Хоменко Василий Афанасьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хоменко Василий Афанасьевич
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 30 март 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Воронеж өлкәһе
Вафат булған көнө 9 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (44 йәш)
Вафат булған урыны Великая Лепетиха[d], Херсон өлкәһе, СССР
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, полководец
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Командалыҡ иткән 30-я армия (СССР)[d], 24-я армия[d], 58-я армия[d] һәм 44-я армия[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Кутузова I степени
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Хоменко Василий Афанасьевич (30 март 1899 йыл9 ноябрь 1943 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында армия командующийы, генерал-лейтенант.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Афанасьевич Хоменко 1899 йылдың 30 мартында Петровское ауылында, хәҙерге Воронеж өлкәһенең Борисоглебский районында тыуған. Украин.

Ҡыҙыл армияла 1918 йылдан алып. 1920 йылда хәрби комиссарҙар курсын тамамлай. Рәсәйҙә граждандар һуғышы йылдарында взвод командиры, хәрби комиссар һәм полк командиры, дивизия хәрби комиссары була.

Һуғыштан һуң Төркөстан фронтында баҫмасылар менән көрәштә полк командиры була. 1924 йылдан Кушка ҡәлғәһендә нығытылған район комиссары. 1928 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия ҡарамағындағы юғары етәксе составтың белемен камиллаштырыу курстарын (КУВНАС) тамамлай. 1935 йылдан эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, штаб бүлеге начальнигы, һуңынан Ленинград хәрби округының эске эштәр халыҡ комиссариаты эске ғәскәр һәм сик буйы ғәскәрҙәренең штаб начальнигы. 1940 йылдың ноябрендә Молдова һәм Украина ССР-ы Эске эштәр халыҡ комиссариатының сик буйы ғәскәрҙәренә етәкселек итә. 1941 йылдың 12 июненән Киев махсус хәрби округының тылды һаҡлау буйынса ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, Киев махсус хәрби округы базаһында төҙөлгән Көньяҡ-Көнбайыш фронтында шул уҡ вазифала хеҙмәт итә. 1941 йылдың 12 июлендә, июль аҙағына Көнбайыш фронты составына индерелгән 30-сы армия командующийы була. В. А. Хоменко етәкселегендә армия Смоленск һуғышында, Белый ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ һәм Ржев йүнәлешендә оборона һуғыштарында, Калинин оборона операцияһында ҡатнаша. 1941 йылдың декабрендә Мәскәү оборона зонаһының ғәскәр командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1942 йылдың авгусында ҡыҫҡа ваҡытҡа 24-се армия командующийы була, унан Кавказ аръяғы фронты составындағы яңынан барлыҡҡа килгән 58-се армия командующийы итеп тәғәйенләнә. Ошо вазифаһында Махачкала ҡалаһы районында тәрән эшелонлаштырылған ҡорамаллы оборона ғәскәрҙәре менән етәкселек итә. 1942 йылдың 21 ноябрендә 44-се армия командующийы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә армия Кавказ өсөн алыштарҙа, Ростов, Миусс, Донбасс, Мелитополь һөжүм операцияларында ҡатнаша һәм Ворошилов (хәҙерге Ставрополь), Таганрог, Жданов (хәҙер Мариуполь), Аҙау ҡалаларын азат итә. 1943 йылдың октябрь аҙағында армия фронт резервына сығарыла һәм Завадовка — Каховка — Британа һыҙығында оборона биләй.

1943 йылдың 9 ноябрендә Василий Афанасьевич Хоменко, дошмандарҙың ул ултырған автомобилгә ут асыуы һөҙөмтәһендә, һәләк була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2 Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • 1 дәрәжә Кутузов ордеы
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Бохара Халыҡ Совет Республикаһының 3 дәрәжә хәрби айырмалыҡ революцион билдәһе
  • «Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһына 20 йыл» миҙалы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коллектив авторов. Великая Отечественная. Командармы. Военный биографический словарь / Под общей ред. М. Г. Вожакина. — М.; Жуковский: Кучково поле, 2005. — С. 246—247. — ISBN 5-86090-113-5.