Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Рафиҡ, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 декабрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (85 йәш)
Вафат булған урыны Рафиҡ, Өфө ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы (7 август 1929 йыл — 27 декабрь 2014 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы «Матрай» совхозы тракторсыһы, оҫтахана механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдулла Мөхәмәтдин улы Фәйзуллин 1929 йылдың 7 авгусында БАССР-ҙың Хәйбулла районы Рафиҡ ауылында тыуа. Белеме — тулы булмаған урта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда «Таналыҡ» колхозында башлай, 1947 йылда тракторсы булып эшләй, 1951 йылда — Молотов исемендәге колхоз тракторсыһы, 1957 йылдан — Хәйбулла районының Матрай совхозы тракторсыһы.

Тракторсы-машинист булып эшләп, А. М. Фәйзуллин йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшә һәм социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1963 йылда уның бригадаһына беркетелгән майҙанда иген уңышы гектарынан 15,2 центнер тәшкил итһә, 1966 йылда был күрһәткес гектарынан 29,8 центнерға етә. Бер центнер игендең үҙҡиммәте 3 һум 45 тин тип планлаштырылһа, ғәмәлдә ул 2 һум 45 тин тәшкил итә. 1964—1966 йылдарҙа ғына 4 мең килограмм яғыулыҡ-майлау материалдары һәм 386 һумлыҡ запас частар экономиялана.

1966 йылда ДТ-54 тракторында 1350 гектар һөрөнтө ерҙе йомшарта, СК-3 комбайнында 524 гектарҙа ашлыҡ йыя һәм 12880 центнер иген һуғып ала.

Һарыкүл бүлексәһендә иген уңышы гектарынан 26,8 центнер тәшкил итә. Бүлексә планда ҡаралған 42 мең центнер урынына 102,2 мең центнер иген ала. Был уңышта А. М. Фәйзуллиндың да хеҙмәт өлөшө бар.

1966 йылда иген үҫтереүҙә һәм етештереү кимәлен арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы президиумының 1967 йылдың 19 апрелендәге Указы менән А. М. Фәйзуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1989 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Абдулла Мөхәмәтдин улы Хәйбулла районы Матрай совхозының машина-трактор оҫтаханаһында механик булып эшләй.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1966).

2014 йылдың 27 декабрендә тыуған ауылы Рафиҡта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967)
  • Ленин ордены
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1966)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]