Хеҙмәт Геройы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хеҙмәт Геройы
Нигеҙләү датаһы 1927
Дәүләт  СССР
Алмаштырылған Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1938
Лауреаттар категорияһы Категория:Хеҙмәт Геройҙары
 Хеҙмәт Геройы Викимилектә

Хеҙмәт Геройы — 19281938 йылдарҙа СССР-ҙа етештереү, ғилми эшмәкәрлек, йәмәғәт йәки дәүләт хеҙмәте өлкәһендә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған кешеләргә бирелгән исем (1927 йылда булдырылған). 1938 йылдың 27 декабрендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме булдырылғандан һуң был исем башҡаса бирелмәй.

Хеҙмәт геройы исеме булдырғанға тиклемге Хеҙмәт геройҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Хеҙмәт Геройы» термины 1921 йылдан алып әүҙем ҡуллана башлай — ул ваҡытта әлеге һүҙбәйлнеш менән грамоталарҙы ҙур стажлы алдынғы эшселәргә бирәләр. Бындай грамоталар Губерна профсоюздар Советы тарафынан эшселәр йыйылыштары тәҡдиме буйынса тапшырыла. Тәүге грамоталарҙы Мәскәү һәм Петроград ҡалаларының бер нисә йөҙ эшсеһе ала. .

Грамоталар менән бер үк ваҡытта шул осорҙа дефицит булған ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла, әйтәйек, итек йәки костюм тегеү өсөн туҡыма. Мәҫәлән, 1922 йылдың мартында Өфө ҡала электр станцияһын ваҡытынан алда тергеҙгән өсөн 8 эшсегә Хеҙмәт геройы исеме бирелә. Өфө губерна профсоюздар Советы ҡарарына ярашлы почетлы исемгә лайыҡлы булған һәр эшсегә бер бот ярым он, берешәр комплект эске кейем һәм бер пар ботинка бирелә[1].

Түш билдәләре ҡаралған булмаһа ла, ҡайһы бер наркоматтарҙа һәм предприятиеларҙа улар индерелә.

Ярославль губерна профсоюздар Советы тарафынан бирелгән Маҡтау грамотаһы бланкы тексы (1921 йыл):

Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы исеменән Ярославль Губерна Профсоюздар Советы әлеге Ҡыҙыл Хеҙмәт Геройы грамотаһы менән
иптәш _______________
Профессиональ Союзы ағзаһы _______________
Бөтә Донъя хеҙмәтсәндәре мәнфәғәтенә өлгөлө хеҙмәте өсөн

киләсәктәге хеҙмәтсәндәр өсөн Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Республикаһының иҡтисади ҡеүәтлеген төҙөүөлгөһө булараҡ хеҙмәт фронтындағы ябай батырлығын билдәләй.

Ҡыҙыл хеҙмәт Геройына Маҡтау грамотаһы, Ярославль

«Хеҙмәт Геройы» исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советының 1927 йылдың 27 июлендәге ҡарарына ярашлы[2] "Хеҙмәт Геройы"исеме булдырыла. Исем "етештереү, ғилми эшмәкәрлек, йәмәғәт йәки дәүләт хеҙмәте өлкәһендә айырым ҡаҙаныштарға эйә, 35 йылдан кәм булмаған стажлы эшселәр йәки хеҙмәткәрҙәргә (айырым осраҡтарҙа— кәмерәк хеҙмәт стажы менән дә) бирелә, ҡарар РККА хәрби хеҙмәткәрҙәренә лә тарала. Исем СССР Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы йәки союздаш республикаларҙың Үҙәк Башҡарма комитеттары тарафынан бирелә; Хеҙмәт Геройҙарына Үҙәк Башҡарма комитеты грамотаһы (ЦИК) тапшырыла.

Тәүгеләр булып СССР Үҙәк Башҡарма комитетының 1928 йылдың 2 ғинуарҙағы ҡарарына ярашлы Хеҙмәт Геройы исемен алдылар:

[3]

  • Н. А. Бушуев — «Парижская коммуна» Владимир туҡыу фабрикаһы эшсеһе — ҡаҙанлыҡ бүлмәһендә шартлау булдырмау сараһын күргән һәм 50 йыллыҡ хеҙмәт стажы өсөн;
  • В. М. Фёдоров — Борисоглебск вагондар ремонтлау заводының моделдәр яһаусыһы — күп һанлы рационализаторлыҡ тәҡдимдәре һәм 40 йыллыҡ хеҙмәт стажы өсөн;
  • П. X. Староватов (1873—1957) —уҡытыусы (Вилюйск) — педагогик эшендәге ҡаҙаныштар өсөн;
  • М. Х. Ҡорбанғәлиев (1873—1941) — уҡытыусы (Татар АССР-ы) — татар телендә 50-нән ашыу дәреслек төҙөгән өсөн.

1938 йылдың 27 декабрендә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме булдырылғандан һуң рәсми рәүештә СССР Юғары Советы тарафынан1988 йылдың 21 июлендә генә бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан, Хеҙмәт Геройы исеме башҡа бирелмәй[4].

Барлығы 1928—1938 йылдарҙа РСФСР-ҙа Хеҙмәт Геройы исеменә 1014 кеше лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Основные этапы развития Башкирской энергетики. 1917—1945 гг. // Башкирэнерго
  2. Постановление ЦИК СССР и СНК СССР от 27 июля 1927 года «О героях труда».
  3. В. Н. Балязин, А. Н. Казакевич, А. А. Кузнецов, Н. А. Соболева. Символы, святыни и награды Российской державы. Глава XII. Наградная система СССР. — М.: «Олма-Пресс», 2004. — ISBN 5-224-04223-2
  4. Указ Президиума ВС СССР от 21.07.1988 № 9273-XI «О признании утратившими силу некоторых законодательных актов СССР». Технорма.RU. Дата обращения: 9 май 2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герой Труда // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Герои труда Татарии (1920—1938 гг.): Документальные очерки / Под ред. У. Б. Белялова, А. М. Залялова. Сост. У. Б. Белялов, Л. В. Горохова, А. М. Залялов. — Казань: «Таткнигоиздат», 1974.