Чарыев Курбандурды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чарыев Курбандурды
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Байрамали[d], Мары өлкәһе[d], Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 7 февраль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мәхтүмкүли исемендәге Төркмән дәүләт университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Чарыев Курбандурды (төркм. Kurbandurdy Çaryýew; 4 декабрь 1941 йыл — 7 февраль 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр рәссамы. 1985 йылда һәм 1988 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, 1989 йылдан — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының, 1990 йылдан — Йәш тамашасы театрының художество-сәхнәләштереү бүлеге мөдире, 1995 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҡуйыусы рәссамы, 1998—2000 йылдарҙа хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004)[1]. Башҡортостан Республикаһы Милли Йәштәр театрының баш рәссамы (1990—1995, 1998—2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Курбандурды Чарыев 1941 йылдың 4 декабрендә Төркмән ССР-ының Байрамали ҡалаһында тыуған[1]. Милләте төркмән.

1971 йылда Ашхабадта А. М. Горький исемендәге Төркмән университетын тамамлай[1]. Студент театрын режиссер һәм ҡуйыусы рәссам булараҡ етәкләй. Театр Бөтә Союз үҙешмәкәр театрҙар конкурсы лауреаты була.

Университетты тамамлағандан һуң Ашхабадта урындағы гәзиттә — хәбәрсе, артабан Йәш тамашасылар театрында һәм опера һәм балет театрында актер, режиссер һәм ҡуйыусы рәссам-булып эшләй.

1975 йылда Мәхтүмкүли исемендәге Төркмән дәүләт опера һәм балет театрында, 1979 йылда Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү дәүләт музыкаль театрында стажировка үтә.

1977 йылдан — актер, 1979 йылдан алып — Төркмән ТЮЗ-ы художество-ҡуйылыш өлөшө бүлеге мөдире, (1986—1988 йылдарҙа директоры урынбаҫары), 1981 йылдан алып — Төркмән опера һәм балет театрында эшләй.

1985 йылдан алып Башҡортостанда, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры (1985, 1988—1989, 1995) өҙөклөк менән эшләй. 1989—1990 йылдарҙа — урыҫ драма театрында, 1990—1995 йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында (ул ваҡытта Йәш тамашасылар театры — ТЮЗ), 1995 йылдың апрель—август айҙарында — Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы[1].

1998—2000 йылдарҙа — Башҡортостан республикаһы Милли Йәштәр театрының баш рәссамы.

Курбандурды Чарыевтың ижадына шартлылыҡ һәм символиканы ысынбарлыҡ менән берләштереү хас. Сәхнә биҙәлешендә ул концептуаль сәнғәт принциптарын ҡуллана.

Ҡорбандурды Чарыев Милли йәштәр театры, «Нур» татар театры, Салауат драма театры, Сибай драма театры, Стәрлетамаҡ драма театры, Туймазы драма театрҙарында, Х. Әхмәтов исемендәге дәүләт филармонияһында 50-нән ашыу спектаклде биҙәй[1].

Опера һәм балет театрында С. А. Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә» һәм «Memento», П. И.Чайковскийҙың «Пики дамаһы» операларына декорациялар эшләй[1]. 2001—2002 йылдарҙа сит ил режиссерҙары Кузман Попов һәм Мареком Хас Збигнев менән берлектә Дж. Вердиның «Травиата» һәм «Трубадур» операларын ҡуя[2].

Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә иң һуңғы эше — Салауат Низаметдиновтың «Наҡи» операһы премьераһы (2010)[2].

Рәссам күп тапҡыр район, ҡала, республика һәм халыҡ-ара кимәлендәге сараларҙы үткәреүҙә ҡатнаша. Улар араһында — Башҡортостан Республикаһы көндәре Санкт-Петербургта (2001), II Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы (2003) һәм урыҫтар Соборы (2003) делегаттары өсөн гала-концерттар, «Театр яҙы» фестивалдәре (1993—1996) һәм «Салют, Еңеү!» (2005), төрки театрҙарының халыҡ-ара «Туғанлык» (2000 һәм 2006) фестивалдәре[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]