдан баш инженерҙың нефть химияһы буйынса урынбаҫары, 1960 йылдан — Капиталь төҙөлөш идаралығының капиталь төҙөлөшө буйынса баш инженеры, 1962 йылдан — Төҙөлөш дирекцияһының баш инженеры, 1969 йылдан — Төҙөлөш дирекцияһының план-смета бүлегенең начальник урынбаҫары, 1971 йылдан — комбинаттың Капиталь төҙөлөш идаралығының начальник урынбаҫары.

18-се комбинат

Һуңыраҡ комбинатының партком секретары булып эшләй[1]. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Филаретов етәкселегендәге комбинат етәкселеге бер нисә ҙур бурысты хәл итә: төҙөлөштө эшсе көстәр менән комплектлай, кешеләрҙе торлак менән тәьмин итә, инфраструктура йәйелдерә (юлдар, элемтә линиялары һәм электр линияларыһ. б.), төҙөлөш индустрияһы предприятиелары булдырыла, Хакасиянан, өлөшләтә Германиянан технологик йыһаздарҙы ҡабул итеү өсөн шарттар әҙерләй.

Ғаиләһе: ҡатыны, Кагнер Мария Зиновьевна (1911—1996), комбинаттың химик анализдар лабораторияһына етәкселек итә, ә ҡыҙы, Татьяна Романова (1939 йылда тыуған), химия фәндәре кандидаты, комбинаттың тәжрибә заводында эшләй (1956—1983). Филаретовтар ғаиләһенең комбинатта дөйөм эш стажы — 60 йылдан ашыу.

Филаретов Алексей Николаевич 1975 йылдың 11 авгусында вафат була. Салауат ҡалаһының иҫке зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1965)
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы (1963),
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы(1957),
  • В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы (1970)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Филаретов Алексей Николаевич исемен Салауат ҡалаһында Спутник-Юлдаш биҫтәһендә урам йөрөтә

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татьяна Романова «А. Филаретов. Победная поступь созидания», сер. Золотые имена. М. 2013. 165 илл.
  • Потеряхин Владимир Александрович, Фахреев Наиль Камилович, Зыкина Раиса Фаритовна. Комбинат. — Автор, 1998. — 206 с. — ISBN 5-93102-001-2.
  • Журнал Нефтехимик № 2, август 2005 г.
  • «Газпром нефтехим Салават». Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа, 2013. ISBN 978-5-88185-079-1
  • Газета «Ленинский путь» от 8 апреля 1973 го. ст. «Почему и как возник город Салават».
  • Газета «Выбор» № 181 (10107) от 8.12.2015г.".

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]