Церетели Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Церетели Алексей Николаевич
груз. ალექსი ნიკოლოზის-ძე წერეთელი
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ Грузия
Титул Кенәз
Тыуған көнө 1848
Тыуған урыны Смольково[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 май 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Спасский уезд[d], Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө дипломат
 Церетели Алексей Николаевич Викимилектә

Алексей Николаевич Церетели (Церетелев) (груз. ალექსი ნიკოლოზის ძე წერეთელი, 1848 йыл — 16 май 1883 йыл) нәҫелле грузин кенәзе, урыҫ дипломаты. Рус-төрөк һуғышында ҡатнаша (1877—1878).


Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Николаевич Церетели 1848 йылда Пенза губернаһы Саранск өйәҙендә Смальковола тыуа. Билдәле грузин шағиры Акакий Церетелиҙың ике туғаны. Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағандан һуң Белградта рус Генераль консулының секретары итеп тәғәйенләнә. 18761877 йылдарҙа Әдирнәлә һәм Пловдивта рус консуллығын етәкләй.

1876 йылдың апрелендә болғар ихтилалынан һуң Болгарияла төрөктәрҙән йыртҡыслығын тикшереү буйынса дипломатик комиссия составына инә. Болгар милли бойондороҡһоҙлоғо яҡлы була

1877 йылда ғәмәлдәге армияның драгун полктарының береһенә рядовой итеп ебәрелә; тиҙҙән Терек казак полкына күсерелә, унда М. Д. Скобелевтың ординарецы була. Дунайҙы аша сыҡҡанда беренсе тапҡыр алыштарҙа ҡатнаша. Скобелев дивизияһы таратылғас, Церетелев Гурко отрядына инә, унда ординарец сифатында ике тапҡыр Балкан аръяғына походҡа сыға, Тырновты һәм Хаскиойск үткәүелен алғанда мөһим хеҙмәт күрһәтә; килешеү төҙөлгәндән һуң дипломатик һөйләшеүҙәр ваҡытында генерал Н. Игнатьевҡа командировкаға ебәрелә.

Һуғыш тамамланғас, сит ил эштәре министрлығында эшләй башлай һәм 1878 йылдың 24 авгусында Филиппополь ҡалаһының генераль консулы итеп тәғәйенләнә.

1882 йылдан Пловдив ҡалаһында Рәсәйҙең генераль консулы. Берлин конгресынан һуң Көнсығыш Румелияның конституцияһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның Көнсығыш Румелияның статусын булдырыу буйынса хеҙмәте илдә билдәлелек килтерә һәм халыҡ ышанысын яуларға ярҙам итә; ләкин уғабыл урында оҙаҡ эшләргә тура килмәй: 1882 йылдың апрелендә, ауырыу сәбәпле, отставкаға сыға.

Отставкала Тамбов губернаһы Спасс өйәҙендә үҙенең Липяга биләмәһендә йәшәй, 1883 йылдың 16 майында вафат була.

Болгария азат ителгнәдән һуң, Н. Церетели хөрмәтенә Церетелево ауылы булдырыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]